Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
30 Октябрь 2017, 02:00

Дөйөм тырышлыҡ һөҙөмтә бирә

Әле яҙ уҡ Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһендәге граждандар йыйылышында Һөләймән ауылы старостаһы Флорит Зәйнетдинов үҙенең әүҙем гражданлыҡ позицияһы менән иғтибарҙы йәлеп итте. Ул ауылдың, ауылдаштарының проблемалары тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләне. “Ундай кеше халыҡты үҙе артынан эйәртә ала, уны староста итеп һайлап һөләймәндәр дөрөҫ эшләгән”, – тине кемдер эргәлә. Ысынлап та, һөләймәндәр яңылышмаған, яңыраҡ Һөләймәндә булып, шуға инандыҡ. Зөһрә ҒӘНИЕВА. Кәрәкле йортто эҙләп тапҡансы, киң матур урамдар буйлап үттек. Өйҙәр төҙөкләндерелгән, һәр ерҙә таҙалыҡ һәм тәртип. – Күрәһегеҙме, ҡайһылай матур беҙҙә? Өйҙәр алдында төҙөлөш материалдары һәм утындар ятмай (әйтергә кәрәк, ауылдарҙа тап ана шул бөтә күренеште боҙоп тора) һәм өйҙәр тирәләй территориялар һәм тыҡрыҡтарҙағы үләндәр яҡшылап сабылған, – тигән һүҙҙәр менән ҡаршы алды беҙҙе староста Флорит Миндиәхмәт улы. Ысынлап та, сағыштырмаса ҙур булмаған ваҡыт эсендә күп кенә нәмәләр эшләнгән бында. Дөйөм тырышлыҡ менән зыяратты кәртәләгәндәр, мәсет ҡыйығын ҡайтанан япҡандар. Шунан халыҡ йыл әйләнәһенә файҙаланған һыу колонкалары территорияларын төҙөкләндереүгә тотонғандар: колонкаларҙы штакетниктар менән кәртәләгәндәр, ҡайһы берҙәрендә бура бурап, уның башын ябып, буятып ҡуй- ғандар. Киләһе йылға һыу сығарыу башняһын алмаштырыуҙы планлаштыралар. Һөләймәндәрҙе йәшәү өсөн мөһим тағы ла бер объекттың торошо борсой ине. Ауылдың ике өлөшөн тоташтырып торған күпер насар хәлдә булған. Өс йыл элек уны ситтән килгән бригада ремонтлаған булған, ләкин, үкенескә күрә, сифат тәбиғәт стихияһы алдында көсһөҙ булып сыҡҡан – яҙ көнө иреп аҡҡан ҡар һыуҙары ике яҡлап һалынған таштарҙы ағыҙып алып киткән. Икенсе йылға күперһеҙ ҡалмаҫ өсөн староста, ауылдаштарын йыйып һөйләшеп, шәмбе өмәләре ойошторған. Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте ике тонна цемент бүлгән, электродтар һәм арматура менән тәьмин иткән. Эште алты көндә башҡарып сыҡҡан-дар. Ваҡ таш һипкәндәр, нығытыу өсөн дүрт яҡлап бетонлап ҡуйғандар. Төҙөлөш материалдары менән үҙ техникаһында Нур Йомағужин тәьмин итә, Владик Ҡотлоев үҙ техникаһы менән һибелгән ваҡ ташты тигеҙләй. Бетон бутағыс, генератор, иретеп йәбештереү аппаратын урындағы эшҡыуар Зөфәр Зәйнетдинов биреп торған. Рәмис Кәримов, Әнүәр Фазылов, иретеп йәбештереүсе Вадим Кәримов, 7-се класс уҡыусыһы Данияр Кәримов әүҙем ярҙам итә. Ә гүзәл заттан булған Зәлиә Мостафина, ирҙәр эше, тип ҡарап тормай, көслө зат менән бер рәттән үҙ өлөшөн индергән. Пенсионерҙар ҙа бер көн эшләй. Уртаҡ тырышлыҡ менән һөҙөмтәгә ирешәләр – уңайлы, ә иң мөһиме, ныҡлы күпер хәҙер бөтә ауыл-ға хеҙмәт итә.