Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
24 Октябрь 2023, 15:00

Юл доғаһы

Төбәгебеҙҙә һауа торошо алмашынған мәл. Күп урындарҙа ҡар-ҡатыш ямғыр, боҙлауыҡ яуа. Юлға сыҡҡанда доғаһыҙ сыҡмағыҙ. Тәүҙә "Аятел-Көрси", һуңынан ошо доғаны уҡығыҙ. 

Юл доғаһы
Юл доғаһы

Төбәгебеҙҙә һауа торошо алмашынған мәл. Күп урындарҙа ҡар-ҡатыш ямғыр, боҙлауыҡ яуа. Юлға сыҡҡанда доғаһыҙ сыҡмағыҙ. Тәүҙә "Аятел-Көрси", һуңынан ошо доғаны уҡығыҙ.

"Сүбханәлләҙи сәххара ләә һәҙә күннә ләһү муҡъириниә үә иннә раббинә ләмүнҡалибун. Бисмилләһи мәжраәһә үә мүрсаһа иннә рабби ләғафурур рахим".

Мәғәнәһе: "Аллаһ, һинең исемеңде телгә алып юлға сығам. Миңә биргән сәләмәтлек һәм эш өсөн Һиңә шөкөр итәм. Сәфәрҙә мине, юлсыларҙы бәлә-ҡазаларҙан һәм бөтөн ҡурҡыныстарҙан һаҡла, ярҙамыңдан ташлама”.

Шулай уҡ эстән генә йә һүҙ менән әйтеп теләк теләгеҙ: барасаҡ еребеҙгә һау-сәләмәт етеүебеҙҙе насип ит. Балаларыбыҙҙы ата-әсәһеҙ ҡалдырма, ата-әсәләрҙе балаларhыҙ ҡалдырма. Әйләнеп ҡайтҡанда ғаиләләребеҙҙе ҡайғы-хәсрәтһеҙ күрергә насип ит. Һинең һәр нәмәгә көсөң етәлер, Аллаһым! Әмин!

Фотоның сығанағы: wallhere.com

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
 
Автор: