Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡарауһыҙ малдар хәүеф тыуҙыра

Яҙ етеү менән ауыл хужалығы малдарының ҡарауһыҙ иреккә сығарылыуы мәсьәләһе йәнә киҫкенләшә.

Ҡарауһыҙ малдар хәүеф тыуҙыра
Ҡарауһыҙ малдар хәүеф тыуҙыра

Мәсетле районы территорияһында “Аҡтау” йәмғиәте, “Ленинский” кооперативы, “Йондоҙ” йәмғиәте кеүек эре хужалыҡтар һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары үҙ эшмәкәрлеген алып бара. Милек формаһына ҡарамаҫтан, барыһында ла хеҙмәтсәндәр көндәлек хеҙмәттәре менән баҫыу һөрөүгә һәм ауыл хужалығы культуралары сәсеүгә күп көс һала. Ә халыҡ һыйырҙарын, һарыҡ-кәзәләрен ҡарауһыҙ сығарып ебәреп, ауыл эшсәндәренең хеҙмәтен юҡҡа сығара.
Бынан тыш, малдар юлға сығып, авария осраҡтарына килтерә, уларҙың фажиғәле тамамланғандары ла бар.
Малдар парктарға, скверҙарға, халыҡтың ял итеү урындарына зыян килтерә. Был турала район гәзите биттәрендә йыш яҙылып тора, Мәсетле районы хакимиәте сайттарында һәм социаль селтәрҙәрҙә даими материалдар баҫтырыла, граждандар йыйылыштарында йыл һайын ошо тема күтәрелә, әммә хәл үҙгәрешһеҙ ҡала.
Райондың барлыҡ торама пункттарында ауыл советтары ҡарары менән таҙалыҡ, тәртип булдырыу һәм төҙөкләндереү буйынса ҡағиҙәләр ҡабул ителә. Уларға ярашлы, йорт хайуандары һәм ҡоштары хужаның үҙ ерендә аҫралырға тейеш, ә көтөү кәртәләнгән ерҙә йөрөргә йәки кәртәләнмәгән урында бәйҙә торорға, йәки хужаның йәки уның был эште ышанып тапшырған кешеһе (көтөүсе) тарафынан көтөлөргә тейеш.
Ҡағиҙәгә ярашлы, малдарҙы дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлдары һыҙаттарында, урамдарҙа, скверҙарҙа, парктарҙа һәм ауыл биләмәһенең торама пункттар сиктәрендәге майҙанда, тәүлектең ҡараңғы ваҡытында көтөү тыйыла. Бынан тыш, хужалар малдарын көтөүгә ҡыуып ҡуйырға һәм ҡаршы алырға тейеш. Әммә, тәжрибәнән күренеүенсә, ысынбарлыҡта был талаптар үтәлмәй.
Ауыл хужалығы малдары хужаларына закондың был талаптарын боҙған өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралыуын онотмаҫҡа кәрәк. Был осраҡта граждандарға – 1 мең – 3 мең һум, вазифалы кешеләргә – 5 мең – 8 мең һум, юридик ойошмаларға – 15 меңдән 20 мең һумға тиклем штраф һалына. Ҡабаттан боҙған осраҡта: граждандарға – 3 мең – 5 мең һум, вазифалы кешеләргә – 10 мең – 15 мең һум, юридик ойошмаларға – 30 мең һумдан 40 мең һумғаса.
Мал ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән осраҡта автомобиль хужаһына зыянды мал хужаһы ҡапларға тейеш. Ә инде аварияла кемдеңдер һаулығына зыян килһә, мал хужаһына енәйәт яуаплылығы янай.
Малдарҙы көтөү мәсьәләһен хәл итеү юлдарының береһе – ауылдың башҡа халҡы менән бергә электр ҡоймаһы алыу. Был ҡулайлама ағас йәки пластик бағаналарға изолятор менән ҡуйылған сымдан тора. Уның бейеклеген һәм бағаналар араһын мал төрөнән сығып билдәләйҙәр. Сымға генератор-пульсаторҙан минутына 60-100 импульс йышлыҡ менән 9 – 12 кВ юғары көсөргәнештәге импульс бирелә. Электр ҡоймаһы малдарҙы ябып ҡарау, ваҡытлыса кәртәләү һәм сәсеүлектәрҙе малдарҙың тапауынан һаҡлау, хәүефле урындарҙы кәртәләү өсөн ҡулланыла.
Бындай ҡорамал менән малдарҙы даими контролдә тотоу кәрәкмәй, хужалар уларҙың ҡайҙалығын белеп тора. Ҡайһы бер ауылдарҙа, шул иҫәптән Оло Ыҡтамаҡ ауылының бер нисә урамында йәшәүселәр электр ҡоймаһы алып ҡуйған да инде.
Ауыл хужалығы малдарынан айырмалы рәүештә, бәйһеҙ эттәр мәсьәләһе йыл әйләнәһенә көнүҙәк булып ҡала. Эттәрҙең төрлө хәүефле йоғошло сирҙәр таратыуы, кешеләрҙе тешләүе, ауыл хужалығы малдарына һәм ҡоштарына зыян килтереүе ихтимал.
Шул уҡ ваҡытта урамдар буйлап йөрөгән эттәрҙең күбеһенең хужалары бар. Улар кешенән ҡурҡмай, сәләмәтлеккә зыян килтереүҙәре ихтимал.
Тағы ла бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: эттәрегеҙҙе бәйҙә тотоғоҙ. Шул ваҡытта ғына эргә-тирәләге кешеләрҙе йәрәхәтләнеүҙән һәм сирҙәрҙән һаҡларһығыҙ, ә үҙегеҙ суд ҡарарына һәм башҡа язаға юлыҡмаҫһығыҙ.
Районда берәҙәк эттәрҙе асыҡлау буйынса эштәр дауам итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: БР-ҙың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 13.1-се статьяһының 1-се өлөшөнә ярашлы, йәмәғәт урындарында эттәрҙе бәйһеҙ һәм (йәки) морондоҡһоҙ йөрөткән өсөн 500 һумдан 2 мең һумғаса штраф ҡаралған, үтә хәүефле эттәр хужаларына – 4 мең һумдан 5 мең һумғаса.
Ә инде кемдеңдер сәләмәтлегенә зыян килһә, енәйәт яуаплылығы ҡотолғоһоҙ.
Светлана СЕРГЕЕВА
әҙерләне.

Автор:Лариса Михалькова