Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
29 Октябрь 2025, 11:25

Фатир һәм машина һалымын ваҡытында түләү өсөн 5 сәбәп

Ошо көндәрҙә Башҡортостан халҡы Һалым хеҙмәтенән 2025 йылдың 1 декабренә тиклем милек һалымдарын түләүҙе һорап яҙылған «бәхет хаттары» алды. Ни өсөн был мәсьәләне оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа һәм мөмкин тиклем тиҙерәк ябырға кәрәклеге хаҡында һөйләйбеҙ.

Фатир һәм машина һалымын  ваҡытында түләү өсөн 5 сәбәп
Фатир һәм машина һалымын ваҡытында түләү өсөн 5 сәбәп

Нимә хаҡында һүҙ бара?
Милек һалымы – ул шәхсән үҙегеҙҙең фатирығыҙ, йортоғоҙ, гаражығыҙ булған өсөн дәүләткә тәғәйен түләү. Уның менән файҙаланаһығыҙмы, юҡмы – мөһим түгел, барыбер милексе үҙе түләй. Шулай уҡ ер участкаһы һәм автомобиль өсөн һалым түләргә кәрәк. Асылда улар – төрлө төрҙәге һалымдар, әммә беҙ бөгөн терминдарға асыҡлыҡ индереү тураһында түгел, ә яҡын арала барлыҡ һалымдарҙы түләп, тыныс йоҡлау тураһында һөйләйбеҙ. Әле беҙ 2024 йылда булған мөлкәт өсөн һалым түләйбеҙ. Әгәр һеҙ 2025 йылда фатир, машина, баҡса һ.б. һатып алғанһығыҙ икән, әлегә бер нимә лә түләргә кәрәкмәй.

Өс минут ваҡыт етә

Элек һалым түләү өсөн почтаға йәки банкка барырға, сиратта торорға һәм ҡатлы-ҡатлы һандар яҙып, квитанция тултырырға кәрәк ине. Хәҙер барыһы ла мөмкин тиклем ябайлаштырыла, хатта яратҡан диваныңдан тормайынса ла һалым түләргә мөмкин.
Бына өс төрлө ысул. Улар ярҙамында, банкка йәки почтаға бармайынса, сиратһыҙ, комиссияһыҙ һалым түләргә һәм тыныс йоҡларға мөмкин.
1. lkfl2.nalog.ru сайтында һалым түләүсенең шәхси кабинетына инегеҙ, Дәүләт хеҙмәттәре аша теркәлегеҙ. «Һалымдар» бүлеген асһағыҙ, «Түләү суммаһы» төймәһен күрерһегеҙ. Шуға баҫып, картағыҙҙың һандарын яҙығыҙ. Һалымдар түләнде.
2. Дәүләт хеҙмәттәрен асығыҙ. «Квитанция буйынса түләү» сервисына инеп, уникаль идентификация номерын (УИН) яҙығыҙ. Был – һеҙҙең иҫәптең 20 – 25 билдәнән торған номеры, ул түләү ҡағыҙындағы куар-код янында яҙылған.
3. Үҙегеҙҙең «Берҙәм һалым иҫәбе»н тулыландырығыҙ һәм кәрәкле аҡса автоматик рәүештә унан алынып барасаҡ. Был телефонға аҡса һалыуға ла оҡшаш: күпме кәрәк, шунса аҡса һалаһығыҙ, һөйләшеүҙәр, интернет, хатта смс-тар өсөн дә иҫәбегеҙҙән аҡса алына. «Берҙәм һалым иҫәбе»н бөтә граждандарға ла 2023 йылда уҡ асҡайнылар. Уның менән ҡулланыу бушлай, йәғни бер тин дә түләмәйһегеҙ. Иҫәпте һалым түләүсенең шәхси кабинетында тулыландырырға мөмкин.
Иғтибар! Ҡайһы берҙә мутлашыусылар адрестарын оҡшатып, ялған сайттар эшләй. Үҙегеҙҙең дөрөҫ сайтта булыуығыҙҙы тикшерегеҙ. Беҙҙең һылтанмалар дөрөҫ. Уларҙы өс тапҡыр тикшерҙек.


Һүҙ ҙур булмаған суммалар тураһында бара
Күп илдәрҙә милек һалымының күләме уның баһа хаҡының 2-3 процентына етеүе һәм унда милексе булыу ғаилә бюджеты өсөн ысынлап та һиҙелерлек булыуы ихтимал. Беҙҙә ставкаларҙы һәр ҡала һәм район үҙе билдәләй, әммә улар ныҡ ҙур түгел – проценттың бер өлөшө. Мәҫәлән, Өфөлә кадастр хаҡы 4 миллион һумға тиклем булған фатир өсөн һалым ставкаһы – 0,11 процент, 4-тән 7 миллион һумға тиклемге күсемһеҙ милеккә 0,165 процент тәшкил итә.
Шәхсән миҫал. Минең Өфөлә 50 квадрат метрлы фатирым һәм Ҡырмыҫҡалы районында алты сутый ерле баҡсам бар. Фатир өсөн 1802 һум, баҡсаға 350 һум һалым түләүе килде. Йәмғеһе – 2152, айына ни бары 179 һум. Бер сынаяҡ ҡәһүә хаҡы.
Һеҙ йәшәгән муниципалитетта ниндәй ставкалар булыуын ошо һылтанма буйынса белергә мөмкин: https:// www.nalog.gov.ru/rn02/service/tax/. «Муниципаль берәмек» бүлегенә үҙ районығыҙҙы яҙығыҙ, иҫәп өсөн 2024 йылды һайлағыҙ. Фатир, йорт йәки участканың кадастр хаҡын һалым түләүсенең шәхси кабинетына инеп ҡарағыҙ. Бер нисә йылға бер тапҡыр ул яңынан иҫәпләнә, шуға күрә түләүҙең күләме үҙгәреүе ихтимал.

Был аҡса юлдарға, уҡытыусыларҙың эш хаҡына һәм таҙалыҡҡа йүнәлтелә
Мөлкәт һәм ер һалымы буйынса бөтә йыйымдар урындағы бюджеттарға йүнәлтелә. Транспорт һалымы – республика бюджетына, унан юл фондына йүнәлтелә. Улар иҫәбенә яңы юлдар, күперҙәр, юл саттары төҙөлә һәм ремонтлана.
Кемдер 500 һум түләй, кемдер 1000 һум – шулай итеп йыйыла. Мәҫәлән, 2024 йыл йомғаҡтары буйынса, Өфө бюджетына бер миллиард һумдан ашыу мөлкәт һалымы ингән! Ошо аҡса иҫәбенә балаларыбыҙға белем биргән уҡытыусыларға, урамдарҙы йыуған, сәскәләр ултыртҡан, ҡышын ҡарҙан таҙартҡан коммуналь хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләнә.

Һалым түләмәү – енәйәт
Был хаҡта белә инегеҙме? Түләмәүҙең сәбәбенә һәм суммаһына ҡарап, административ йәки енәйәт яуаплылығы булыуы ихтимал. Ғәҙәттә, тәүҙә түләмәүселәрҙе иҫкәртәләр һәм пеня һалалар, ул бурыстың һәр көнөнә ҡарата Рәсәй Үҙәк банкының төп ставкаһының 1/300 өлөшөнә тиң. Был хаҡта РФ Һалым кодексының 75-се статьяһында яҙылған. Хәҙер ставка – 17 процент. Тимәк, бурыслыға көн һайын һәр 1000 һум өсөн өҫтәмә рәүештә 5 тин пеня һалынып барасаҡ. Әммә закон буйынса тағы ла ҡәтғиерәк саралар бар.
Мәҫәлән, әгәр кеше ваҡытлыса финанс ҡыйынлыҡтар сәбәпле һалымын бөтөнләй түләмәһә йәки өлөшләтә генә түләһә, был Һалым кодексының 22-се статьяһының 1-се өлөшөнә ярашлы «Һалым суммаһын түләмәү йәки тулы күләмдә түләмәү» тип баһалана. Уның буйынса штраф – түләнмәгән сумманан 20 процент. Әгәр кеше һалымды махсус рәүештә түләмәһә, был инде ошо уҡ статьяның 3-сө өлөшө – «Аңлы рәүештә түләмәү». Уның буйынса штраф сумманың 40 процентын тәшкил итәсәк. Әгәр һүҙ өс йыл дауамында йыйылған 2,7 миллион һумдан ашыу сумма тураһында бара икән, был – енәйәт яуаплылығы. Ул саҡта инде – бығау һалып ҡулға алыу, суд, төрмә һәм башҡалар. Быны бер кемгә лә теләмәйбеҙ.

Буш урында проблема яһамағыҙ
Дүртенсе пунктты дауам итеп, шуны ла әйтергә кәрәк: ҙур булмаған суммаларҙы түләмәү арҡаһында төрлө эҙемтәләр булыуы ихтимал. Беренсенән, бурыс суммаһы артасаҡ, икенсенән, эштең приставтарға барып етеүе ихтимал. Башҡарыу производствоһы сиктәрендә бурыслының иҫәптәрен «туңдырыуҙары», сит илгә сығыуҙы сикләүҙәре ихтимал. Был кредит тарихына ла насар йоғонто яһай, йәғни банктар финанс йәһәттән ҡыйынлыҡтарығыҙ барлығын күреп торасаҡ һәм кредит йәки ипотека биреүҙә шикләнәсәк. Дөйөмләштереп әйткәндә, тик торғанда әллә күпме мәшәҡәттәргә тарыуығыҙ бар. Ә бит барыһын да өс минут эсендә хәл итеп була.

 

Автор: