Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
30 Ноябрь 2017, 02:00

Ғүмере буйы малсылыҡта

Өфөлә ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренә арналған сарала “Йондоҙ” йәмғиәте малсыһы Фарис Фәйзуллин агросәнәғәт комплексы системаһында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

Фарис Әфризун улы бөтә ғүмерен ауыл хужалығына арнай. Ул 1958 йылдың 20 октябрендә Яңы Мишәр ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағандан һуң хеҙмәт эшмәкәрлеген Фрунзе исемендәге колхозда малсы булып башлай. Бөгөн был хужалыҡ “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тип атала. 2005 йылдан ул – Яңы Мишәр һөт-тауар фермаһының һыйырҙар көтөүе малсыһы.

Фарис Фәйзуллин хаҡында “намыҫлы кеше” тип һис икеләнмәйенсә әйтергә мөмкин. Ул малдарҙы ҡарау буйынса зоотехник белемгә эйә. Ауыл хужалығы өлкәһендәге стажы – 39 йыл.

– Малдарҙың һаулығы һәм продуктлылығы туранан-тура уларҙы ҡарауға, ваҡытында һәм сифатлы ашатыуға, малсының хәстәрлегенә бәйле, – ти ул. – Шуға күрә беҙ үҙ эшебеҙгә яуаплы ҡарайбыҙ: ферманы таҙа тоторға, корпустарҙа ҡоролоҡ һаҡларға, малдарға ветеринария ярҙамын ваҡытында күрһәтергә тырышабыҙ, һыу-ҙың таҙалығын күҙәтәбеҙ.

Егәрлелеге арҡаһында Фарис Әфризун улы йыл һайын юғары етештереү күрһәткестәренә ирешә һәм йылдан-йыл уны тағы ла яҡшыртыуға ынтыла. Уға 110 баш һыйыр беркетелгән. 2016 йыл йомғаҡтары буйынса көтөүендә тулайым һауым 3369 центнер тәшкил иткән (2015 йылда – 3110 центнер), 100 баш үрсем алынған (2015 йылда – 95 баш).

Бынан тыш, ул үҙенең һөнәри белем кимәлен арттырыу өҫтөндә даими эшләй: малдарҙы ҡарау буйынса яңылыҡтарҙы һәм йәш малдарҙы үрсетеүҙең заманса ысулдарын өйрәнә.

“Фарис Фәйзуллин эшһөйәр, ярҙамсыл һәм ғәҙел кеше”, – ти коллегалары. “Йондоҙ” йәмғиәте етәкселеге уны малсылыҡты һәм хужалыҡты үҫтереүгә һалған тырышлығы өсөн баһалай.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.