Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
7 Декабрь 2017, 17:59

Зөлфиә Әсбапова: “Мәскәүҙә республика исеменән сығыш яһау минең өсөн ҙур хөрмәт!”

“Берҙәм Рәсәй”ҙең XVII съезында Башҡортостандан һайланған 18 делегат ҡатнашасаҡ. Улар араһында Әжекәй урта мәктәбенең юғары категориялы математика уҡы- тыусыһы Зөлфиә Әсбапова ла буласаҡ.

Ул – уҡыусыларына яҡшы белем бирергә, һәләттәрен үҫтерергә һәм предметына һөйөү тәрбиәләргә ынтылған ысын уҡытыусы. Өҫтәүенә оҙаҡ йылдар дауамында йәмәғәт эшмәкәрлеге менән әүҙем шөғөлләнә.

Зөлфиә Риф ҡыҙы 2006 йылдан бирле “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзаһы булып тора, һигеҙенсе йыл инде Әжекәй ауылындағы 19 кешенән торған беренсел ойошманың секретары.

“Яҡташтар” (бында ул ирекмән дә була), “Быуындар йөрәгендә – хәтер һәм ғорурлыҡ” һәм “Тарихи хәтирә” кеүек проекттарҙан да ситтә ҡалмай.

“Берҙәм Рәсәй” партияһының Баш-ҡортостан төбәк бүлексәһе эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашҡаны һәм Башҡортостан Республикаһында партияның ролен, абруйын күтәреүгә шәхси өлөш индергәне өсөн 2016 йылда Төбәк бүлексәһе секретары Константин Толкачевтың Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән, ошо уҡ йылда ауыл биләмәһенең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн уға Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәтенең рәхмәте белдерелә.

Зөлфиә Әсбапова – күп балалы әсә. Ире, МВД ветераны Руслан Роберт улы, менән өс бала тәрбиәләйҙәр. Уларҙа эшсәнлек һәм тырышлыҡ ҡына түгел, ә үҙ-үҙҙәренә ышаныс, Ватаныбыҙ менән ғорурлана һәм уға хеҙмәт итергә белгән илебеҙҙең ысын граждандары итеп тәрбиәләргә ынтылалар: балаларының олоһо Эльвир – ӨДАТУ-ла уҡыу отличнигы һәм “Топ 100 лучших инженеров России” Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе (уның тураһында һеҙ гәзитебеҙҙең 2017 йылдың 14 ноябрь һанында уҡығайнығыҙ), Рөстәм – математика, БР тарихы һәм мәҙәниәте буйынса республика тикшеренеү эштәре еңеүсеһе һәм призеры, Аделина – уҡыу отличнигы.

Үҙенең буласаҡ сәфәре хаҡында Зөлфиә Риф ҡыҙы:

– Мәскәүгә барыусылар исемлегенә эләгермен тип һис тә көтмәгәйнем. Мине быға лайыҡлы тип иҫәпләүҙәре һөйөндөрә. икенсе яҡтан, әһәмиәтле сарала район ғына түгел, ә республика исеменән ҡатнашыуҙың ҙур яуаплылыҡ икәнлеген дә аңлайым.


Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.