Мәсетле тормошо
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
25 Июль 2022, 12:45

Августа магнит дауылы

Августа бер нисә магнит дауылы көтөлә, метеоһиҙгер кешеләргә был көндәргә алдан әҙерләнеү яҡшыраҡ.

Августа магнит дауылы
Августа магнит дауылы

Йәйҙең өсөнсө айында 3-9 һәм 12-21 тиклем сағыштырмаса хәүеф-һеҙ көндәр.
1 августа уҡ еңелсә магнит дауылы көтөлә. 2 һәм 3 августа бер аҙ тирбәлеүе ихтимал, улар һиҙгер кешеләрҙең хәлендә артыҡ сағылмаясаҡ.
Уртаса көсөргәнешле магнит дауылы 10 августа башлана һәм 11-енә тиклем дауам итә. Был осорҙа физик әүҙемлек, алкоголь, майлы аҙыҡ һәм тонусты күтәреүсе эсемлектәрҙән баш тартырға кәңәш ителә.
16 августан 22 тиклем ҡеүәтле магнит дауылы көтөлә. Табип тәғәйенләгән дарыуҙарҙы алдан ҡабул итергә, ауыр эштән баш тартырға кәрәк.
29 июндә ҡояш әүҙемлеге бер аҙ кәмеүе фаразлана. Кире йоғонтоларҙы күҙәтергә һәм уларҙы бөтөрөү буйынса саралар күрергә кәңәш ителә.
Асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Лариса Михалькова