Мәсетле тормошо
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
8 Апрель 2022, 15:00

Комендант сәғәте тураһында

Төнгө сәғәттәрҙә урамда өлкәндәрһеҙ йөрөгән балалар һәм үҫмерҙәр үҙҙәрен хәүеф аҫтына ҡуя, ҡайһылары хатта енәйәт юлына баҫа. Был хәл ата-әсәләр яғынан балиғ булмағандарға контроль булмауы тураһында һөйләй. Үҫмерҙәрҙе енәйәтселек мөхитенең кире йоғонтоһонан һаҡлау маҡсатында 1999 йылдың 31 декабрендә Башҡортостан Республикаһының “Башҡортостан Республикаһында бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһында” 44-се закон ҡабул ителде.

Комендант сәғәте тураһында
Комендант сәғәте тураһында

Был закондың 12.2-се статьяһының 2-се пунктына ярашлы, балаларҙың һаулығы, уларҙың физик, интеллектуаль, психик, рухи һәм әхлаҡи үҫешенә зыян килтереүҙе иҫкәртеү маҡсатында 17 йәше тулмаған балаларға төндә ата-әсәһеҙ (уларҙы алмаштырыусы кешеләрһеҙ) йәмәғәт урындарында, шул иҫәптән урамдарҙа, стадиондарҙа, майҙандарҙа, балалар майҙансыҡтарында, спорт майҙансыҡтарында, пляждарҙа, парктарҙа, скверҙарҙа, ихаталарҙа, күп фатирлы йорттарҙың дөйөм файҙаланыу урындарында (лифт, подъезд, баҫҡыс майҙансыҡтары), дөйөм файҙаланыуҙағы транспорт сараларында, вокзалдарҙа, станцияларҙа, йылға порттарында, аэропорт территорияларында һәм биналарында, зыяраттарҙа, интернет селтәренә инеүҙе тәьмин итеү, шулай уҡ сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендә (ойошма йәиһә пункт) хеҙмәттәр күрһәтеү, күңел асыу, ял итеү өсөн (законда билдәләнгән тәртиптә алкоголь продукцияһын ваҡлап һатыу ҡаралған) һәм башҡа йәмәғәт урындарында эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барған юридик шәхес йәиһә граждандар объекттарында (биләмә, бина) йөрөү рөхсәт ителмәй.
Ошо уҡ закондың 14.2 статья-һының 3-сө пунктына ярашлы, ата-әсәләр (уларҙы алмаштырыусы кешеләр) түбәндәгеләрҙе үтәргә бурыслы:
1) балаларҙың һаулығы, уларҙың физик, интеллектуаль, психик, рухи һәм әхлаҡи үҫешенә зыян килтерерлек урындарҙа булыуына юл ҡуймаҫҡа;
2) 17 йәше тулмаған балаларҙың төндә ата-әсәһеҙ (уларҙы алмаштырыусы кешеләрһеҙ) йәмәғәт урындарында йөрөүенә юл ҡуйырға ярамай.
Рәсәй Федерацияһы Ғаилә кодексының 63-сө статьяһының 1-се пунктына ярашлы, ата-әсәләр балаларын тәрбиәләү һәм үҫтереү өсөн яуаплы. Улар балаларының һаулығы, физик, психик, рухи һәм әхлаҡи үҫеше тураһында ҡайғыртырға тейеш.
Закон талаптарын боҙған өсөн яуаплылыҡ балиғ булмағандарҙың ата-әсәләренә йәиһә башҡа законлы вәкилдәренә йөкмәтелә. Ата-әсә һәм уларҙы алмаштырыусы кешеләр үҙ бурыстарын үтәмәгән өсөн 5.35-се статья буйынса административ эҙәрлекләүгә дусар ителә. Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексына ярашлы, уларға иҫкәртеү яһалыуы йәиһә 100-500 һум күләмендә штраф һалыныуы ихтимал.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Мәсетле районы буйынса бүлек хеҙмәткәрҙәре, Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы муниципаль районы хакимиәте ҡарамағындағы балиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия ағзалары, мәғариф учреждениелары социаль педагогтары составында эшсе төркөм балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең хоҡуҡ боҙоуҙарын иҫкәртеү маҡсатында аҙна һайын рейдтар уҙғара.
Баланы төндә законлы вәкиленән тыш осратҡан ваҡытта полиция балиғ булмаған баланың шәхесе, уның йәшәү адресы, телефоны, ата-әсәһе тураһында мәғлүмәтте асыҡлай. Шунан һуң уны өйөнә алып баралар. Ата-әсәнең ҡайҙа икәнлеген асыҡлау мөмкин булмаған осраҡта, балиғ булмаған баланы махсус учреждениеға килтерәләр. Баланың ата-әсәһенә административ протокол төҙөлә, ул административ яза тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул иткән балиғ булмағандар эше һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияға ебәрелә. “Комендант сәғәте” буйынса талаптарҙы боҙған өсөн ата-әсәгә иҫкәртеү яһала йәиһә 100-500 һум күләмендә штраф һалына.
2022 йылдың ғинуарынан балиғ булмағандар эше буйынса комиссия балаларҙың төнгө сәғәттәрҙә өлкәндәрһеҙ йөрөүенә юл ҡуйған законлы вәкилдәргә ҡарата һигеҙ административ эш ҡараны, тикшереү йомғаҡтары буйынса алты административ материал буйынса иҫкәрмә яһау, икәүһе буйынса 100 һәм 200 һум күләмендә штраф һалыу тураһында ҡарар сығарҙы.
“Башҡортостан Республикаһында бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законының 1-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы 2020 йылдың 3 мартында сыҡҡан 234-з һанлы Башҡорт-остан Республикаһы законына ярашлы, урындағы ваҡыт менән 22 сәғәттән (1 майҙан 30 сентябргә тиклем – 23 сәғәттән алып) 6 сәғәткә тиклемге ваҡыт “Төнгө ваҡыт” тип иҫәпләнә.
Ата-әсәләр (законлы вәкилдәр), балаларығыҙҙың төнгө ваҡытта ҡайҙа булыуын конторолдә тотоғоҙ.

Регина ҒИЛМАНОВА,
баш белгес – балиғ булмағандар эше һәм
уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия секретары.

Фото

Автор:Лариса Михалькова