Беҙҙең материалда һеҙҙең иғтибарға газды хәүефһеҙ һәм уңайлы файҙаланыу буйынса ябай һәм аңлайышлы инструкциялар тәҡдим итәбеҙ.
НИМӘ ЭШЛӘРГӘ ЯРАМАЙ
Иң мөһим хәүефһеҙлек ҡағиҙәһе – эшләп торған газ ҡорамалын бер ҡасан да ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Мөрйәгә, төтөн һәм вентиляция каналдарына ябыу ҡуйыу ҡәтғи тыйыла. Юғиһә хәүефле яныу ҡалдыҡтары тупланыуы ихтимал, был иһә фажиғәгә килтерәсәк.
Шуны хәтерҙә тоторға кәрәк: газ ҡаҙаны йәиһә газ колонкаһы эшләп торһа, электр һауа һурҙырғысын ҡабыҙырға ярамай. Шул арҡала төтөн кирегә әйләнеп, яныу продукттары бинаға инә башлауы бар.
Белгестәр иҫкәртә: бер ниндәй осраҡта ла газ приборҙары конструкцияһын үҙгәртмәгеҙ һәм уларҙы үҙ аллы ремонтламағыҙ!
Шулай уҡ газ ҡорамалы ватылған осраҡта, уның менән файҙаланыу ҡәтғи тыйыла. Әгәр һеҙ прибор автоматикаһында етешһеҙлек, тартыу көсө булмауын йәиһә ҡабыҙған саҡта газ еҫен һиҙеп ҡалһағыҙ, тиҙ арала белгестәрҙе саҡырығыҙ.
ГАЗ ЕҪЕ СЫҠҠАНДА НИМӘ ЭШЛӘРГӘ?
Әгәр һеҙ бинала көнкүреш газы еҫен һиҙһәгеҙ йәиһә газ плитаһында камфарка янмауын күреп ҡалһағыҙ, нимә эшләргә? Беренсенән, плитаны кисекмәҫтән һүндерегеҙ. Артабанғы ғәмәл – газ биреү кранын ябырға, кран ручкаһы торбаға ҡарата перпендикуляр хәлдә торорға тейеш.
Ябай һәм үтә мөһим хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен хәтерегеҙҙә ҡалдырығыҙ: бинала газ еҫе сыҡҡанда, электр приборҙарын токка тоташтырыу һәм файҙаланыу ҡәтғи тыйыла, ут тоҡандырмағыҙ – асыҡ ут сығанағы хәүеф тыуҙыра!
Газ кранын япҡас һәм эргәлә асыҡ ут, электр прибор-ҙары юҡлығына инанғас, газ сыҡҡан бинанан кешеләрҙе, йорт хайуандарын тиҙ арала сығарығыҙ. Шунан һуң үҙегеҙ ҙә бинанан хәүефһеҙ урынға китегеҙ һәм шунда уҡ 104, 040 телефоны буйынса авария-диспетчер хеҙмәтенә, йәиһә 112 һандары буйынса берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратығыҙ.
ХЕҘМӘТЛӘНДЕРЕҮҘЕ ФӘҠӘТ ПРОФЕССИОНАЛДАРҒА ҒЫНА ЫШАНЫП ТАПШЫРЫҒЫҘ
Шулай уҡ газ ҡорамалын урынлаштырыу, диагностикалау һәм ремонтлауҙы тик белгестәр генә башҡарырға тейеш. Ҡоролма ябай һәм һеҙ уны үҙ аллы ремонтлай алырһығыҙ кеүек тойолһа ла, быны башҡарыу ҡәтғи тыйыла. Газ плитаһын, ҡаҙанды һәм колонканы йүнәтеүҙе, уларҙы ремонтлауҙы профессионалдарға ғына ышанып тапшырығыҙ!
Газ ҡорамалының эшләмәгәнен күрһәгеҙ, беренсенән, кисекмәҫтән торбала газ биреү кранын ябығыҙ. Икенсенән, газ ҡоролмаһын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау тураһында килешеү төҙөлгән ойошма менән тиҙ арала бәйләнешкә инегеҙ.
Ойошманың телефон һандары һәм электрон почта адресы килешеүҙә күрһәтелгән. Шулай уҡ 8-800-234-05-00 номеры буйынса “Газпром газ бүлеү Өфө” компанияһының бәйләнеш үҙәгенә мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Газ ҡорамалдары йылына бер тапҡыр техник хеҙмәтләндереү үтергә тейеш. Башҡортостанда газ ҡорамалдарына планлы техник хеҙмәтләндереү графигы “Газпром газ бүлеү Өфө” компанияһының http://www.bashgaz.ru рәсми сайтында баҫыла. Бында һеҙгә белгестәр ҡайһы айҙа килергә тейешлеге күрһәтелгән.
Әйткәндәй, ғәмәлдәге закондарҙың үҙгәреүенә бәйле, 2023 йылдың 1 сентябренән йорт, фатир эсендә газ ҡорамалдарын техник хеҙмәтләндереүҙе газ бүлеү ойошмаһы ғына ғәмәлгә ашыра ала.
Шуны ла иҫтә тоторға кәрәк: һуңғы бер нисә йылда Өфөлә һәм Башҡортостанда йорттар, фатирҙар буйлап газ хеҙмәте рәүешендә төрлө ойошма вәкилдәре йөрөй башланы. Улар газ ҡорамалын техник хеҙмәтләндереү һылтауы менән түләүле хеҙмәттәр күрһәтә. Һаҡ булығыҙ: газ хеҙмәтенән килеүсенең танытмаһын тикшерегеҙ, уларҙың махсус кейеменә иғтибар итегеҙ. Газ хеҙмәтенең ысын хеҙмәткәрҙәре техник хеҙмәтләндереү өсөн аҡса алмай – ошо хеҙмәт өсөн иҫәп һеҙгә киләһе ай квитанцияла бирелә.
Үҙҙәрен газ хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре тип алдап йөрөгән кешеләр ҡулланыусыларға кран һәм шлангыларҙы алмаштырырға тәҡдим итә һәм шунда уҡ үҙ хеҙмәттәре өсөн аҡса һорай. Әгәр һеҙ шикләнһәгеҙ, 8-800-234-05-00 номеры буйынса бәйләнеш үҙәгенә шылтыратып асыҡлай алаһығыҙ.
Павел КРАЙНОВ.
Фото: Камил Кутушев.