Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
20 Июль 2022, 10:30

Әүҙемдәр һәм хәүефлеләр

Талпан энцефалиты менән хәл көсөргәнешле ҡала Башҡортостанда быйыл талпан тешләү аша йоҡҡан инфекция һәм бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк менән ауырыу осраҡтары артты. Ошо хаҡта Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республиканың Роспотребнадзор етәксеһе Анна Казак һөйләне.

Әүҙемдәр һәм хәүефлеләр
Әүҙемдәр һәм хәүефлеләр

Башҡортостандың туғыҙ ҡалаһында һәм егерме районында талпан тешләүгә бәйле насар хәл теркәлгән, тип билдәләнә. Улар – Өфө, Бәләбәй, Бөрө, Ишембай, Нефтекама, Октябрьский, Сала-уат, Туймазы, Ағиҙел, шулай уҡ Асҡын, Белорет, Благовар, Благовещен, Бүздәк, Ғафури, Дүртөйлө, Ейәнсура, Илеш, Иглин, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Мәсетле, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Учалы, Саҡмағош һәм Шаран райондары.
Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы табип-эпидемиологы Рима Алюкованың әйтеүе буйынса, ҡаҙалғандан һуң иксод талпандар кешене талпан энцефалиты, иксод талпан боррелиозы (Лайм ауырыуы), эрлихиоз, анаплазмоз һәм башҡа йоғошло ауырыуҙар менән зарарлауы мөмкин.
Талпан энцефалиты булғанда үҙенсәлекле профилактиканың төп сараһы – вакцина ҡулланыу. Организмда иммунитет барлыҡҡа килһен өсөн вакцинацияны талпандар әүҙемләшә башлағанға тиклем, ҡыш көнө йәиһә иртә яҙҙа башлау яҡшыраҡ. Шулай уҡ ашығыс вакцинацияһы ла бар, уны яҙғыһын һәм йәйгеһен, ике этапта үткәрәләр. Балаларға прививканы өс йәштән яһатырға рөхсәт ителә.
Талпан ҡаҙалған осраҡта прививка яһалмағанда тиҙ арала талпанға ҡаршы иммуно-глобулин менән ауырыуҙы иҫкәртеү үткәрелә. Ул ҡаҙалғандан һуң дүрт көн эсендә һәм талпанды тикшереү һөҙөмтәһен алғандан һуң эшләнә.
Быйыл 160 кеше, шул иҫәптән 56 бала, талпан ҡаҙалыуға зарланып район дауаханаһына мөрәжәғәт иткән.
Лаборатор тикшереү барышында боррелийҙар менән зарарланыуҙың бер осрағы асыҡланған, улар кешелә Лайм ауырыуын тыуҙыра. Ваҡытында күрелгән иҫкәртеү саралары арҡаһында инфекцияның таралыуына юл ҡуйылмаған.
Әлеге ваҡытта районда вируслы талпан энцефалиты менән ауырыусылар теркәлмәгән.

Автор:Лариса Михалькова