Быны түбәндәге ысулдар менән эшләргә мөмкин:
- Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтының “Физик берәмектәр өсөн шәхси кабинет” интернет-сервисы ярҙамында;
- “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында “Һалым бурысы” сервисында;
- Күп функциялы үҙәктең теләһә ҡайһы офисында йәиһә һалым органында.
Булған бурысты түбәндәге ысулдар менән түләргә мөмкин:
- Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең “Физик берәмектәр өсөн шәхси кабинет” һәм “Һалым һәм пошлиналар түләү” электрон сервистары ярҙамында;
- түләү терминалдары, банк аша һәм “Рәсәй почтаһы” бүлексәләрендә.
Шулай уҡ “Физик берәмектәр һалымы” шәхси кабинетының мобиль версияһы ярҙамында онлайн режимында һалымдар буйынса бурысты тиҙ һәм уңайлы рәүештә ҡапларға мөмкин. “Физик берәмектәр һалымы” мобиль ҡушымтаһын AppStorе һәм GooglePlaу платформаһы аша телефонға ҡуйырға мөмкин.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: һалымдарҙы ваҡытында түләмәү пеня, суд буйынса сығым, суд приставтары хеҙмәтенең башҡарыу йыйымы, шулай уҡ мөлкәтте баһалау һәм һатыуға сығымдар рәүешендә өҫтәмә сығымдарға килтерә.
Физик берәмектәрҙең 2021 йылға мөлкәт һалымын түләү ваҡыты 2022 йылдың 1 декабрендә тамамланды!