Бөтә яңылыҡтар

Татьяна Черниговская: “Беҙҙең цивилизацияла китаптарҙан мөһимерәк бер нәмә лә юҡ”

Китапты ни өсөн һәм нисек уҡырға Татьяна Владимировна Черниговская – нейрофән һәм психолингвистика, шулай уҡ аң теорияһы өлкәһендәге совет һәм Рәсәй ғалимы. Биология фәндәре докторы, филология фәндәре докторы, Рәсәй мәғариф академияһы ағза-корреспонденты, Рәсәйҙең атҡаҙанған юғары белем биреү эшмәкәре һәм атҡаҙанған фән эшмәкәре, Санкт-Петербург дәүләт университетының дөйөм тел ғилеме кафедраһы профессоры, Санкт-Петербург дәүләт университетының когнитив тикшеренеүҙәр лабораторияһы һәм тәбиғи, гуманитар фәндәр конвергенцияһы проблемалары кафедраһы мөдире.

Татьяна Черниговская: “Беҙҙең цивилизацияла китаптарҙан мөһимерәк бер нәмә лә юҡ”
Татьяна Черниговская: “Беҙҙең цивилизацияла китаптарҙан мөһимерәк бер нәмә лә юҡ”

Беҙҙең мейе, организм булараҡ, туҡланыуға мохтаж, ти билдәле ғилми эшмәкәр, нейролингвист Татьяна Черниговская. Организм май, аҡһым һәм углевод менән туҡланһа, мейебеҙ мәғлүмәт ҡабул итә. Был йәһәттән уның өсөн иң яҡшы аҙыҡ булып китап тора. Китаптарҙы нисек уҡырға, уларға альтернатива бармы икәнлеге тураһында һәм уҡыған ваҡытта мейебеҙҙә нимә барғаны хаҡында Татьяна Черниговская һөйләй.

Баҫма һәм электрон китаптар: айырма нимәлә
Хәҙерге заманда баҫма китаптарҙы аҙ уҡый башланылар. Татьяна Черниговская быны, тәү сиратта, донъяла дөйөм мәҙәниәттең түбәнәйеүе менән аңлата. Һәм һиҙелерлек тағы бер тенденция – уҡыусыларҙың электрон китаптарға күсеүе. Китаптар электрон сығанаҡтарға күскәндән һуң бер нәмә лә үҙгәрмәгән һымаҡ: уның йөкмәткеһе шул уҡ. Ләкин, Татьяна Черниговская әйтеүенсә, шуның менән оҡшашлыҡ тамамлана. Кешенең ниндәй китапты (электрон йәиһә баҫма) уҡыуына ҡарап, мейелә төрлө процестар бара. Мейе башҡаса эшләй, күҙ ҙә башҡаса күрә, тип билдәләй Черниговская.
Быға миҫал итеп Татьяна Владимировна билдәле балалар офтальмологы күҙәтеүҙәрен килтерә. Табип билдәләүенсә, ҡасандыр уға ихаталағы бәхәстәр арҡаһында күҙҙәре зыян күргән балаларҙы дауаларға тура килгән. Әммә хәҙер ундай осраҡтар юҡ, уның ҡарауы, икенсе проблема килеп тыуа. Хәҙер балаларҙа иң йыш осраған диагноз – гаджеттар тыуҙырған күрәшлек. Балалар унан бер көнгә лә айырылмай.
Татьяна Черниговская баҫма һәм электрон китаптар уҡыуҙы музейға сәфәр менән сағыштыра, сөнки унда картиналарҙың төп нөсхәһен ҡарарға була. Был йәһәттән китап мейе өсөн нәзәкәтле ризыҡ булып тора, тип билдәләй нейролингвист.
Татьяна Черниговская үҙе йыш ҡына электрон китаптарға, ғилми мәҡәләләргә мөрәжәғәт итергә мәжбүр, ләкин ҡағыҙ китаптар уҡыу уның тормошоноң мөһим өлөшө булып тора.

Уҡыу мейегә нисек тәьҫир итә?
Беҙҙең мейе ғүмер буйы мәғлүмәт туплай. Ул уҡымай булдыра алмай. Шуға күрә көндәлек мәшәҡәттәр яңы нейрон бәйләнештәр барлыҡҡа килеүгә йоғонто яһай. Черниговская һүҙҙәренсә, беҙҙең мейелә яңы нейрон бәйләнештәр һәр секунд һайын формалаша. Һәм бында иң мөһим һорау: был бәйләнештәрҙең сифаты ниндәй. Сифат иһә мейебеҙгә ниндәй сорттағы (түбән йәиһә юғары) “аҙыҡ ашатыуыбыҙҙан” тора.
Татьяна Черниговская китап уҡыу – ул ял итеү тигән мифты юҡҡа сығара. Сифатлы музыка тыңлағанда, классик әҫәрҙәр уҡығанда мейе ял итә тип әйтеп булмай. Нейролингвист иҫәпләүенсә, был бер нисә билдәһеҙ менән ҡатмарлы тигеҙләмәне сығарыуға ҡарағанда ауырыраҡ эш.

Китапты нисек уҡырға?
Күҙ менән дә, баш менән дә уҡырға мөмкин. Мәҫәлән, хафаға ҡалғанда, нимәлер тураһында уйлағанда, китапты баш менән түгел, күҙ менән генә уҡыйбыҙ. Тексты механик сканерлау ғына үткәрелә, уның йөкмәткеһе хәтерҙә ҡалмай.
Кешенең китапты уҡығанда, уның ниндәй маҡсатҡа ынтылыуы мөһим. Әгәр был ғилми әҙәбиәт булһа – бер маҡсат: мәғлүмәт менән танышыу, анализ яһау. Уҡыусы йыш ҡына, нәфис әҙәбиәтте уҡығанда, әҫәрҙең сюжетын ғына белергә теләй. Мәктәптәрҙә тап ошондай хәл күҙәтелә лә инде.
Татьяна Черниговская әйтеүенсә, китаптың сюжетын күҙәтеү генә түгел, уның деталдәре менән ҡыҙыҡһыныу ҙа: геройҙарҙың һөйләшеүе, тәртибе, теге йәиһә был ҡылыҡтарҙың сәбәптәрен аңлатырға ынтылыу мөһим. Бындай уҡыу интеллект-ты үҫтерә.
Әлбиттә, аҡыллы кешеләр менән әңгәмәләшкәндә лә, классик музыка, һынлы сәнғәт ярҙамында ла интеллектты үҫтерергә мөмкин. Әммә, былар менән сағыштырғанда, китап өҫтөнлөккә эйә. “Китаптан да мөһимерәк һәм әһәмиәтлерәк нәмә беҙҙең цивилизацияла юҡ”, – тип билдәләй Татьяна Черниговская.

Фото

Автор: