Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
24 Октябрь 2023, 11:25

Өмөтбайҙан өмөттәр менән яңы аҙнаға йондоҙнамә!

(23 – 29 октябрь)

Өмөтбайҙан өмөттәр менән яңы аҙнаға йондоҙнамә!
Өмөтбайҙан өмөттәр менән яңы аҙнаға йондоҙнамә!

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Ҡәҙимге яҡшы таныш булған эштәрегеҙ ҙә ҡыйынлыҡ менән барыр һымаҡ. Әйткәндәй, күптән ял иткәнегеҙ юҡ шикелле, был турала етди уйланырға ҡушыла. Ә инде йомала барыһы ла ҡулығыҙҙан килер.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Аҙнаны күтәренке кәйеф менән башларһығыҙ. Ләкин был оҙаҡҡа бармаҫ – шишәмбенән һуң көндәлек ығы-зығыға сумырһығыҙ. Аҡсаны ҡәҙимгенән күберәк алырһығыҙ – бәғзеләргә элекке бурысты ҡайтарырҙар.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Иң яҡшы көндәрегеҙ – шаршамбы һәм шәмбе. Шулай ҙа һиҙелерлек уңыштарға өлгәшә алмаҫһығыҙ. Күпселек ваҡытығыҙ элекке хаталарҙы төҙәтеүгә китер, моғайын. Йомала файҙалы һөйләшеү булыуы ихтимал.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Аҙна өмөтлө ваҡиғалар менән башланыр. Кемдер үҙенә кәрәкле нәмәләрҙе күрә алыр, бәғзеләр иғтибар ҙа бирмәҫ. Күптәнге таныштарығыҙ ниндәйҙер етди хәл тураһында иҫегеҙгә төшөрөр.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Һеҙҙе һәйбәт көндәр көтә. Һис тә уйламағанда аҡса килер. Бәғзеләр яңы килем сығанағын табыр. Башҡа өлкәләрҙә лә алға китерһегеҙ.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Осор үтә мәшәҡәтле булыр. Шишәмбелә алдан ҡорған маҡсаттарығыҙҙың боҙолоуы мөмкин. Эштәрҙең барышы күпселек осраҡта башҡа кешеләр менән бәйле һымаҡ.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Аҙна бер аҙ ҡыйыныраҡ башланыр, моғайын. Дүшәмбелә үк уйламаған хәлдәргә осрауығыҙ бар. Ниндәйҙер бәхәс кәйефегеҙҙе лә боҙор, бәлки. Кесе йомалағы уңайлы мәлде күрмәй ҡалмағыҙ.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Күптәрҙең тормошо ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Кәйефегеҙҙе күтәрерлек ваҡиғалар шишәмбелә һәм шәмбелә көтөлә. Шаршамбылағы хәлдәр, сәйерерәк күренһә лә, башығыҙа ҡайһы бер өмөтлө уй-фекер тыуҙырыр.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Ыңғай һәм кире ваҡиғалар һәр саҡтағыса осрап торор. Шишәмбелә бер аҙ икеләнергә тура килер һымаҡ – аңлайышһыҙ нәмәләргә осрауығыҙ ихтимал. Шулай ҙа һайлаған юлығыҙ дөрөҫ булыр.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Барыһы ла һәйбәт буласаҡ. Яҡын киләсәктә ни булырын дөрөҫ төҫмөрләрһегеҙ. Был арала ниндәйҙер абруйлы кеше һеҙгә теләктәшлек белдерер. Яҡын туғандарығыҙ менән аралашыу һеҙҙән түҙемлек талап итер.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Дөйөм хәлегеҙҙең ыңғай яҡҡа үҙгәргәнен асыҡ күрерһегеҙ. Төп эшегеҙҙә бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ осрамаҫ. Абруйығыҙ мотлаҡ артыр, һүҙегеҙ үтемле булыр. Йорт эштәре һеҙҙән өҫтәмә сығымдар талап итер.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Йондоҙҙар еңел юлдарҙы эҙләмәҫкә ҡуша. Барыбер бер аҙ көс-тир түгергә тура килер. Шаршамбыла күптән көткән хәбәрҙе ишетерһегеҙ. Йоманан һуң күңелегеҙ тынысланыр. Иңегеҙҙән бер йөк төшөр.

ӨМӨТБАЙ.

Фото

Источник: https://ye102.ru/articles/mahsus/2023-10-22/m-tbay-an-m-tt-r-men-n-ya-y-a-na-a-yondo-nam-3480126 

Автор: