Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
23 Ноябрь 2022, 15:50

Хәүеф тыуҙырған бина

“Мәсетле тормошо” гәзите редакцияһына Яңы Мөслим ауылынан Сәхибә Хәйерзаманованан хат килде.“Быйыл яҙ Яңы Мөслим ауылында граждандар йыйылышында ярым емерек торған кирбес клубты һүтеүгә бәйле мәсьәлә әүҙем тикшерелде. Яңы Мөслим ауылы халҡы был мәсьәләне хәл итеүҙәрен һораны. Оҙаҡламай ҡыш етәсәк, ә мәсьәлә хәл ителмәгән”.

Хәүеф тыуҙырған бина
Хәүеф тыуҙырған бина

Һорауға Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Альберт Ғилметдинов яуап бирә:
– Хәүеф тыуҙырған бинаны емереү өсөн махсус техника кәрәк. Үҙ көсөбөҙ менән быны башҡарыу мөмкин түгел. Ундай техникаһы булған подряд ойошмалары эште атҡарыу өсөн 900 мең һумдан ашыу аҡса һорай. Ауыл биләмәһенең бөгөн был күләмдә аҡсаһы юҡ. Әммә беҙ был мәсьәләне хәл итеүҙең икенсе юлдарын ҡарайбыҙ, аҡса эҙләйбеҙ.

Автор:Лариса Михалькова