Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
5 Апрель 2023, 09:15

Апрелдә магнит дауылдары

2023 йылдың апрелендә, яҡынса фараздар буйынса, төрлө ҡеүәтле бер нисә оҙайлы магнит дауылы көтөлә.

Апрелдә магнит дауылдары
Апрелдә магнит дауылдары

Тәүге магнит дауылы ай башында – 1 – 7 апрелдә. Магнит дауылының иң юғары нөктәһе 1 апрелгә тура килә – геомагнит йоғонтоһо уртаса көскә эйә буласаҡ һәм башлыса метеоһиҙгер кешеләргә ҡағыласаҡ.
Фараздар буйынса, 11 апрелдә еңелсә геомагнит тулҡыны көтөлә, ул метеоһиҙгер кешеләргә генә тәьҫир итәсәк.
Иң оҙайлы магнит дауылы 16 – 24 апрелдә була. Уның иң юғары нөктәһе 18 апрелгә тура килә һәм метеоһиҙгерҙәргә генә түгел, һау-сәләмәт кешеләргә лә йоғонто яһаясаҡ.
Һуңғы магнит дауылы 26 – 30 апрелдә, уртаса көстә булыр тип көтөлә, әммә күптәр хроник ауырыуҙарҙы иҫенә төшөрөр.
Белгестәр күҙаллауынса, апрелдең ҡалған көндәрендә Ҡояшта әүҙем ҡабыныу көтөлмәй.

Автор: