Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
26 Октябрь 2022, 14:20

Һалым түләү тураһында белдереү ҡағыҙын 15 минут эсендә алырға мөмкин

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 2021 йыл өсөн физик берәмектәргә мөлкәт һалымын түләүгә белдереү ҡағыҙҙарын ебәреү дауам итә.

Һалым түләү тураһында белдереү ҡағыҙын 15 минут эсендә алырға мөмкин
Һалым түләү тураһында белдереү ҡағыҙын 15 минут эсендә алырға мөмкин

Белдереү ҡағыҙҙары граждандарға почта аша заказлы хат менән ебәрелә, ә электрон форматта улар Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтының “Физик берәмектәр өсөн шәхси кабинет” интернет-сервисында сағылыш таба.
Иғтибар итегеҙ: түләүсе шәхси кабинет менән файҙаланмаһа, ул йәшәү урыны буйынса һалым инспекцияһында йәиһә Күп функциялы үҙәктең теләһә ниндәй офисында 15 минут эсендә һалым тураһында белдереү ҡағыҙын алыу мөмкинлегенә эйә.
Милек һалымын үҙегеҙгә уңайлы ысул менән түләргә мөмкин:
– Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең (www.nalog.gov.ru) рәсми сайтында “Физик берәмектәр өсөн шәхси кабинет” һәм “Физик берәмектәр өсөн һалым һәм пошлина түләү” интерактив сервистары ярҙамында;
– “Физик берәмектәр һалымы” мобиль ҡушымтаһы ярҙамында;
– банк йәиһә “Рәсәй почтаһы”ның теләһә ниндәй бүлексәһендә;
– банктарҙың түләү терминалы аша.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 2021 йыл өсөн физик берәмектәрҙең милек һалымын түләү ваҡыты 2022 йылдың 1 декабренә тиклем билдәләнгән.
Шулай уҡ Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтында “2022 йылға һалым белдереүе” промо-бите эшләй, унда 2021 йыл өсөн физик берәмектәрҙең мөлкәт һалымын түләүгә һалым белдереү ҡағыҙы менән бәйле бөтә һорауҙар буйынса тулы мәғлүмәт бирелгән.
Рәсәй Һалым хеҙмәтенең
Башҡортостан Республикаһы буйынса 2-се район-ара инспекцияһы.

Автор:Лариса Михалькова