Наил Низаметдин улы ветстанцияла 20 йыл хеҙмәт итә. Ул бында Башҡорт дәүләт аграр университетының ветеринария медицинаһы факультетында һуңғы курста уҡып йөрөгәндә практикаға килә. Шунан башлап һайлаған һөнәренә тоғро ҡала.
Бөгөн Наил Мөхәмәтйәнов райондың алты ветеринария участкаһы һәм шунса уҡ пункттары менән етәкселек итә.
– Беҙҙең төп бурыс – эпизоотияға – хайуандар араһында хәүефле сирҙәргә ҡаршы көрәш, – ти ул. – Бының өсөн беҙ дауалау-профилактика һәм эпизоотик сирҙәргә ҡаршы саралар үткәрәбеҙ. Эпизоотик сирҙәргә ҡаршы көрәш отряды начальнигы булараҡ миңә мал табиптары эшенә кураторлыҡ, отчеттар һәм пландар ҡабул итеү бурысы йөкмәтелгән. Бынан тыш, йыш ҡына уларға кәңәштәр бирәм, ярҙам итәм, ҡайһы саҡ консилиумдар үткәрәм.
Беҙҙең эштә иң мөһиме – профилактика. Ул туберкулез, лейкоз, бруцеллез кеүек мал сирҙәрен тикшереүҙе, түләмәгә, эмкарға, ҡотороуға һәм башҡа сирҙәргә ҡаршы вакцинацияны үҙ эсенә ала. Беҙ хәүефһеҙ ауыл хужалығы продукцияһы менән тәьмин итергә тейешбеҙ. Шул маҡсатта 1 ғинуарҙан “Меркурий” программаһы буйынса электрон документтар тапшырыуға күсәбеҙ. Был РФ территорияһы буйлап күҙәтеү аҫтында булған продукцияны тулыһынса контролдә тоторға ярҙам итәсәк.
Мал табибы-эпизоотологтың эшендә төп күрһәткесе булып йыл дауамында үтә хәүефле һәм инвазион сирҙәрҙең барлыҡҡа килеүенә юл ҡуймау. Һуңғы хәл-ваҡиғаларҙың береһе 2015 йылда Әбдрәхим ауылында була: янут һымаҡ эт кешегә ташлана. Анализдар күр-һәтеүенсә, хайуан ҡоторған булып сыға. Ветеринария хеҙмәте белгестәре ул саҡта оператив эшләй һәм сирҙең таралыуына юл ҡуймай.
Наил Мөхәмәтйәнов тураһында коллегалары тик яҡшы фекерҙә. “Районыбыҙҙы хәүефһеҙлек менән тәьмин итеүҙә уның роле ҙур”, – ти улар.
Бынан тыш, уға дүрт аяҡлы дуҫтарҙы – эт һәм бесәйҙәрҙе ҡабул итеүгә килтерәләр. Ул ҙур булмаған операциялар яһай, стерилләй, ҡойроҡтарын һәм ҡолаҡтарын ҡыҫҡарта.
Ауыл халҡы уның эшенән ҡәнәғәт, ә туранан-тура уға бойһон-ған кешеләр, начальниктары- ның ярҙамсыл булыуын билдәләй. Төрлө йылдарҙа ул район Хакимиәтенең бик күп почет грамоталарына лайыҡ була, ә 2015 йылда агросәнәғәт комплексы системаһында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Баш-ҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығының Почет грамотаһы менән бүләкләнә.