Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Балиғ булмағандар өсөн комендант сәғәте

Уҙған ял көндәрендә Мәсетле районында комендант сәғәтенең үтәлешен тикшереү буйынса рейд барышында балиғ булмаған алты баланың ата-әсә ҡарауынан тыш төнгө ваҡытта йөрөүе асыҡланған.

Балиғ булмағандар өсөн комендант сәғәте
Балиғ булмағандар өсөн комендант сәғәте

Район эске эштәр бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, бындай рейдтар даими үткәреләсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: “Башҡортостан Республикаһында бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһында” законға ярашлы, төнгө ваҡытта балиғ булмаған граждандарҙың урамда һәм башҡа йәмәғәт урындарында йөрөүе сикләнә. 1 майҙан 30 сентябргә тиклем йәйге осорҙа төнгө ваҡыт киске сәғәт 11-ҙән таңғы 6-ға тиклем иҫәпләнә. Был осорҙа 17 йәше тулмаған балаларға ата-әсәһенән йәки уларҙың законлы вәкилдәренән башҡа йәмәғәт урындарында йөрөү тыйыла.
Йәмәғәт урындарына урамдар, стадиондар, майҙандар, балалар һәм спорт майҙансыҡтары, пляждар, скверҙар, ихаталар һәм күп фатирлы йорттарҙа дөйөм ҡулланылыштағы урындар, йәмәғәт транспорты, вокзал биләмәләре һәм биналары, йылға порттары, аэропорттар, интернет-кафелар инә. Комендант сәғәте үҫеп килгән быуындың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында индерелде, сөнки хоҡуҡ боҙоуҙарҙың күбеһе төндә яһала. Ә төнөн балаларҙың ата-әсә контроленән тыш урамда ҡалыуы – үҫмерҙәрҙең хоҡуҡҡа ҡаршы ғәмәлдәр ҡылыу сәбәптәренең береһе.
Әгәр балиғ булмаған баланы полиция хеҙмәткәрҙәре тап итһә, уның ата-әсәһе йәки уны алмаштырған кешеләр административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Вазифалы кешеләр ата-әсәгә йәки законлы вәкилгә ҡарата административ протокол төҙөй, ул йәшәү урыны буйынса ҡарау өсөн балиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияға ебәрелә. Законды боҙған (баланы ҡарау һәм тәрбиәләү буйынса бурыстарҙы үтәмәгән) өсөн яуаплылыҡ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодекстың 5.35-се статьяһы менән ҡаралған.

Фото


Амира ВЕРЗАКОВА.

Автор: