Файҙалы күнекмәләр
1. Китап уҡыр алдынан маҡсат ҡуйырға. Ни өсөн китап уҡыйһың? Борсоған мәсьәләләргә яуап эҙләйһеңме? Әллә маҡсат итеп берәй файҙалы нәмә өйрәнеүҙе ҡуйҙыңмы?
Мәҫәлән, һинең маҡсат – һатыуҙа юғары күрһәткестәргә ирешеү. Тимәк, оҫта һатыу итергә һәм кешеләр менән етәкселек итә белергә тейешһең. Иң беренсенән, һатыу һәм етәкселек итеүҙең нескәлектәре тураһында иң яҡшы китаптар табып уҡырға. Шунан тағы психология, үҙ үҫешеү һәм мотивация тураһында китаптар табырға кәрәк.
2. Китапты бирелеп уҡырға.
Китап уҡыу – ул китап менән һөйләшеү. Һәр китап – ул авторҙың хеҙмәте, уның донъяға ҡарашы, таланты. Уҡып сыҡҡандарың хаҡында уйлан. Эске диалогың менән бәйләнеште өҙмә. Материал тураһында фекер йөрөт. Үҙеңдән: “Бөтәһе лә миңә аңлашыламы?” – тип һора. Бүлекте тағы бер тапҡыр уҡып сығырға кәрәкме? Мәғлүмәтте былай ғына йотма, китап менән бәйләнешкә ин.
3. Китапты шәп уҡымаҫҡа.
Китапты шәп кенә уҡып сығып, кәштәгә һалмағыҙ. Әгәр китапты шәп уҡығың килһә, тиҙлекте үҫтер. Әммә мәғлүмәтте тиҙ үҙләштереү тәжрибә менән килә бит. Китапты бер нисә көн йәиһә бер аҙна эсендә уҡыуҙың мәғәнәһе юҡ. Иң мөһиме, китаптан үҙеңә берәй нәмә алыу.
4. Үҙ форматыңды һайларға.
Хәҙер мөмкинлектәр күп: китаптарҙы магазинда һатып алырға, уларҙы интернет селтәренән күсереп алырға йәиһә тыңларға була.
5. Цитаталарҙы яҙып алырға, яҙмалар эшләргә.
Китаптағы кәрәкле мәғлүмәттәрҙе яҙып алып, юғалтмай һаҡлап була. Уҡып сыҡҡандан һуң ҡыҙыҡһыныу уятҡан өҙөктәргә кире әйләнеп ҡайт, ҡыҫҡа яҙма эшлә. Үҙеңдең уйҙарыңды, цитаталарҙы яҙыр өсөн берәй дәфтәр, блокнот башла. Илһамлан, улар менән бүлеш. Үҙеңдең блогыңа яҙмалар эшлә, ҡиммәтле идеялар һәр ваҡыт кәрәк буласаҡ.
6. Тормошта алған белемеңде киң ҡулланырға.
Был – иң серле төшөнсә. Китаптағы яҙылғандар һинең проблемаларыңды хәл итмәй, шуны бел. Ә тормошта алынған төплө белемеңде ҡулланып, фекер йөрөтөп, борсоған мәсьәләләреңде үҙеңсә хәл итәһең! Әгәр аңлап уҡыһаң, алған яңы белемеңде ҡайҙа һәм нисек итеп ҡулланырға һәм файҙаланырға белерһең. Килеп сыҡманымы? Яңынан эшләп ҡара. Бөтәһе лә тәжрибә менән килә, иң мөһиме, теләк булыуы һәм баштың дөрөҫ йүнәлештә эшләүенән тора бит.
Китап уҡығандың күңеле нурлы булыр
Хәҙерге заман балаларының китап уҡымауы, был шөғөлдө үҙ итмәүе тураһында күп тапҡыр ишеткәнебеҙ бар. Бының сәбәбен күптәр интернет һәм гаджеттарҙа күрә. Әммә заман технологиялары тормошобоҙға үтеп ингәнгә тиклем үк китап һөйөүселәр һәм уҡырға яратмаусылар булған. Һәр ата-әсәнең белемгә ынтылған, аҡыллы, уҡырға әүәҫ бала тәрбиәләп үҫтерергә теләүе аңлашыла, әлбиттә. Ләкин ҡайһы бер осраҡта китап яратҡан ғаиләләрҙә лә был шөғөлгә бөтөнләй битараф бала буй еткереүе ихтимал. Балала китап уҡырға теләк булдырыу һәм ошо ҡыҙыҡһыныуҙы һүндермәү юҫығында атай-әсәй нимә эшләй ала?
Уҡыуға – уйын аша
“Уҡыһаң – күпте белерһең”, “Ошоно уҡып сыҡһаң – белемең артыр” – бындай дәлилдәр менән уҡырға һөйөү уятыу бик икеле. Бәләкәй бала китапты уйын аша белеп үҫһә, отошлораҡ буласаҡ. Хәрәкәтсән уйындарҙан арып киткән баланы әкиәт йә шиғыр уҡып, ял иттерергә мөмкин.
Ҡабатлау – уҡыуҙың әсәһе
Баланың ҡабат-ҡабат бер үк әкиәтте йәки шиғырҙы уҡыуығыҙҙы һорауына аптырарға йә ризаһыҙлыҡ белдерергә ярамай. Был психологик комфорт тойғоһо менән бәйле, ошо әкиәтте уҡығанда балаға рәхәт һәм тыныс, ул үҙен яҡлаулы, һаҡлаулы тоя.
Китап һайлау
Нимә уҡырға икәнлеген баланың үҙенә һайларға юл ҡуйығыҙ. Һәр бер китап кешене нимәгә булһа ла өйрәтә: проза әҫәрҙәре тел байлығын тулыландыра, поэзия – үҙе бер серле донъя! Алда әйтеп үтелгәнсә, туҙғансы уҡылған яратҡан китап психологик комфорт тойғоһо бирһә, әле таныш түгел яңы йыйынтыҡ бығаса билдәле булмаған серҙәрҙе аса. Әкиәттәр фантазияны байыта, күҙ алдына килтерә белеү һәләтен үҫтерә, йәшәйешкә бағышланған хикәйә һәм романдар тормош тәжрибәһе бирә. Бәләкәй генә хикәйә-очерктар мәғлүмәтте нисек тос еткерергә мөмкин икәнлеген күр-һәтһә, ҡалын-ҡалын романдар хәтерҙе үҫтерә, түҙемлеккә өйрәтә.
Китап магазинына барыу, теләгән китабыңды ҡулыңда тотоп, асып ҡарап, һатып алыу мөмкинлеге лә булһа – тағы ла яҡшы! Китап менән танышыуҙы бала өсөн бәләкәй генә байрамға әйләндереп ебәргәндә, белемгә ынтылыу көсәйәсәк кенә.
Иң мөһиме – шәхси өлгө
Ниндәй генә дәлилдәр килтереп, белем алыуҙың ни тиклем мөһимлеген аңлатырға тырышмайыҡ, ата-әсәһе бөтөнләй китап тотмаған ғаиләлә уҡырға ынтылып торған баланың үҫеүе бик икеле. Шуға күрә китап уҡырға яратыу тигән яҡшы, ыңғай шөғөлдө ата-әсә иң беренсе үҙҙәрендә булдырырға һәм тәрбиәләргә тейеш. Кискеһен нисек кенә арып ҡайтһағыҙ ҙа, ун төрлө эшегеҙ өйөлөп ятһа ла, көнөнә 10-15 минут ваҡытығыҙҙы балалар менән китап уҡыуға арнарға тырышығыҙ.
Китап тотоп ултырған балаларығыҙға ҡарап ҡыуанып ҡына ҡалмағыҙ, уларҙың нимә уҡыуы менән дә ҡыҙыҡһынығыҙ. Йәшенә тура килмәгән йәки тыйылған әҙәбиәтте уҡыу баланың рухи һәм әхлаҡи үҫешенә зыян килтереүе ихтимал.
Уҡыған китабы тураһында һеҙҙең менән фекер алышырға теләй икән, бик яҡшы! Аңлашылмаған урындарын һорауы, бәхәсле ерҙәренә һеҙҙең ҡарашты белергә тырышыуы балағыҙҙың ышанысы, һеҙҙең абруйығыҙ хаҡында һөйләй.
Китаптарҙы рәхәтләнеп уҡығыҙ!