Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
22 Ноябрь , 15:30

Халыҡ-ара улдар көнө

22 ноябрь - Халыҡ-ара улдар көнө. Бөтә улдарҙы һәм уллыларҙы байрам менән ҡотлайбыҙ! Бәләкәс кенә ағайСикәһенән үпкән була,Онотмай тәпәйен дә,Уйынсыҡтарын да бирә,Бүлешә әпәйен дә.Ағай булып ҡарауыллай,Йоҡоһон тора һаҡлап,Үҫә биргәс ата ҡаҙҙанЙөрөтөр әле яҡлап!Анһат түгел ағай булыу –Өлгө булырға кәрәк!Үҫеп алһа, ҡустыһы лаБулыр үҙенә терәк.Яратҡанын әйтә белмәй ,Ҡустыһын күрһә – көлә,Үҙе бәләкәс булһа ла,Ул ағай була белә!Фирүзә Абдуллина.

Халыҡ-ара улдар көнө
Халыҡ-ара улдар көнө

Ғаилә байрамдары быуындар араһындағы бәйләнеште, туғанлыҡ ептәрен нығытыуға һәм яҡынайтыуға арналға. Тағы ла балаларҙың шәхесен формалаштырыуҙа мөһим рол уйнай. Ундай байрамдарҙың береһе – Улдар көнө. Рәсми беркетелмәгән һәм сағыштырмаса яңыраҡ барлыҡҡа килгән, шулай ҙа мәҙәниәтебеҙҙең бер өлөшө булып өлгөргән байрам беҙҙә лә билдәләнә.

Байрамдың ҡайҙан килеүе тураһында бик күп фараздар бар. Билдәле булыуынса, ул бала бөтә донъяла ҡыҙ балаға ҡарағанда ла ҡиммәтерәк һаналған, шуға күрә күп кенә мәҙәниәттәрҙә ир-атты хөрмәтләү йолаһы бар.

Бөтә улдарҙы һәм уллыларҙы байрам менән ҡотлайбыҙ!

Автор:Рузилә Иҫәнбаева
 
Автор:Лариса Михалькова