Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
30 Ноябрь 2017, 02:00

Моңдай урғып үтhә көндәрең!

Борон-борондан халыҡ йондоҙҙарға ҡарап юл тотҡан. Был тормошта үҙеңдең юл күрһәтеүсе йондоҙоңдо табыу мөһим. Гөлира Миндебай ҡыҙы Әбделмәнова уны тап-ҡан. Ул – тәрбиәсе.

1964 йылдың 2 ноябрендә, көҙ айының йәмле бер көнөндә, Туҡбай ауылында йәшәүсе Фәрзәнә һәм Миндебай Закировтарҙың ғаиләһендә Гөлира исемле бала донъяға килә. Бәләкәйҙән тырыш, маҡсатҡа ынты-лыусан булып үҫә ҡыҙ.

1987 йылда яҙмыш еле Яуыш ауылы егете Фәғил Миндебай улы Әбделмәнов менән осраштыра. Бына инде 30 йыл бергә бик матур, татыу ғүмер кисерә улар.

Гөлира Миндебай ҡыҙы хеҙмәт юлын 1990 йылда “Айгөл” балалар баҡсаһында башлай. 2000 йылда балалар баҡсаһы мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. 2003 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетының мәктәпкәсә психология һәм педагогика факультетын тамамлай.

Бөгөн балалар баҡсаһына 38 бала йөрөй, ете хеҙмәткәр эшләй.

Гөлира Миндебай ҡыҙында ысын педагогҡа хас бөтә һыҙаттар бар: талант, күңел йылыһы, сабырлыҡ, һөйкөмлөлөк, уяулыҡ һәм бөтмәҫ энергия. Һәр саҡ асыҡ, йылы ҡарашлы, урынлы кәңәштәре менән ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған Гөлира Миндебай ҡыҙын коллектив та, балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә берҙәй хөрмәт итә. Балаларға шәхес булараҡ ҡарай белә, һәр береһенең күңеленә асҡыс табып үҙе артынан эйәртеп, рухлы итеп тәрбиәләй. Егерме ете йыл ғүмерен кескәйҙәрҙе тәрбиәләүгә бағышлай ул.

– Тәрбиәсе һөнәрен һайлауыма бер ҙә үкенмәйем. Ошондай беҙҙең баҡсалағы кеүек аҡыллы, тәрбиәле, шәп кескәйҙәр, беҙ бергә, тип ынтылып торған, бер-беребеҙҙе бер ҡараштан аңлап эшләгән коллектив булғанда нисек үкенәһең инде? Улар менән көндәрем моңдай урғылып үтә, – ти Гөлира Әбделмәнова.

Эйе, ысыны шунда, балалар баҡсаһы урамына килеп инеү менән, беҙҙе күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләр ҡаршы ала. Әйләнә-тирәләге бөхтәлеккә, тәртипкә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Минеңсә, был бары эшен яратҡан, яуаплы һәм түҙемле коллектив менән дуҫ-татыу эшләгән хужабикәләрҙең генә ҡулынан киләлер.

Гөлира апай намыҫлы, тырыш хеҙмәте өсөн бик күп маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Башҡортостандың һәм Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы ул. Фотоһы Почет таҡтаһына ла ҡуйылып, уның хеҙмәте юғары баһаланған.

Ул ғүмеренең емешкә тулған аҫыл миҙгелендә, үткәндәргә бағып, баш-ҡарған эштәрен барлай, киләсәккә маҡсаттарын билдәләй. Ә бит үткәндәре һис үкенерлек түгел: өлгөлө ғаиләһе, бәхеткә һәм юғары дәрәжәгә өлгәшкән балалары, шулай уҡ маҡтаулы исемдәр, оло еңеүҙәр яулаған коллективы – әсәнең һәм тәрбиәсенең бөйөклөгөн раҫлаған иң ҙур баһа.

Гөлира Миндебай ҡыҙы – ғаиләһендә уңған хужабикә, балаларына бик яҡшы, өлгөлө әсәй, ейән-ейәнсәр-ҙәренә өҙөлөп торған өләсәй.

Ғаилә – изге төшөнсә, һәр кем уны үҙенсә һөйә, аңлай, ғорурлана. “Ғаиләлә тыныс, тормош иптәшегеҙҙең һәм балаларығыҙҙың күңеле түңәрәк булһын өсөн ни эшләргә кәрәк?”– тигән һорауыма әңгәмәсем:

“Сабыр булырға кәрәк”, – тип яуап ҡайтарҙы.

Регина ӘХМӘТЙӘНОВА,

Иҫке Мишәр ауылы.