Төтөн һәм елләтеү каналдарында тартыу көсө булмаһа йәки боҙолһа, өйҙәрҙә һәм айырым фатирҙарҙа газ менән тәьмин итеү ҡорамалдары менән ҡулланыу рөхсәт ителмәй.
Күп фатирлы йорттарҙа төтөн һәм елләтеү каналдарының тейешле торошо дөйөм милекте тотоу өсөн яуаплы кешеләр тарафынан тәьмин ителә, ә йорт биләмәһендә – РФ Хөкүмәтенең 2011 йылдың 30 декабрендәге 1225-се ҡарары менән раҫланған монтажлау, техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау эшмәкәрлеген лицензиялау положениеһы менән ҡаралған тәртиптә бирелгән лицензия нигеҙендә тейешле эштәрҙе башҡарыуға рөхсәте булған ойошма тарафынан уларҙы тикшереү, шулай уҡ кәрәк булғанда таҙартыу һәм (йәки) ремонтлау тураһында килешеү төҙөү юлы менән йорт биләмәһе хужаһы тарафынан.
Газ ингән биналарҙың хужалары, торлаҡ-файҙаланыу ойошмалары һәм башҡа торлаҡ эйәләре берләшмәләре, идара итеүсе компаниялар һәм елләтеү каналдары, мөрйәләрҙең техник яҡтан төҙөклөгө өсөн яуаплы торлаҡ фондын хеҙмәтләндереү ойошмалары махсуслаштырылған ойошмалар менән килешеү буйынса түбәндәгеләрҙе тәьмин итергә тейеш:
1) төтөн һәм елләтеү каналдарының торошон ваҡытында тикшереүҙе һәм талап ителгәндә уларҙы таҙартыуҙы:
- бинаға газ үткәргәндә йәиһә газ ярҙамында эшләгән яңы ҡорамалды тоташтырғанда уны ҡулланыуға ҡабул иткәндә;
- ҡайтанан ҡороп ҡуйғанда һәм ремонтлағанда; улар менән ҡулланыу барышында кәмендә йылына өс тапҡыр (йылытыу миҙгеле башланғанға тиклем ете көн алда, йылытыу миҙгеле уртаһында, йылытыу миҙгеле тамамланғандан һуң ете көн эсендә);
- йорт йәиһә фатир эсендәге газ ҡорамалын ремонтлау һәм техник хеҙмәтләндереү ваҡытында, файҙаланыу барышында, йорт йәиһә фатир эсендәге газ ҡорамалына диагностика үткәреү һәм авария осрағында хеҙмәтләндереү ваҡытында тартыу көсө булмағанда;
2) төтөн һәм елләтеү каналдарының төҙөк булмауы асыҡланғанда, газ менән эшләүсе ҡорамалды һүндереү кәрәклеге тураһында газ хужалығының файҙаланыу ойошмаһына хәбәр итеүҙе;
3) мөрйәләрҙең һәм елләтеү каналдарының остары туңыуға һәм тығылыуға юл ҡуймау маҡсатында ҡыш айына бер тапҡыр тикшереүҙе. Тикшереү һөҙөмтәһе махсус журналда теркәлә, төҙөк булмаған осраҡтар, уларҙы бөтөрөү маҡсатында башҡарылған эштәр күрһәтелә.
Мөрйәләрҙе һәм елләтеү каналдарын ремонтлау акт менән теркәлергә тейеш.
Мөрйәләрҙе һәм елләтеү каналдарын ремонтлау тейешле әҙерлеге булған кешеләргә торлаҡ фондын хеҙмәтләндереү буйынса ойошманың инженер-техник хеҙмәткәре күҙәтеүе аҫтында башҡарыу рөхсәт ителә.
Мөрйәләрҙе, елләтеү каналдарын үҙ белдегегеҙ менән ремонтлау, үҙгәртеп ҡороу, өҫтәп ялғау рөхсәт ителмәй.
Өйҙөң фасадын ремонтлаған ваҡытта тышҡы газ үткәргестәрҙе, вентиляция һәм төтөн каналдарын йөҙләү материалдары менән ҡапларға (йәки аҫтында ҡалдырырға) ярамай.
Мөрйәләрҙе һәм елләтеү каналдарын план буйынса тикшереү махсуслаштырылған ойошма тарафынан башҡарылырға тейеш.
Мөрйәләр, вентиляция каналдарын тикшереү, таҙартыу һәм тикшереү акттары биреү менән шөғөлләнеүсе махсуслаштырылған ойошмалар тураһында мәғлүмәт алыу өсөн “Газпром газ бүлеү Өфө” ААЙ-һы филиалына мөрәжәғәт итергә. Адрестары: Мәсәғүт ауылы, Сәнәғәт урамы,1 йәки 3-15-05 телефонына (өҫтәмә 90752); Дыуан ауылы, Жуков урамы, 28 а (тел. 2-31-34); Үрге Ҡыйғы ауылы, Ибраһимов урамы, 59 (тел. 3-04-53); Малаяҙ ауылы, Коммунистик урам, 73 (тел. 2-01-05); Яңы Балаҡатай ауылы, Совет урамы, 1 (тел. 2-22-93); Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Сәнәғәт урамы, 5 (тел. 2-10-03).
Газ хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре мөр-йәләрҙә һәм елләтеү каналдарында тартыу көсө булмауын йәки боҙолоуын асыҡлағанда, газ менән эшләүсе ҡорамал томалағыс ҡуйып һәм акт төҙөп һүндерелергә тейеш (РФ Хөкүмәтенең 2013 йылдың 14 майындағы 410-сы ҡарары менән раҫланған газ менән тотоноу ҡағиҙәләренең 77-се пунктына, Төбәкте үҫтереү министрлығының 239-сы бойороғона ярашлы).
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ!
Өйҙәрҙә һәм фатирҙарҙа эшләгән газ приборҙары менән хәүефһеҙ файҙаланыу, уларҙы ҡағиҙә талаптарына ярашлы тәртиптә тотоу өсөн хужалар һәм газ менән тотоноусылар яуаплы.
Үрҙә әйтелгән документтарҙағы талаптарҙы боҙған ойошмалар һәм граждандар Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы ҡануниәттәре менән билдәләнгән тәртиптә яуаплылыҡҡа тарттырыла.
Фото: Камил Кутушев.