+20 °С
Ясна
Оло Аҡа ауыл биләмәһенә ҡараған Степной – районда иң бәләкәй ауылдарҙың береһе. Унда бөтәһе 231 кеше йәшәй. Торама пунктта эш менән тәьмин итеүсе бер генә ойошма иҫәпләнә, шуға ла эш урыны бөтәһенә лә етмәй. Әммә ауылда, төшөнкөлөккә бирелмәй, өйҙәрендә үҙ эштәрен асҡан кешеләр бар.