Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
29 Ноябрь 2017, 02:00

Уның хыялы – лайыҡлы балалар үҫтереү

Яңы Мөслим ауылынан Гөлгөнә Хафизова бала саҡтан ҙур ғаилә тураһында хыяллана һәм уның хыялы тормошҡа аша. Тормош иптәше Фәнис менән улар биш бала тәрбиәләй. Ә йыл башында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте йортонда уны “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләйҙәр.

– Иң мөһиме – һөйөү, хөрмәт итеү, тоғролоҡ, бер-береңде аңлай белеү, – ти Гөлгөнә Дамир ҡыҙы. – Ирем – минең терәгем һәм ярҙамсым, беҙ бөтә эштәрҙе лә бергә башҡарабыҙ.

Гөлгөнә “Ҡарағай” шифаханаһында вахтер булып эшләй. Әле декрет ялында. Ул ижади кеше: Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының һынлы сәнғәт һәм дизайн факультетында белем ала. Уның өйөн үҙ ҡулдары менән эшләгән төрлө әйберҙәр: кувшиндар, вазалар, атлас таҫмаларҙан картиналар, яңы йыл уйынсыҡтары биҙәй, шулай уҡ ободоктар, сәс ҡыҫтырғыстар эшләй. Балаларында ла сәнғәткә ҡарата һөйөү уятырға тырыша.

Өлкән ҡыҙҙары Зөлфиә әсәһенә оҡшап, атлас таҫмаларҙан ваҡ-төйәк нәмәләр эшләй, бәйләнә. Ун дүрт йәшлек ҡыҙ бөгөн туғыҙынсы класта белем ала: яҡшы уҡый, шул уҡ ваҡытта бөтә мәктәп сараларында ла ҡатнашырға өлгөрә. Ул “Көҙгө бал”да, шиғыр һөйләүселәр, рәсемдәр һәм ҡул эштәре конкурстарында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн бик күп почет грамоталарына лайыҡ бул-ған. Үткән йыл Зөлфиә район кимәлендә үткән ҡул эштәре оҫталары конкурсының “Биҙәү-ҡулланма сәнғәте” номинацияһында беренсе урын яулай. Шулай уҡ ижади проекттар конкурсында призлы урынға лайыҡ була. Бынан тыш, ул спорт ярыштарында ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән.

Зөлфиәнән өс йәшкә кесерәк Илгиз һүрәт төшөрөргә ярата. Быйыл ул “Алтын көҙ” конкурсында – беренсе, “Хәүефһеҙ тәгәрмәс” конкурсында өсөнсө урын ала. Шулай уҡ ул футбол менән шөғөлләнә, ҡышын саңғыла йөрөргә ярата.

Ҡыҙҙары Фәйрүзә өсөнсө класта уҡый, рәсем түңәрәгендә шөғөлләнә. Бәләкәс Нурисламға – биш, Ильясҡа ике йәш.

Балаларҙың уңыштары ата-әсә хеҙмәтенә ҡайтып ҡала, әлбиттә.

– Балаларҙы ашатыу, кейендереү, уларға уйынсыҡтар һатып алыу ғына етмәй, – ти Гөлгөнә. – Бәләкәйҙән мин уларҙа сәнғәткә һөйөү тәрбиәләйем, китаптар уҡыйым.

Ғаилә – йәшәү көсө бирерлек йылы усаҡ, һыйыныр тыныс урын ул. Хафизовтар-ҙың өйөнән илаһи нур, бәхет-шатлыҡ бөркөлә. Был татыу ғаилә бәхеттең, мөхәббәттең ҡәҙерен белеп, бер-береһен һаҡлап, ихтирам итеп йәшәй. Шуға күрә өй янындағы ҙур участка, хужалыҡтағы мал һәм ҡош-ҡорт уларҙың көсөн берләштерә генә.

Хәҙерге заманда һәр ҡатын үҙен ғаиләгә һәм балаларға бағышлау һәләтенә эйә түгел. Ә тыныс һәм изгелекле, күҙҙәре бәхет нуры сәскән Гөлгөнә Дамир ҡыҙы тыуған йортоноң усаҡ йылыһын ғына һаҡлап ҡалмай, ә ғаиләһе хаҡына бөтә көсөн, белемен һәм тәжрибәһен биреп йәшәй.

Юлиә КРЮЧКОВА.


Әсәй, әсәй – минең яҡты донъям,

Ғүмер буйы балҡыр ҡояшым.

Һинең менән генә таяулымын,

Рухым ныҡлы, сая ҡарашым.

Әсәй, әсәй, һинең менән бары

Был донъяла йәшнәп йәшәйем.

Тормош үрҙәренә артыламын,

Түбәнлектәренә төшмәйем.

Рәхмәт, әсәй, рәхмәт барыһына,

Йөрәгеңде бүләк иткәнгә.

Балам-бәғрем, бауыр итем, тиеп,

Сабыр ғына юлың үткәнгә.

Зөлфирә СӨЛӘЙМӘНОВА.