Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Тауарҙың хаҡы уның күрһәткесендәге хаҡҡа тап килмәһә

Магазин кәштәһендәге тауар хаҡының кассала бөтөнләй тап килмәү күренешенә күптәрегеҙҙең осрағаны барҙыр, моғайын. Ошондай хәлгә тарыған һатып алыусыға нимә эшләргә? Был һорау менән Мәсетле районы прокуратураһына мөрәжәғәт иттек.

Тауарҙың хаҡы уның күрһәткесендәге хаҡҡа тап килмәһә
Тауарҙың хаҡы уның күрһәткесендәге хаҡҡа тап килмәһә

– 1992 йылдың 7 февралендәге “Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында” 2300-1 һанлы РФ законының 10-сы статьяһының 2-се пунктына ярашлы, тауарҙы ваҡлап һатыу-һатып алыу килешеүе буйынса тауар һатҡан һатыусы ҡулланыусының тауар тураһында кәрәкле һәм дөрөҫ мәғлүмәт алыу хоҡуғын тәьмин итергә тейеш. Уның мотлаҡ элементтарының береһе – тауарҙың хаҡы һәм һатып алыу шарттары тураһында мәғлүмәт биреү, – тип һөйләй Мәсетле районы прокуроры вазифаһын башҡарыусы Руслан Ғәлләмов. – Тауарҙың хаҡы тураһында мәғлүмәт уны дөрөҫ һайлау мөмкинлеген бирә. РФ Гражданлыҡ кодексының 500-сө статьяһының 1-се пунктына ярашлы, һатып алыусы тауар өсөн һатыусы иғлан иткән хаҡ буйынса түләргә тейеш.
Әгәр тауар өсөн түләһәгеҙ һәм шунан һуң ғына хаҡтарҙың тап килмәүен күреп ҡалһағыҙ, магазин һеҙгә чектағы хаҡ менән тауарҙағы хаҡ айырмаһын ҡайтарырға бурыслы.
Хаҡ күрһәткесе һәм чектағы хаҡтың тап килмәүе асыҡланһа, түбәндәге ғәмәлдәр үтәлергә тейеш:
1. Ҡулланыусыларҙың сауҙа объекттарында теләгән сығанаҡтан (һатыусы билдәләгән һәм ҡулланыусыларға ирекле инеү өсөн тәғәйенләнмәгән урындан тыш) мәғлүмәт эҙләү һәм алыу, шул иҫәптән тауарҙы фотоға төшөрөү хоҡуғын сикләүҙе тыйыу рөхсәт ителмәй.
Хаҡ күрһәткесендәге хаҡ тураһында мәғлүмәтте теркәгеҙ. Тауарҙың хаҡы тураһында мәғлүмәтте теркәү һатыусы менән бәхәс килеп тыуған осраҡта дәлил сифатында файҙаланыу өсөн талап ителә. Тауарҙың хаҡы тураһында мәғлүмәтте теркәү өсөн хаҡты фотоға төшөрөгөҙ; чектағы хаҡ менән күрһәткестәге хаҡ айырмаһын теркәү өсөн һатыусы вәкилен шаһиттар алдында тауарҙың хаҡтары күрһәтелгән урынға саҡырығыҙ. Бәхәс килеп тыуған осраҡта, ваҡлап һатыу-һатып алыу килешеүе шарттарын раҫлау өсөн, һеҙ шаһиттарҙың күрһәтмәһенә һылтанырға хоҡуҡлы (РФ Гражданлыҡ кодексының 493-сө статьяһы).
2. Һатыусыға дәғүә белдерегеҙ.
Һатып алғандан һуң кассирҙан һатыусының вәкәләтле вәкилен саҡырыуын талап итегеҙ һәм уға телдән дәғүә белдерегеҙ. Телдән белдерелгән дәғүәгеҙҙе ҡәнәғәтләндереүҙән баш тарталар икән, һатыусыға килеп тыуған хәл тураһында яҙма дәғүә белдерегеҙ (тауарҙы алыу датаһы, ваҡыты, хаҡ күрһәткесе һәм чек буйынса сумманы күрһәтеп).
Дәғүәлә түбәндәге талаптарҙың береһен күрһәтергә хоҡуҡлыһығыҙ:
– чектағы хаҡ һәм хаҡ күрһәткесендәге тауар хаҡының айырмаһын кире ҡайтарыу тураһында талап (РФ Гражданлыҡ кодексының 1102-се статьяһы);
– ваҡлап һатыу-һатып алыу килешеүен үтәүҙән баш тартыу һәм килешеү төҙөгәндә кисекмәҫтән тауар тураһында дөрөҫ мәғлүмәт алыу мөмкинлеге бирелмәүгә бәйле, тауар өсөн түләнгән сумманы кире ҡайтарыуҙы һәм башҡа зыянды ҡаплауҙы талап итеү (1992 йылдың 7 февралендәге “Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында” 2300-1 һанлы РФ законының 12-се статьяһының 1-се пунктына ярашлы). Срокты билдәләгәндә тауарҙың яраҡлылыҡ ваҡытын, уны файҙаланыу миҙгелен, ҡулланыу үҙенсәлектәрен һәм башҡаларҙы иҫәпкә алырға кәрәк (РФ Юғары Суды Пленумының 2012 йылдың 28 июнендәге 17-се ҡарарының 36-сы пункты).
3. Һатыусы дәғүәне ҡәнәғәтләндереүҙән баш тартҡан осраҡта һатып алыусы һатыусыға ҡарата түбәндәге дәғүә талаптары менән судҡа мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы:
– чек менән хаҡ күрһәтмәһе араһында тауар хаҡы айырмаһы аша нигеҙһеҙ байығыуҙы түләтеү тураһында (РФ Гражданлыҡ кодексының 1102-се статьяһының 1-се пункты);
– ваҡлап һатыу-һатып алыу килешеүен өҙөү һәм тауар өсөн түләнгән сумманы кире ҡайтарыу тураһында (1992 йылдың 7 февралендәге “Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһын-да” 2300-1 һанлы РФ законының 12-се статьяһының 1-се пунктына ярашлы).
Диана АБДРАХМАНОВА.

Автор: