Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
30 Октябрь 2017, 02:00

Шәп умартасы

Һөләймән ауылынан ҡортсо Булат Шәмсиәров ситтә лә билдәле. Уның арҡаһында Мәсетле умарталыҡтары балының тәмен башҡа илдәрҙә лә беләләр. Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА. – Ҡортсолоҡ менән беҙ 1991 йылда шөғөлләнә башланыҡ, – ти ирле-ҡатынлы Шәмсиәровтар. – Беҙ танышыбыҙға ярҙам иттек һәм ул беҙгә бал ҡорттары менән бергә ике умарта бүләк итте. Был эш менән беҙ таныш инек инде, сөнки атай-әсәйебеҙ умартасылыҡ менән шөғөлләнә ине. Ваҡыт үтеү менән күстәр күбәйә, Булат Шәмсиәровтың оҫталығы ла арта. Шулай итеп уларҙың һанын 64-кә еткерә. Быйыл ул Өфөлә “Баш-ҡортостан – Рәсәйҙең баллы төйәге” йәрминкәһендә ҡатнашты. Уның сауҙа нөктәһе “Сауҙа нөктәһенең иң яҡшы биҙәлеше өсөн” номинацияһында иң яҡшыһы тип таныла. Был йәрминкәлә инде ул икенсе тапҡыр ҡатнаша, шул арҡала Индонезия, Ҡытай, Норвегия кеүек һәм баш-ҡа илдәрҙән коллегалары, шундай уҡ һәүәҫкәр ҡортсолар, шул иҫәптән Халыҡ-ара ҡортсолоҡ федерацияһының “Апимондия” ассоциацияһы президенты Филипп Дзозеф МакКейб менән таныша. – Беҙҙең районда солоҡсолоҡ – башҡорттарҙың боронғо кәсебен тергеҙеү менән шөғөлләнә башларға теләйем, – ти Булат Шәмсиәров. – Әле ошо йүнәлештә эшләйем һәм 2021 йылда “Апимондия” ның 47-се конгресын һәм “АпиЭКСПО” күргәҙмәһен уҙғарыу майҙансығына әүереләсәк Өфө ҡалаһында солоҡ балын тәҡдим итермен, тип уйлайым.