Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
23 Август 2022, 15:30

Һалым түләүсенең шәхси кабинеты аша хәбәрҙар булығыҙ

Әлеге ваҡытта Федераль һалым хеҙмәте 70-тән ашыу электрон сервис һәм мобиль ҡушымта әҙерләгән, улар ярҙамында һалым органдары менән онлайн режимында үҙ-ара килешеп эш итергә мөмкин.

Һалым түләүсенең  шәхси кабинеты аша  хәбәрҙар булығыҙ
Һалым түләүсенең шәхси кабинеты аша хәбәрҙар булығыҙ

Физик берәмектәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты граждандар араһында иң популяр сервис булып ҡала. Уның ярҙамында 3-НДФЛ декларацияһын бирергә, мөлкәт өсөн һәм социаль тотоп ҡалынған аҡсаны алырға, бурысты, һалымды түләргә, килеп тыуған һорауҙарҙы көйләргә мөмкин. Бының өсөн гражданға паспорты менән теләгән һалым инспекцияһына барырға кәрәк.
Ойошмалар һәм шәхси эшҡыуарҙар ҙа эшмәкәрлек өсөн шәхси кабинеттарын йышыраҡ файҙалана – электрон ҡултамға алалар. Квалификациялы электрон ҡултамға һәр һалым органында бушлай бирелә.
Һалым түләүсе инспекцияға бармайынса үҙе тураһында бөтә мәғлүмәтте күрә, бюджет менән иҫәп-хисап мәсьәләләрен көйләй, иҫәп-хисап биреү ваҡытының үтәлешен күҙәтә, иҫәп-хисап буйынса сикләүҙәрҙе алып, мөрәжәғәттәр ебәрә, хеҙмәттәр ала һәм башҡалар. Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең электрон сервистарын файҙаланығыҙ һәм һалымға бәйле бөтә ваҡиғаларҙы белеп тороғоҙ.
Рәсәй Һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса 4-се район-ара инспекцияһы.

Автор:Лариса Михалькова