Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
6 Апрель 2022, 10:45

Башҡортостанда Үлемһеҙ полк акцияһы ғәҙәти форматта үткәрелә

Бөйөк Еңеү байрамы яҡынлаша. Бөйөк Ватан һуғышы – ул илебеҙҙәге һәр ғаиләгә ҡағылған күләмле ваҡиға.

Башҡортостанда Үлемһеҙ полк акцияһы ғәҙәти форматта үткәрелә
Башҡортостанда Үлемһеҙ полк акцияһы ғәҙәти форматта үткәрелә

Яу яланында башын һалған туғандарыбыҙҙың һәм яҡындарыбыҙҙың, шулай уҡ яҡташтарыбыҙҙың һәм үҙ халҡыбыҙҙың батырҙарса үткәне хаҡында хәтерҙе һаҡлау өсөн Рәсәйҙә Хәтер китаптары һәм электрон мәғлүмәт базаһы булдырылған, уларға 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан совет хәрби хеҙмәткәрҙәре тураһында биографик мәғлүмәттәр индерелгән. Еңеүсе-фронтовиктар иҫтәлегенә йыл һайын “Үлемһеҙ полк” акцияһы ойошторола.
Быйыл Үлемһеҙ полк акцияһы ғәҙәти форматта була. Бындай ҡарар 22 мартта “Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы” хәрәкәте төбәк штабының киңәйтелгән ултырышында ҡабул ителде. Сара республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, “Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы” хәрәкәтенең Башҡортостан штабы етәксеһе Вадим Курилов рәйеслегендә уҙҙы.
Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, республиканың барлыҡ муниципалитеттарында Үлемһеҙ полк колонналарына теҙелә башлау ваҡыты (10.00 – 11.00), Бер минут тынлыҡ (11.00 – 11.12) һәм республикала колонналар хәрәкәтен башлау ваҡыты (11.12 – 13.00) билдәләнде.
Рәсәйҙә “Үлемһеҙ полк” акцияһы – йыл да, Башҡортостанда 2014 йылдан алып уҙғарыла. Пандемия осоронда, 2020-2021 йылдарҙа, акция онлайн ойошторолдо.

Фото архивтан.

Автор:Лариса Михалькова