Хәҙер һәр һалым түләүсегә Берҙәм һалым иҫәбе асылған, унда бөтә һалым һәм иғәнәләрҙең иҫәпләнеүе һәм күсерелеүе иҫәпкә алына. Берҙәм һалым иҫәбе Берҙәм һалым түләүе ярҙамында тулыландырыла. Артабан күсерелгән аҡса һалым түләүсенең тейешле йөкләмәләрен ҡаплау өсөн автоматик рәүештә бүленә.
Берҙәм һалым иҫәбендә аҡсаны дөрөҫ бүлеү өсөн һалым түләүселәргә һалымдарҙың иҫәпләнгән суммалары, һалымдар буйынса аванс түләүҙәре, йыйымдар, страховка иғәнәләре тураһында һалым органына белдереү ебәрергә кәрәк. Белдереү һалым һәм страховка иғәнәләрен түләү ваҡыты тәғәйенләнгән айҙың 25-се көнөнән һуңға ҡалмайынса бирелә. Иҫәпләнгән суммаларҙы 28-се көнөнән дә һуңға ҡалмайынса түләргә кәрәк.
Һалым һәм иғәнәләр буйынса белдереү аванс иҫәп-хисап системаһы менән бирелә. Һалым органына белдереүҙе телекоммуникация элемтә каналдары йәки һалым түләүселәрҙең шәхси кабинеттары аша ебәрергә мөмкин.
Берҙәм һалым иҫәбе мәсьәләләре буйынса кәрәкле мәғлүмәт алыу өсөн төбәктең бөтә инспекцияларында семинарҙар һәм вебинарҙар үткәрелә, уларҙың графигы менән Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтында танышырға мөмкин.
Бизнес вәкилдәренә ярҙам итеү өсөн Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтында “Берҙәм һалым иҫәбе” промосайт һәм “Берҙәм һалым иҫәбе буйынса ярҙамсы” виртуаль веб-сервисы эшләй. Шулай уҡ ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәтте Рәсәй Федераль Һалым хеҙмәтенең 8-800-22-22-222 номеры буйынса берҙәм бәйләнеш-үҙәге телефоны аша алырға мөмкин (шылтыратыу – бушлай).
Берҙәм һалым иҫәбенән аҡса
алыуҙың яңы ҡағиҙәләре тураһында
2023 йылдың 29 майындағы 196-сы Федераль закон менән Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының 45-се статья-һының 8-се пунктына үҙгәрештәр индерелә, улар Берҙәм һалым иҫәбенән берҙәм һалым түләүе сифатында күсерелгән аҡсаны артабан күсереүҙең яңы тәртибен билдәләй.
Яңы ҡағиҙәләр буйынса, 2023 йылдың 29 майынан Берҙәм һалым иҫәбенән тәү сиратта физик шәхестәрҙең килеменә һалым (НДФЛ) буйынса бурысты үтәү өсөн средстволар күсерелә. Һөҙөмтәлә һалым түләүҙәре түбәндәге сират буйынса бүленә:
- НДФЛ буйынса недоимка – ул барлыҡҡа килгән көндән башлап;
- НДФЛ – һалым агенты тарафынан уны күсереү буйынса бурыс барлыҡҡа килгән көндән алып;
- башҡа һалымдар, йыйымдар, страховка иғәнәләре буйынса недоимка – ул барлыҡҡа килгән көндән башлап;
- башҡа һалымдар, аванс түләүҙәре, йыйымдар, страховка иғәнәләре – уларҙы түләү (күсереү) буйынса бурыс барлыҡҡа килгән көндән алып;
- пеня, процент, штрафтар.
Ағымдағы йылдың 30 июненән Берҙәм һалым иҫәбенең ыңғай сальдоһы булһа, һалым органы иҫәпләнгән суммалар тураһында белдереү килгән көндөң икенсе көнөнән дә һуңға ҡалмайынса НДФЛ-ды бюджетҡа автоматик рәүештә индерә.
Әгәр берҙәм һалым иҫәбендә бөтә һалымдарҙы түләү өсөн аҡса етмәһә, башта аҡса НДФЛ түләү иҫәбенә күсерелә, ә ҡалған өлөшө бер сираттағы йөкләмәләр араһында пропорциональ суммалар менән бүленә.
Ойошманы теркәүҙәге хәүеф һәм уларҙың эҙемтәләре
Әйтәйек, һеҙ яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең директор ойоштороусыһы булырға ҡарар иттегеҙ һәм теркәлеү өсөн документтар тапшырҙығыҙ. Хатта әгәр һеҙ ысынбарлыҡта директор булмаһағыҙ ҙа (номиналь), ойоштороусы булараҡ һеҙ компанияның ысын директоры булған танышығыҙҙы йәшерәһегеҙ. Тимәк, һеҙ юридик шәхестәр реестрына дөрөҫ булмаған мәғлүмәт индерәһегеҙ – “гендиректор” тигән юлда һеҙҙең исемегеҙ буласаҡ. Әгәр һалым инспекцияһы был фактты асыҡлаһа, компания мәжбүри рәүештә ябыла, ә һеҙгә штраф һалына. Һалым хеҙмәткәрҙәре ысын хужаларҙы номиналь директорҙар аша таба: улар нимәнеңдер дөрөҫ түгеллеген асыҡлай һәм һеҙҙе һорау алыу өсөн саҡыра. Бынан һуң номиналь директорға ысын хужаһын атаған осраҡта яза йомшарасағы тураһында әйтәләр. Йыш ҡына кешеләр ризалаша. Фирма асыу өсөн документтарҙы законһыҙ ҡулланған өсөн РФ Енәйәт кодексының 173.2-се статьяһы буйынса яза ҡаралған. Танышығыҙ бизнес башларға теләй, әммә быны эшләй алмай, шуға күрә һеҙгә һәм улына тәҡдим итә. Һеҙ уның урынына үҙ исемегеҙгә яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт асаһығыҙ. Һуңынан был компанияла эшләйһегеҙме, әллә ойошманы асыу өсөн паспортығыҙҙы биреп кенә торғанһығыҙмы, закон буйынса һеҙ танышығыҙҙың ситен эшен йәшергәнһегеҙ. Енәйәт кодексында был осраҡҡа айырым статья ҡаралған. Һеҙгә ҡарата түбәндәгеләр ҡулланыла ала:
– Ойоштороусы һәм директорҙың субсидиар яуаплылығы – Граждандар кодексының 399-сы статьяһы. Компанияның директоры, ойоштороусыһы үҙ аҡсаһы, фатиры һәм машиналары иҫәбенә яуаплылыҡ тота. Был субсидиар яуаплылыҡ тип атала. Әгәр компания иҫәп-хисап буйынса түләмәһә, суд унан аҡсаны түләтеүҙе талап итә ала.
– РФ Енәйәт кодексының 173-сө статьяһы.
Танышығыҙ фирма асырға уйлай, шулай уҡ эштәрҙә ярҙам итергә йыйына. Тимәк, бөтә билдәләр буйынса ысын хужа ул буласаҡ, ә һеҙ номиналь директор буласаҡһығыҙ – фирма менән формаль рәүештә идара иткән, ә ҡарарҙарҙы икенсе кеше ҡабул иткән ялған кеше.
– Һалым түләмәгән өсөн яуаплылыҡ – РФ Енәйәт кодексының 199-сы статьяһы.
Әгәр һеҙ номиналь директор булһағыҙ, штраф йәки срок алыу хәүефе бар. Номиналь директор закон алдында ысын директор кеүек үк яуап бирә, мәҫәлән, һалым түләмәгән йәки мутлашҡан өсөн.
Шулай уҡ банктарҙа аҡсаны биргәндә ойошма аша аҡсаны ҡулаҡсаға әйләндереү осрағы булырға мөмкин. Бындай операцияларҙы Росфинмониторинг һәм РФ Федераль Һалым хеҙмәте күҙәтә. Иҫәптәге финансты законһыҙ аҡсаға әйләндереүгә шик тыуған осраҡта яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең иҫәбе ябылырға, ә ойошма үҙе РФ Үҙәк Банкының “ҡара исемлегенә” индерелергә мөмкин. Иҫәптәге финансты законһыҙ аҡсаға әйләндереүҙә ҡатнашыусыларға штраф, ә ҡайһы бер осраҡтарҙа енәйәт яуаплылығы янай.
Рәсәй Федераль Һалым хеҙмәтенең БР буйынса район-ара инспекцияһының һалым контроле саралары һөҙөмтәһендә 2022 йылда ошондай осраҡҡа бәйле 63 етәксе һорау алыуға саҡырылды, уларҙың 51-е үҙҙәрен “номиналь” етәксе тип таныны, һөҙөмтәлә 36 етәксе РФ Енәйәт кодексының 173-сө статьяһы буйынса яза алды.
Рәсәй Федераль Һалым
хеҙмәтенең БР буйынса
2-се район-ара инспекцияһы.