Мәсетле тормошо
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға дәүләт ярҙамы

Хужалыҡтың кесе формаларына булышлыҡ итеү дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тора. Бәләкәй формаларға бер йәки бер нисә ғаилә ағзаһы эшләгән шәхси ярҙамсы хужалыҡтар ҙа ҡарай. Хәҙер башҡа ауыл хужалығы етештереүселәре менән бер рәттән шәхси ярҙамсы хужалыҡтар грант һәм субсидия кеүек дәүләт ярҙамы алыу хоҡуғына эйә.

Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға дәүләт ярҙамы
Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға дәүләт ярҙамы

Быйылдан башлап Ауыл хужалығы министрлығының компенсация һәм дәртләндереү субсидиялары берҙәм ярҙам сараһына берләштерелде. Уның нигеҙендә хужалыҡтарҙың кесе формаларын үҫтереүгә федераль бюджеттан 5,6 млрд һум йүнәлтелә. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтар башҡа аграрийҙар менән бер рәттән ярҙам аласаҡ.
Иғтибар итегеҙ: субсидияға заявканы мөрәжәғәт иткән датаға тиклем шәхси ярҙамсы хужалыҡ кәмендә бер йыл алып барылған осраҡта бирергә мөмкин.
Картуф һәм йәшелсәләр һатыуға субсидиялар айырым федераль проект буйынса нисек бар шулай һаҡлана.
Шулай уҡ һыйыр һәм кәзә һөтө, һыйыр малы, һарыҡ һәм кәзә ите, йөн, картуф һәм йәшелсә етештереүгә киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға субсидия алырға мөмкин.
Субсидия күләме етештерелгән продукция күләменә бәйле, ә уны үҙмәшғүл булараҡ теркәлгән шәхси ярҙамсы хужалыҡтар аласаҡ. Субсидия алыу өсөн муниципаль власть органдарына, мәҫәлән, район йәки ауыл биләмәһе хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Шулай уҡ ғаилә фермаларын үҫтереүгә гранттар һаҡлана. Хәҙер улар капиталь сығымдарға, шул иҫәптән ауыл хужалығы продукцияһы етештереү һәм эшкәртеү өсөн биналар төҙөүгә, һатып алыуға, шулай уҡ реконструкция һәм модернизация уҙғарыуға ғына биреләсәк. Шулай уҡ грант ферма төҙөүҙе, фермаларҙы малдар, техника, ҡорамалдар менән тулыландырыуҙы күҙ уңында тотҡан комплекслы проектҡа бирелә.
Ғаилә фермаһын үҫтереүгә грант күләме – 30 миллион һумға тиклем, ғаилә фермаһы сығымдарын ҡаплауға – 20 миллион һумға тиклем. Аҡса берлектә финанслау шарттарында бирелә: сығымдарҙың 40 процентын хужа түләй, 60 процентын грант аҡсаһы менән ҡапларға кәрәк.
Әгәр проект мал, үҫентеләр һәм техника һатып алыуға ғына ҡағылһа, ғаилә фермалары буйынса бындай капиталь булмаған сығымдарға субсидия бирелә. Сығымдарҙың 60 процентына тиклем күләмдә сумманы ҡайтарырға мөмкин.
Шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барған граждан “Агростартап” программаһы буйынса хужалыҡ булдырыуға һәм үҫтереүгә грант алыу өсөн дәғүә итә ала. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса комиссия программала ҡатнашыусы тип иғлан иткәндән алып 30 календарь көн эсендә крәҫтиән (фермер) хужалығын теркәргә кәрәк.
Гранттың күләме ит йәки һөт алыу өсөн һыйыр малы үрсетеүгә 7 миллион һумға тиклем, агробизнестың башҡа йүнәлештәре буйынса 5 миллион һумға тиклем тәшкил итә. Шуға ҡушып 10 процент самаһы сумманы хужа үҙе индерә.
Дәүләт ярҙамы алыу өсөн документтар, атап әйткәндә, субсидия биреүҙе һорап ғариза, шәхси ярҙамсы хужалыҡ ағзаһының паспортын
тапшырырға кәрәк. Шәхси ярҙамсы хужалыҡты иҫәпкә ҡуйыу өсөн урындағы үҙидара органдарына бер нисә мәғлүмәт бирергә: профессиональ килемгә һалым түләүсе сифатында иҫәпкә ҡуйыу тураһында белешмә (“Минең һалым” ҡушымтаһында автоматик рәүештә төҙөлә); хужалыҡ кенәгәһенән шәхси ярҙамсы хужалыҡтың субсидия һорап мөрәжәғәт иткән йылға тиклем бер йыл һәм унан күберәк шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыуын раҫлаусы күсермә; хужалыҡ сығымдарын раҫлаусы документтар (тауар чектары, һатыу-һатып алыу килешеүҙәре, түләү документтары, ҡабул итеү һәм тапшырыу акттары, банктан күсермәләр).
Тулыраҡ мәғлүмәт һәм консультация алыу өсөн Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәгенә мөрәжәғәт итергә.

Фото

Автор: