Гөлнәзирә Дәүләтованы дүрт йыл элек ауылдаштары староста итеп һайлай. Ул быға тиклем дә Һабанаҡ ауылы тормошоноң үҙәгендә ҡайнай, ләкин ошо ваҡыттан алып был вазифаның бөтә яуаплылығын һәм кәрәклелеген нығыраҡ аңлай.
Хаҡлы ялға сыҡҡансы 17 йыл “Һаҡлыҡ банкы”ның Ләмәҙтамаҡ ауылындағы филиалында кассир, колхозда бухгалтер булып эшләй. Күп йылдар дауамында Ләмәҙтамаҡ ауыл советы депутаты була. Был вазифала уның тырышлығы менән Һабанаҡ ауылының Әй урамына һыу үткәрелә. Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе вазифаһында уның ағзаларын оҫта туплай.
Бөтә был эштәр Гөлнәзирә Дәүләтованың йәш сағынан уҡ әүҙем булыуын, ауылдың проблемалары тураһында тура һәм асыҡ әйтә белеүен күрһәтә.
– Ауыл старостаһы булыу – статус ҡына түгел, – ти ул. – Ауылдаштар-ҙың хөрмәтен эштәр менән яуларға кәрәк.
Староста – ауыл зыяратын төҙөкләндереү эшен башлап ебәреүселәр-ҙең береһе. Ауыл халҡы был идеяны хуп-лай, үҙҙәре аҡса йыя, кәрәкле материал һатып ала. Кәртәләү эштәрен майҙа башлайҙар. Һабанаҡтар эшкә татыу тотона, шуға күрә эш тотҡарланмай.
– Урамдарҙы яҡтыртыу – йылдан-йыл ҡабатланып килгән проблема, – тип уртаҡлаша ауыл старостаһы. – Беҙ урамдарыбыҙ яҡты булһын тип тырышабыҙ. Бына быйыл да бер нисә яңы фонарь ҡуйҙыҡ. Дөйөм тырышлыҡ менән был мәсьәлә хәл ителер, тип уйлайбыҙ.
Бынан тыш, Гөлнәзирә Йәғәфәр ҡыҙы юлдарға асфальт түшәү буйынса эштәрҙе лә алып бара. Быйыл “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” программаһы буйынса Мәжит Ғафури урамындағы юлды йүнәткәндәр. Киләһе йылға Шишмә урамына асфальт түшәргә планлаштыралар.
Ауылда бер генә сара ла, эш тә старостаның ҡатнашлығынан башҡа үтмәй. Тәбиғәтте һаҡлау, ауылдарҙы таҙа тотоу кеүек эштәргә лә ҙур иғтибар бүләләр. Экологик өмәләр – эштең айырылғыһыҙ өлөшө.
– Ауылда проблемаларҙың етерлек булыуы бер кемгә лә сер түгел, ләкин төшөнкөлөккә бирелергә ярамай. Ауыл халҡы миңә ярҙам итә. Беҙ ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһе башлығы Раил Низамов менән бергә эшләйбеҙ. Берҙәм бул-ғанда ғына тормошобоҙҙо яҡшырта аласаҡбыҙ.