Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
30 Ноябрь 2017, 02:00

Китап өсөн ваҡыт табығыҙ

Минзилә Ғибәҙуллина – 20 йыл стажға эйә китапханасы. Эшләү дәүерендә Яңы Мөслим ауылы халҡының хөрмәтен һәм ихтирамын яулай ул.

– Эшебеҙҙең төп маҡсаты ауылда китап уҡыусылар һанын арттырыуға йүнәлтелгән. Яңы Мөслим ауылында халыҡтың яртыһынан күбеһе уҡый тип әйтке килә. Улар нигеҙҙә балалар һәм оло йәштәгеләр. Бөтәһе 11000 китапҡа эйәбеҙ, ваҡытлы баҫмалар ҙа бар, – тип һөйләй китапханасы.

Хәҙер халыҡ күберәген телевидение һәм интернет менән мауыға, шулай булыуға ҡарамаҫтан, Минзилә Талхан ҡыҙы уларҙы ҡыҙыҡһындыра белә. Китап уҡыусылар өсөн фәһемле һәм мауыҡтырғыс саралар: уйындар, спектаклдәр һәм конкурстар ойоштора.

Минзилә Ғибәҙуллина һөйләүенсә, китапханаға халыҡ иң күбе йәйен ағыла: бында урындағы халыҡ ҡына түгел, ә ауылға ҡайтҡан ҡунаҡтар ҙа килә. Әгәр ҙә гүзәл заттар күберәген ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән романдар уҡыһа, ир-егеттәр фантастика һәм детектив менән мауыға. Башлан-ғыс класс уҡыусылары –әкиәттәр, ә өлкәнерәктәре классик әҫәрҙәр уҡый.

Китапханасының тырышлығы менән бинала күркәм мөхит хөкөм һөрә. Китаптар билдәле бер тәртиптә урынлашҡан, кескәйҙәр өсөн стенд әҙерләнгән. Балаларҙы бында китаптарға ҡарата һаҡсыл булырға өйрәтәләр, ә өлкәндәр яратҡан авторҙарының китаптарын уҡып, үҙҙәре өсөн һәр ваҡыт яңылыҡ таба.

Уҡыусылары, китаптары һәм үҙ бурыстары тураһында китапханасы илһамланып һөйләй. Ул һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер торған Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы үҙәк китапханаға рәхмәтле. Ләкин Минзилә Талхан ҡыҙын бер нәмә борсой:

– Ауылда йәштәр кәмегәндән-кәмей бара, китап уҡыусылар араһында ла йәштәр аҙ. Улар ҙа китап өсөн ваҡыт табыр тип ышанғы килә. Сөнки бөтә аҡыл нәҡ китаптарҙа тупланған.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.