Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
30 Октябрь 2017, 02:00
Ҡул эштәре оҫтаһы
Туҡыма, атлас таҫмалар, тәңкәләр, мәрйендәр – быларҙың барыһын да фай-ҙалана беҙҙең оҫта. Уның ҡулында һәр материал йәнләнә. Юлиә КРЮЧКОВА. – Ҡайһы берәүҙәр, шуның менән аҙапланаһың килеп торамы, тиҙәр. Ә минең өсөн ул – күңел талабы, – тип йылмая Венера Иҡсанова. Венера Әсләм ҡыҙы Әб-дрәхим ауылында тыуған. Мәктәптән һуң, ашнаҡсы һөнәрен үҙләштерә, Дыуан-Мәсетле егетенә кейәүгә сыға һәм тормош иптәшенең тыу-ған ауылына күсеп килә. Венера декрет ялында булғанда, ижад эше менән шөғөлләнә башлай. Башта эштәре бер төрлө була. Ул капрон һәм тоҡ ярпыһынан ойоҡ техникаһында йорт эйәһе һәм ҡурсаҡтар, оберегтар, сувенирҙар эшләй. – Минең ғәжәйеп ике ҡыҙым бар, улар өсөн үҙ ҡулым менән нимәлер эшләгем килде. Шулай итеп, атлас таҫмаларҙан сәскә резинкалар, ободоктар эшләй башланым. Хәҙер интернет селтәрендә ҡул эштәре серҙәре тураһында мәғлүмәт бик күп. Нигеҙҙә төрлө һаҡлаусы, уңыш килтереүсе әйберҙәр тегеү менән шөғөлләнәм. Мәҫәлән, “ҡурсаҡ-попик” – уңыш, ә сынаяҡтан ағып тороусы шарлауыҡ (“парящая чаша”) ғаиләгә именлек һәм муллыҡ килтерә. Венера башта был әйбер-ҙәрҙе күңел өсөн эшләй, ә аҙаҡтан туғандарына, дуҫтарына, таныштарына бүләк итә. Һуңғы ваҡыт заказдар ҡабул итә башлаған.– Ҡул эше менән мин биш йәштән булышам. Ярат-ҡан шөғөл кәйефкә ыңғай йоғонто яһай. Кемгә нисектер, әммә был шөғөл миңә бик оҡшай. Бында иң мөһиме, сабырлыҡ талап ителә. Беренсе тапҡырҙан килеп сыҡмауы ихтимал, ләкин туҡтап ҡалмаҫҡа кәрәк, сөнки икенсе йәки өсөнсө тап-ҡырҙан эшегеҙҙең һөҙөмтәһен мотлаҡ күрәсәкһегеҙ, – тип билдәләй Венера Иҡсанова.
Новости партнеров
Электрон тәмәке тартыусылар иғтибарына!
Башкирская шаль стала официальным брендом Зианчуринского района Башкирии
Дүртөйле районы башлыгы МХО яугирләреннән сәлам җиткерде