Бөтә яңылыҡтар
Кесе эшҡыуарлыҡ
12 Март 2018, 18:22

Илдар Ниғәмәтйәнов – эшҡыуарҙар йыйылышында ҡатнашыусы

Ҡазанда Рәсәй Федерацияһы төбәктәре һәм Татарстан Республикаһы татар ауылдары эшҡыуарҙарының VII Бөтә Рәсәй йыйылышы үтте. Унда Рәсәй Федерацияһының 41 төбәгенән 750 бәләкәй бизнес, фермер хужалыҡтары һәм ихаталары вәкиле, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһынан 70 эшҡыуар ҡатнашты. Улар араһында беҙҙең район вәкиле – “Аҡтау” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Илдар Ниғәмәтйәнов та бар ине.

Форумдың беренсе көнөндә Бөтә Рәсәй татар ауылдары эшҡыуарҙары йыйылышы делегаттары Татарстандың Фәндәр академияһында дискуссия майҙансыҡтарына йомғаҡтар яһаны. Ауылдарҙа социаль-иҡтисади нигеҙҙәр булдырыуҙа ауыл хужалығы етештереүселәренең роле тураһында күп һөйләнеләр.

VII Бөтә Рәсәй йыйылышы программаһы проектына түбәндәге дискуссия майҙансыҡтары: шәхси ярҙамсы хужалыҡтар, ғаилә фермалары, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, умартасылыҡ, эшкәртеү һәм әҙер продукцияны һатыу индерелгәйне.

Йыйылыш программаһына ярашлы унда ҡатнашыусылар Татарстан Республикаһының Әлкә муниципаль районында булды. Бында улар татар ауылын комплекслы үҫтереү практикаһы менән танышты һәм ауыл хужалығы өлкәһендә эшләү тәжрибәһе менән уртаҡлашты, шулай уҡ эшлекле бәйләнештәрҙе яйға һалыу мөмкинлеге алды.

Йыйылыштың пленар ултырышында Татарстан Республикаһы Башлығы Рөстәм Миңлеханов ҡатнашты. Ҡатнашыусылар өсөн Рәсәй Федерацияһы төбәктәренән хәләл продукцияһы һәм халыҡ кәсептәре тауарҙарының күргәҙмә-йәрминкәһе ойошторолғайны.

Мәҙәни программа ла ҡаралғайны. Эшҡыуарҙар “Үҙем йырлайым, үҙем уйнайым” III Бөтә Рәсәй татар йырын башҡарыусы йырсылар конкурсының гала-концертында булды.

Н. Әхмәтйәнова

әҙерләне.