Әлеге ваҡытта физик шәхестәрҙең 2024 йылғы мөлкәтенә һалым белдереүҙәре таратыу тамамлана. Һалымды 2025 йылдың 1 декабренән дә һуңға ҡалмай түләргә кәрәк.
Милек һалымдары тулыһынса төбәк һәм урындағы бюджеттарға инә, шул иҫәптән граждандарҙың йәшәү сифатына туранан-тура йоғонто яһаған социаль яҡлау, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау программаларын финанслауға тотонола.
Һалым белдереүен нисек алырға
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: һалым түләү өсөн белдереүҙе алыуҙың иң уңайлы ысулы – www.nalog.gov.ru Рәсәй Федераль Һалым хеҙмәте сайтындағы “Физик шәхестәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты” сервисында йәиһә “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында электрон төрҙә алыу.
Һалым белдереүҙәрен “Дәүләт хеҙмәттәре” аша алыу өсөн һалым органына электрон формала документтар алыу кәрәклеге тураһында белдереү ебәрергә кәрәк. Быны порталдағы “Һалым белдереүҙәре” (“Налоговые уведомления”) бүлегендә эшләргә мөмкин. 2025 йылда Башҡортостан Республикаһында 1,2 миллиондан ашыу һалым түләүсе һалым белдереүҙәрен электрон төрҙә алыу буйынса ошо иң уңайлы һәм заманса ысулды һайлаған.
Һалым органдарына электрон документ әйләнеше менән тоташмаған һалым түләүселәргә белдереү ҡағыҙҙары теркәлгән адресына заказлы хат менән почта аша ебәрелә.
Граждандарҙың һалым льготаһы, һалым кәметмәһе, һалым һалыу объекты хужаһын һалым түләүҙән тулыһынса азат итеүсе ҡануниәт менән билдәләнгән башҡа нигеҙҙәре булған осраҡта, һалым белдереүҙәре төҙөлмәй һәм ебәрелмәй. Мәҫәлән, әгәр пенсионерҙың бер генә фатиры, бер баҡса йорто, 50 квадрат метрҙан артмаған хужалыҡ ҡаралтыһы һәм алты сутыйҙан торған бер ер участкаһы бар икән, федераль льготалар нигеҙендә ул һалым йөкләмәләренән азат ителә.
Һалымдың дөйөм суммаһы 300 һумдан артмаған һалым түләүселәр ҙә һалым белдереүен алмай.
Мәсетлеләрҙең биш миллион һумға яҡын бурысы булған
2024 йылда Мәсетле районында йәшәүселәрҙең мөлкәтенә ҡарата бөтәһе 27,8 миллион һум һалым һалынған, шул иҫәптән:
– физик шәхестәрҙең мөлкәтенә һалым – 5,6 миллион һум,
– ер һалымы – 6,1 миллион һум,
– транспорт һалымы – 16,2 миллион һум.
2025 йылдың 1 октябренә ҡарата мәсетлеләрҙең мөлкәт һалымдары буйынса бурысы 4,9 миллион һум тәшкил итә. Быйыл 18 сентябрҙән 20 октябргә тиклем республика бюджетына район һалым түләүселәренән 3,5 миллион һум аҡса килгән, был 10,9 процент тәшкил итә – төбәк буйынса иң түбән йыйыу күрһәткесе.
Һорау-яуап
* Һалым белдереүендә күрһәтелгән мөлкәт һалымының суммаһы ни өсөн QR-код буйынса күрһәтелгән сумманан айырыла?
– Һалым белдереүендә һалым осоро өсөн иҫәпләнгән мөлкәт һалымы суммаһы күрһәтелә, ә QR-код буйынса Берҙәм һалым иҫәбе (ЕНС) сальдоһын иҫәпкә алып яҙыла, уның суммаһы артыҡ йәиһә бурыс менән булыуы ихтимал.
Мәҫәлән, 2024 йылда физик шәхескә 4000 һум милек һалымы иҫәпләнгән:
– әгәр Берҙәм һалым иҫәбендә һалым буйынса алдан арттырып түләгән 1500 һум булһа, QR-код буйынса түләүгә 2500 һум күрһәтеләсәк;
– әгәр Берҙәм һалым иҫәбендә һалымдар буйынса 500 һум күләмендә бурыс булһа, QR-код буйынса түләүгә 4500 һум күрһәтеләсәк.
Иғтибар итегеҙ: нәҡ QR-код буйынса күрһәтелгән сумма түләнергә тейеш.
Берҙәм һалым иҫәбе торошо тураһында мәғлүмәт һалым түләүсенең шәхси кабинетында бар.
* Өсөнсө кешеләр, мәҫәлән, оло йәштәге ата-әсә йәиһә балиғ булмаған балалар өсөн мөлкәт һалымдарын түләргә буламы?
– Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының 45-се статья-һына ярашлы, һалым башҡа кеше тарафынан түләнергә мөмкин. Быны онлайн-банк йәиһә түләү терминалдары аша һалым белдереүендә урынлаштырылған QR-код йәиһә УИН (уникаль иҫәпләү идентификаторы) документының индексы буйынса эшләргә мөмкин.
Әгәр түләүҙе һалым документын тултырып башҡар-һағыҙ, “Түләүсенең ИНН”ы тип яҙылған юлда һалым түләүсенең ИНН һанын күрһәтергә кәрәк.
* Һалым белдереүендә һалым бирелгән бөтә объекттар буйынса мәғлүмәтте күрергә мөмкинме?
– Әгәр льгота һалым түләүҙән тулыһынса азат итһә, льготалы объект тураһында мәғлүмәт һалым белдереүенә индерелмәй.
Бөтә һалым һалыу объекттары, шул иҫәптән льготалы объекттар тураһында тулы мәғлүмәтте һалым түләүсенең шәхси кабинетында “Мөлкәт” бүлегендә ҡарарға мөмкин.
* Һалым түләүсе шәхси кабинетының паролен онотһа, нимә эшләргә?
– Һалым түләүсенең шәхси кабинетынан паролде теләгән һалым органында йәиһә Күп функциялы үҙәктең офисында тергеҙергә мөмкин. Бынан тыш, сервисҡа раҫланған иҫәп яҙмаһы булған осраҡта “Дәүләт хеҙмәттәре” порталынан пароль менән инә алаһығыҙ (инеү битендә “Дәүләт хеҙмәттәре аша инеү (ЕСИА)” тигәнгә баҫырға).
Льготалар
Пенсионерҙар ер һалымы буйынса 600 квадрат метр ер участкаһының кадастр хаҡы дәүмәленә һалым ташламаһы рәүешендә, шулай уҡ физик шәхестәрҙең мөлкәтенә һалым буйынса һәр төр объектҡа, йәғни бер фатирға, бер торлаҡ йортҡа һалым түләүҙән азат итеү рәүешендә льготаға хоҡуҡлы.
Пенсия реформаһын үткәреү менән бәйле, социаль гарантияларҙы һаҡлау маҡсатында, 2019 йылдан башлап пенсия алды йәшендәге граждандар пенсионерҙар кеүек үк һалым льготаларына хоҡуҡлы. “Пенсия алды” категорияһына пенсия тәғәйенләнгәнгә тиклем биш һәм унан кәмерәк йыл ҡалған кешеләр инә (ҡатын-ҡыҙҙар 55 йәштән, ир-егеттәр – 60).
Әлеге ваҡытта өс һәм унан күберәк балиғ булмаған балалы граждандар өсөн федераль кимәлдә түбәндәге льготалар ҡаралған:
– бер ер участкаһы майҙанындағы 600 квадрат метрҙың кадастр хаҡы дәүмәленә ер һалымы буйынса һалым базаһын кәметеү;
– һәр балиғ булмаған балаға мөлкәткә һалым буйынса һалым базаһын дөйөм фатир майҙанының 5 квадрат метрының (фатирҙың, бүлмәнең бер өлөшөнөң майҙаны) һәм торлаҡ йорттоң дөйөм майҙанының 7 квадрат метрының (торлаҡ йорттоң бер өлөшө) кадастр хаҡы дәүмәленә өҫтәмә кәметеү. Был ташлама һалым һалынған объекты булған атайға ла, әсәйгә лә һәр төрҙөң бер объектына ҡарата бирелергә мөмкин.
Башҡортостан Республикаһында ишле ғаиләлә ата-әсәләрҙең береһе ҡеүәте 150 ат көсөнә тиклем булған бер еңел автомобилгә, шулай уҡ двигатель ҡеүәте 125 ат көсөнә тиклем булған бер автобусҡа ҡарата льгота менән файҙалана ала.
МХО-ла ҡатнашыусылар, шул иҫәптән мобилизацияланған граждандар, хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм инвалидтары, хәрбиҙәр һәм улар-ҙың ғаилә ағзалары, ҡараусыһын юғалтҡан хәрбиҙең ғаилә ағзалары өсөн, статусына ҡарап, мөлкәт һалымдары буйынса һалым ташламаларының киң спектры ҡаралған. Уларҙың тулы исемлеге менән www.nalog.gov.ru адресы буйынса Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең “Милек һалымдары буйынса ставкалар һәм льготалар тураһында белешмә” интернет-сервисы ярҙамында танышырға мөмкин.
Мобилизацияланған граждандарҙан айырмалы рәүештә (улар тураһында мәғлүмәт һалым органы тарафынан алынған), әгәр был льгота менән хәрби хеҙмәткәр һәм/йәиһә уның ғаилә ағзалары файҙаланырға ниәтләһә, раҫланған форма буйынса ғаризаны, никахҡа инеү тураһында таныҡлыҡтың йәиһә тыуыу тураһында таныҡлыҡтың күсермәһен, шулай уҡ хәрбиҙең шәхесен раҫлаусы документтың күсермәһен һәм вәкәләтле орган биргән хәрби хеҙмәт үтеү тураһында белешмәне ҡушып ебәрергә кәрәк.
Ваҡытында түләү отошло
Ваҡытында түләнмәгән һалым суммаһы 2025 йылдың 2 декабренән көн һайын Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкының рефинанслау ставкаһының 1/300 күләмендә пеня менән бурысҡа әйләнә.
Бурыслыға ҡарата суд тәртибендә бурысты мәжбүри түләтеү һәм һалым түләүсенең Рәсәй Федерацияһынан ситкә сығыу хоҡуғын сикләү буйынса саралар күрелә. Транспорт һалымын ваҡытында түләмәү автомобилгә арест һалыуға килтереүе ихтимал.
Бынан тыш, түләмәү һалым түләүсенең абруйын төшөрә, сөнки бурыс тураһында мәғлүмәт суд приставтары сайтында урынлаштырыла һәм бурыслыларҙың эш урыны буйынса ебәрелә.
Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы мөлкәт һалымдарын ваҡытында, 2025 йылдың 1 декабренән дә һуңға ҡалмай, түләргә тәҡдим итә.
Әгәр һорауҙарығыҙ бул-һа, һалым органдарына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Быны дистанцион рәүештә эшләү уңайлыраҡ:
– Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте контакт-үҙәгенең берҙәм бушлай телефон һаны: 8-800-222-22-22, Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының “Ҡыҙыу линия” һы: 8 (347) 215-10-70 (өҫтәмә һандар 55-55);
– “Һалым түләүсенең шәхси кабинеты” йәиһә “Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенә мөрәжәғәт” сервисы аша ебәрергә.