Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
22 Декабрь 2022, 11:00

Беҙгә Яңы йыл килә

Йәшел ҡупшыҡайҙы ҡасан һатып алыу яҡшыраҡШыршы, энәләре Яңы йыл байрамдарының башланғансы ҡойолмай торһон өсөн, уны өйҙә ултыртырға ашыҡмаҫҡа кәрәк. Тере шыршыны декабр-ҙең егермеләренән һуң һатып алырға кәңәш ителә, тип белдерҙеләр “Роспотребнадзор”ҙың матбуғат хеҙмәтендә.

Беҙгә Яңы йыл килә
Беҙгә Яңы йыл килә

Ведомство белгестәре һығылмалы ботаҡлы, тигеҙ һәм йыуан олоно булған ағасты һайларға кәңәш итә. Яҡшы шыршының тик бер генә башы була, әгәр ике, өс йәиһә ул киҫелгән икән, һатып алыуҙан баш тартырға кәрәк.
Шыршының энәләре йәшел, сағыу төҫтә, һығылмалы булырға тейеш. Шыршыны тикшереү өсөн ергә олон менән һуғырға йәиһә ағасты һелкетергә кәңәш ителә – энәләр ныҡ ҡойолһа, йәиһә саҡ һарғайған энәләр булһа, тимәк, ағас күптән киҫелгән. Ылыҫтың үҙенсәлекле еҫе булмауы ла ошо хаҡта һөйләй – уны тикшереү өсөн бармаҡ менән бер нисә энәһен ышҡып ҡарарға кәрәк.
Шулай уҡ урман үҫентеләрен законһыҙ ҡырҡҡан һәм уға зыян килтергән өсөн граждандарҙы административ яуаплылыҡҡа тарттырыуҙары ихтимал икәнен иҫтә тотоу зарур.
Законһыҙ киҫеү
Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, рөхсәтһеҙ киҫелгән, урман үҫентеләренә зыян килтергән йәиһә урманда үҙ белдегең менән ағас ҡаҙып алған өсөн түбәндәге яза ҡаралған:
– Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 8.28-се статьяһына ярашлы, граждандарға – 3000-4000 һум, вазифалы кешеләргә – 20000-40000 һум, юридик шәхестәргә 200000-300000 һум күләмендә административ штраф һалыу янай.
Автомобиль һәм башҡа техника төрөн ҡулланып ҡылынған ошондай уҡ ғәмәлдәр өсөн граждандарға продукцияны һәм административ хоҡуҡ боҙоу ҡоралын тартып алыу һәм 4000-5000 һум күләмендә административ штраф һалыу язаһы янай; вазифалы кешеләргә – продукция һәм административ хоҡуҡ боҙоу ҡоралын тартып алыу юлы менән 40000-дән 50000 һумға тиклем; юридик берәмектәргә – продукция, шулай уҡ административ хоҡуҡ боҙоу ҡоралын тартып алыу юлы менән 300000-дән 500000 һумға тиклем.
– 5000 һумдан ашыу суммаға зыян килтергән осраҡта енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 260-сы статьяһының 1-се өлөшөнә ярашлы, ғәйеплене ике йылға тиклем иректән мәхрүм итеү һәм 100000-дән 200000 һумға тиклем штраф һалыу ҡарала. Әгәр законһыҙ ғәмәл бер төркөм кешеләр тарафынан йәиһә хеҙмәт вазифаһын файҙаланып ҡылынһа, Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 260-сы статьяһының 2-се өлөшө буйынса енәйәт ҡылыусының дүрт йылға тиклем иректән мәхрүм ителеүе ихтимал, уға 150000 – 300000 һум күләмендә штраф һалына. Айырыуса ҙур күләмдә законһыҙ шыршы киҫкән (150000 һумдан ашыу зыян килтерелгән) өсөн Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 260-сы статьяһының 3-сө өлөшө 300000-дән 500000 һумға тиклем күләмдә штраф менән ете йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡаралған.

Мәсетле районында шыршыны Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Курорт урамы, 55 “а” адресы буйынса урман хужалығында һатып алырға мөмкин. Бында һеҙ Яңы йыл ҡупшыҡайының күңелегеҙгә ятҡанын табырһығыҙ: шыршының бейеклеге – 0,5-3 метр, хаҡы – 250-300 һум.

Фото

Автор: