Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
21 Сентябрь 2022, 10:15

Оло йәштәге граждандар иғтибарына

Пенсия йәшендәге мәсетлеләр “Янғантау” геопаркына бушлай экскурсияла ҡатнаша ала, сәфәр “Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм” республика проекты нигеҙендә ойошторола.

Оло йәштәге граждандар иғтибарына
Оло йәштәге граждандар иғтибарына

Мәсетле районынан 26 кеше геопаркта булды ла инде.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: проект 55 йәшкә (ҡатын-ҡыҙҙар өсөн) һәм 60 йәшкә (ир-егеттәр өсөн) еткән Рәсәй граждандары, шулай уҡ күп йылдар хеҙмәт иткән, Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә даими теркәлгән пенсионерҙар өсөн тормошҡа ашырыла.
Башҡортостан буйлап сәйәхәткә бушлай йылына бер тапҡыр сығырға мөмкин.
Программала ҡатнашыусы өсөн трансфер, страховка, маршрут буйынса экскурсия (8-10 сәғәт), гид-экскурсовод, медицина һәм социаль хеҙмәткәр оҙатып йөрөүе, эсәр һыу – бушлай.
Белешмәләр өсөн телефон: 8-927-321-99-44,
8-919-146-64-81.

Автор:Лариса Михалькова