Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
15 Апрель 2022, 16:05

Талпандар әүҙемләшә

Яҙ килеү, тәбиғәт уяныу менән кешеләр талпан тешләү кеүек хәүеф менән осраша. Талпандар әүҙемлегенең иң юғары кимәле яҙ айҙары һәм йәйҙең тәүге яртыһына тура килә.

Талпандар әүҙемләшә
Талпандар әүҙемләшә

Талпандар тереклек иткән төп урын – япраҡлы һәм ҡатнаш ылыҫлы-япраҡлы урмандар, йылға яры буйлап һыу баҫҡан болон, күл һәм быуа буйҙары, урман әрәмәлектәре, юл яны үҫемлектәре, урман һуҡмаҡтары. Талпан ҡаҙалғанда ғына түгел, уны иҙгәндә лә талпан энцефалиты менән зарарланырға мөмкин. Сөнки вирустың кеше организмына ҡулындағы ваҡ ҡына яра аша ла эләгеүе ихтимал.
Талпан ҡаҙалыуға юл ҡуймау мөһим. Бының өсөн ябай кейем, репелленттар кеүек шәхси һаҡланыу сараларын рациональ файҙаланығыҙ. Урманға барғанда талпандарҙың кейем аҫтына һәм асыҡ тән тиреһе участкаларына, сәс араһына инеү, яға араһына кереү ихтималлығына юл ҡуймаҫ өсөн яҡшылап кейенегеҙ. Урманда 1,5-2 сәғәт һайын үҙеңдең һәм яныңда булған кешенең өҫкө кейемен, кәүҙәнең асыҡ өлөштәрен тикшерергә кәрәк.
Талпан энцефалитынан һаҡланыуҙың ышаныслы сараһы – прививка. Уны зарарланыу сығанаҡтарында даими эшләгән геологтарға, топографтарға, урмансыларға ҡуйҙырыу мотлаҡ, ә башҡаларға ирекле нигеҙҙә эшләнә. Прививка ҡуйҙырыу хәүеф сығанағына сығырҙан 14 көн алда тамамланырға тейеш. Ошо ваҡыт эсендә кешенең иммунитеты барлыҡҡа килә.
Талпан энцефалитына ҡаршы прививканың тулы курсы вакцинаның өс инъекцияһынан тора: тәүге ике прививка – 30 тәүлек ара менән, өсөнсөһө икенсеһенән һуң бер йыл үткәс яһала. Вакцинация алдынан терапевта тикшеренеү үтергә, прививка яһау кабинетына йүнәлтмә алырға кәрәк. Бындай прививка өс йылға бер тапҡыр ҡуйыла.
Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: талпан һәр ваҡыт беҙҙең эргәлә һәм кеше бының менән бер ни ҙә эшләй алмай. Кешенең төп бурысы – ошондай шарттарҙа йәшәргә өйрәнеү, талпандар йәшәгән “йортҡа” саҡырылмаған ҡунаҡ кеүек һәм әҙерлекһеҙ йөрөмәү.

Белешмә
“Башҡортостан Республикаһында гигиена һәм эпидемиология үҙәге” федераль дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһының Бөрө, Нефтекама ҡалалары һәм Дыуан районында эпидемиология бүлеге мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылда Мәсетле районынан 83 кеше талпан ҡаҙалыуға зарланып мөрәжәғәт иткән.


Надежда ГАЛАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова