Мәсетле тормошо
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ЙОНДОҘНАМӘ (29 май – 4 июнь)

ҠУҘЫ Кисектергән эштәргә кире ҡайтып, тамамлап ҡуйырға ваҡыт, юғиһә тәнҡит һүҙҙәре ишетерһегеҙ. Йондоҙҙар шулай уҡ ошо арала бурысҡа аҡса бирмәҫкә һәм алмаҫҡа кәңәш итә.

ЙОНДОҘНАМӘ (29 май – 4 июнь)
ЙОНДОҘНАМӘ (29 май – 4 июнь)

БУҒА

Аҙна башындағы төшөнкөлөктө, фекер тарҡаулығын осор аҙағына ҡарай күңел күтәренкелеге, шәп кәйеф һәм әүҙемлек алмаштырыр. Эш урынында йөкләмәләр артып китеүе бар. Уның ҡарауы, етәкселек хеҙмәтегеҙҙе тейешенсә баһалар. 

 

ИГЕҘӘКТӘР

Һеҙгә туранан-тура ҡағылышы булмаған мәсьәлә арҡаһында көсөргәнешле хәл тыуыр. Борсолмағыҙ, был ваҡытлыса ғына. Йома мөһим ҡарар ҡабул итергә тура килер, моғайын.

 

ҠЫҪАЛА

Карьера үҫеше борсой икән, бының менән етди шөғөлләнергә кәрәк. Оҙайлы юлға сығып китеүегеҙ ихтимал, ул уңышлы буласаҡ. Ғаиләгеҙ, ял тураһында ла онотмағыҙ.

 

АРЫҪЛАН

Аралашыу даирәһе артыр. Юлға сығырға тура килеүе бар. Ҡыҙыҡлы танышыу шәхси тормошоғоҙҙо кинәт үҙгәртеүе ихтимал. Иң уңышлы көнөгөҙ – шаршамбы.

 

ҠЫҘ

Белем алыу, эш эҙләү өсөн ҡулай аҙна. Дүшәмбе иңегеҙгә ҙур яуаплылыҡ алырға тура килер. Үҙегеҙҙең хаҡ булыуығыҙға ныҡлы инанмаһағыҙ, бәхәскә инмәгеҙ. Осор аҙағында сәфәр сығырһығыҙ, моғайын.

 

ҮЛСӘҮ

Аҙна аралашыуҙарға бай булмаҡсы. Кесе йомала киләсәккә пландарығыҙҙың кинәт үҙгәреп китеүе ихтимал. Эштәге мәсьәләләрҙе эске тойомлауға таянып хәл итергә тырышығыҙ.

 

САЯН

Һөнәри үҫеш, өр-яңы проекттар өсөн уңышлы осор. Көс-ҡеүәтегеҙҙе мөһим һәм ҡыҙыҡлы эштәргә генә сарыф итегеҙ. Яҡындарығыҙ менән мөғәмәләлә йомшағыраҡ булығыҙ, уларҙың ҡайһы бер етешһеҙлектәрен ғәфү итә белегеҙ.

 

УҠСЫ

Бөтә нәмәгә тыныс ҡарарға тырышығыҙ, барлыҡ бурыстарҙы үҙ иңегеҙгә алмағыҙ. Шишәмбе һәр ғәмәлде алдан күҙаллап башҡарһағыҙ, күңелһеҙ хәлдән ҡотолорһоғоҙ. Аҙна аҙағында эштә юғарыраҡ вазифа тәҡдим итеүҙәре бар.

 

ЫЛАҠ

Мөһим эште ваҡытында тамамлағыҙ. Шәхси тормошта аныҡ ҡарарға килерһегеҙ. Аралашыу һәләте уңышҡа өлгәшергә ярҙам итер. Йондоҙҙар сәйер эштәрҙән йыраҡ торорға кәңәш итә.

 

ҺЫУҒОЯР

Ҙур пландар ҡормағыҙ. Был арала ваҡ-төйәк мәсьәләләр күбәйеп китер, моғайын. Яҡындарығыҙҙың үтенесе буйынса аралашсы ролен үтәргә тура килер, бәлки.  Иң уңышлы көндәр – дүшәмбе һәм шәмбе.

 

БАЛЫҠ

Яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәттәр йылыныр. Яңғыҙҙарҙың үҙ парын осратыуы бар. Матди хәлегеҙ ярайһы уҡ яҡшырыр. Эштә һаҡ булығыҙ: эргәгеҙҙә көнсөл әҙәмдәр юҡ түгел.

Фото

Источник: https://bashgazet.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/2023-05-26/yondo-nam-29-may-4-iyun-3275086 

Автор: