Мәсетле тормошо
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
18 Октябрь 2022, 15:50

2021 йылға милек һалымдарын ваҡытында түләгеҙ

Октябрь аҙағына тиклем һалым белдереүҙәре граждандарға почта аша заказлы хаттар менән ҡағыҙҙа ебәреләсәк йәки сервис менән файҙаланыусылар өсөн электрон төрҙә “Һалым түләүсенең шәхси кабинеты”нда урынлаштырыласаҡ.

2021 йылға милек һалымдарын  ваҡытында түләгеҙ
2021 йылға милек һалымдарын ваҡытында түләгеҙ

Граждандарҙы хеҙмәтләндергән теләһә ниндәй һалым инспекцияһына йәки ошо хеҙмәтте күрһәткән күп функциялы үҙәккә ғариза менән мөрәжәғәт итеп, граждандың теләге буйынса һалым белдереүен алырға мөмкин. Күрһәтелгән белдереү ҡағыҙҙары һалым һалынған мөлкәт – ер участкалары, капиталь төҙөлөш объекттары, транспорт саралары хужаларына адресланған.
Мөлкәткә, шулай уҡ ергә һәм транспортҡа иҫәпләнгән һалымды 2022 йылдың 1 декабренән дә һуңға ҡалмайынса түләргә кәрәк.

Фото

Автор:Лариса Михалькова