Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
7 Декабрь 2022, 12:00

Балалы ғаиләләргә тейешле пособиелар берләштерелә

2023 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә балалы ғаиләләргә тейеш булған түләүҙәр берҙәм пособиеға берләштерелә.

Бер ғариза нигеҙендә:
- 12 аҙнаға тиклем иҫәпкә торған йөклө ҡатындарға,
- тәүге балаға,
- өсөнсө бала тыуғанда,
- 3 йәштән 7 йәшкәсә балаларға,
- 8 йәштән 17 йәшкәсә балаларға түләү юлларға була.

Бынан тыш, берҙәм пособиены мохтаждар иҫәбенә ингән яңы категория, йәғни икенсе балаһына өс йәш тулмаған ғаиләләр ҙә аласаҡ. Әлегә тиклем бындай ғаиләләр түләүҙе әсәлек капиталы аҡсаһынан ғына алырға хоҡуҡлы ине.

Түләүҙең нисек иҫәпләнеүе хаҡында беҙҙең сайтта уҡығыҙ: vk.cc/ciVHQw

Источник: https://bashkizi.ru/news/explain_bash/2022-12-06/balaly-ail-l-rg-teyeshle-posobielar-berl-shterel-3059000 

Автор: