Мәсетле тормошо
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
23 Март 2022, 09:15

Шәхси кабинет аша һалым декларацияһын тапшырыуҙың өҫтөнлөктәре тураһында

Илдә 2022 йылғы декларация кампанияһы дауам итә. 2021 йылда минималь ҡулланыу ваҡытынан аҙыраҡ булған мөлкәтте һатыуҙан, ҡуртымға биреүҙән, сит ил сығанаҡтарынан, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенән һәм башҡа ерҙән килем алған һалым түләүселәр 3-НДФЛ формаһы буйынса физик берәмектәрҙең килеменә һалым декларацияһын тапшырырға тейеш.

Шәхси кабинет аша һалым декларацияһын тапшырыуҙың  өҫтөнлөктәре тураһында
Шәхси кабинет аша һалым декларацияһын тапшырыуҙың өҫтөнлөктәре тураһында

Һуңғы ваҡытта граждандарҙың күпселеге һалым органдары менән үҙ-ара килешеп эш итеүҙең онлайн форматына күсә. Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы һалым түләүселәрҙең 2022 йылдың декларация кампанияһы осоронда мәғлүмәт менән ситтән тороп алмашыуға бәйле иң йыш яңғыраған һорауҙарына яуап әҙерләне.

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтындағы шәхси кабинетҡа инеп, граждандар килем тураһында иҫәп-хисап бирә аламы?
Бөгөн һалым түләүселәрҙең һалым хеҙмәте менән бындай интерактив аралашыу ҡоралы иң көнүҙәк һәм кәрәкле булып тора. Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте әҙерләгән, бизнес һәм ябай граждандарға тормошто һиҙелерлек ябайлаштырған электрон сервистар һаны өҙлөкһөҙ арта – әлеге ваҡытта улар 70-тән ашыу.
“Физик берәмектәр өсөн шәхси кабинет” – киң популяр веб-ярҙамсыларҙың береһе, уның аша ҡулланыу-сылар онлайн режимында 3-НДФЛ формаһы буйынса һалым декларацияһын тапшыра ала.

Ни өсөн һалым декларацияһын нәҡ шәхси кабинет аша ебәреү уңайлы?
Һалым органдары менән үҙ-ара электрон эш итеүҙең был ысулы һалым түләүселәрҙең ваҡытын күп сарыф итмәҫкә һәм финанс сығымдарын кәметергә мөмкинлек бирә. Йәғни Шәхси кабинет менән ҡулланыусылар быны донъяның интернет тотҡан теләһә ҡайһы географик нөктәһенән 24/7 режимында өс кликта эшләй ала.
Шулай уҡ сервиста 3-НДФЛ формаһы буйынса һалым декларацияһын автоматик рәүештә алдан тултырыу һәм индерелгән мәғлүмәттәр нигеҙендә физик берәмектәрҙең килеменә һалымды автоматик рәүештә иҫәпләү функциялары ғәмәлгә ашырылған.
Бынан тыш, шәхси кабинет ярҙамында һалым органына мәғлүмәт тапшырыу хәүефһеҙ булып тора һәм электрон ҡултамға ярҙамында өҫтәмә һаҡлана

Шәхси кабинетта 3-НДФЛ формаһы буйынса һалым декларацияһын тикшереү барышын күҙәтеп буламы?
3-НДФЛ формаһы буйынса һалым декларацияһы һәм башҡа тейешле документтар алғандан һуң, һалым органы камераль тикшереү үткәрә. Шәхси кабинет менән ҡулланыусылар уның статусын күҙәтә ала.
Мәҫәлән, граждан 2021 йыл өсөн 3-НДФЛ формаһы буйынса һалым декларацияһын ебәргән. Шәхси кабинетта уны теркәү көнө, теркәү һаны, камераль тикшереүҙең башланыу көнө һәм уның статусы хаҡында мәғлүмәт бар. Бынан тыш, интернет-сервиста тикшереү тамамланыу көнө тураһында ғына түгел, уның һөҙөмтәләре тураһында ла хәбәр буласаҡ.


3-НДФЛ формаһы буйынса аныҡланған декларацияны ла шәхси кабинет аша ситтән тороп бирергә мөмкинме?
Әгәр һалым түләүсе ниндәйҙер сәбәп буйынса 3-НДФЛ формаһы буйынса һалым декларацияһында хата тапһа, уға үҙгәрештәр индереп, аныҡланған һалым декларацияһын бирергә кәрәк. Аныҡланған отчет тултырылып, ситтән тороп тапшырыу ысулы менән һалым органына ебәрелә, йәғни һалым түләүсе декларацияны үҙ аллы шәхси кабинет аша Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтына ебәрә.
Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса 2-се район-ара
инспекцияһы.

Фото

Автор:Лариса Михалькова