Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
22 Март 2022, 09:25

Хайуандар популяцияһын контролгә алыуҙың иң кешелекле ысулы

Стерилләү – ул операция. Унан һуң бесәй һәм эттәр тоҡомдо дауам итә алмай.

Хайуандар популяцияһын контролгә алыуҙың иң кешелекле ысулы
Хайуандар популяцияһын контролгә алыуҙың иң кешелекле ысулы

Тәүге балалауҙың әһәмиәте, мөғжизә тыуҙырған тамсы, икһеҙ-сикһеҙ “изге ҡулдар” тураһында матур һүҙҙәр бик күп... Ә тәжрибә күрһәтеүенсә, быларҙың барыһы ла – уйҙырма. “Изге ҡулдар” бөтәһенә лә етмәй: өй подвалында йәшәгән бесәйҙәр инфекцияларҙан үлә, эт балалары туңа, аслыҡтан һәләк була, иҫән ҡалһалар, ҡырағайланып, кешеләр өсөн хәүеф тыуҙыра.
Стерилләү – ул хайуандар һанын контролдә тотоуҙың берҙән-бер кешелекле, һөҙөмтәле һәм реаль ысулы. Бында хужаһыҙ хайуан, шулай уҡ йорт хайуандары тураһында һүҙ бара. Һәм был тема һәр ваҡыт актуаль булып ҡала.
Хайуандарҙы нисә йәштән стерилләргә мөмкин?
Операция өсөн ете-туғыҙ айлыҡ бесәйҙәрҙең йәше иң ҡулайлыһы тип иҫәпләнә. Эттәр менән варианттар күберәк: операция яһау йәше алты айҙан йәш ярымға тиклем тирбәлә.
Хайуандарҙы операцияға нисек әҙерләргә?
Операция алдынан йорт хайуандарын 6-12 сәғәт дауамында ашатмайҙар.
Ниндәй ҡаршылыҡтар бар?
Хайуан бик йәш йәиһә бик өлкән булһа, киҫкен һәм ауыр сирҙәр менән сирләһә, дөйөм хәле ҡәнәғәтләнерлек булмаһа, уларҙы стерилләргә ярамай.
Операциянан һуң йорт хайуанына ниндәй тәрбиә кәрәк?
Операциянан һуң эт-бесәйгә иҙәндә йылы һәм йәшерен урын булыуы яҡшы, уны диван һәм башҡа ҡалҡыу урынға ҡуйырға ярамай, сөнки осоп төшөүе ихтимал. Йөй тирәһен даими эшкәртеү талап ителә. Шулай уҡ яраны ялауҙан һаҡлау бик мөһим, ошо маҡсатта махсус яға, помпона һатып алырға кәрәк булыуы ихтимал.
Хайуан ғәҙәти тормошҡа ни тиклем оҙаҡ ҡайта һәм уның тәртибе үҙгәрәме?
Күпселек осраҡтарҙа эт һәм бесәйҙәрҙең йүнәлеүенә 7-14 көн самаһы ваҡыт китә. Ғәҙәттә, бер аҙ ваҡыт үткәс, уның агрессияһы кәмей, ул тоғро булып китә, мөхиткә тиҙ яраҡлаша һәм күнекмәләргә еңел өйрәнә. Бынан тыш, йәнлек биләмәне һирәгерәк билдәләй башлай йәиһә быны бөтөнләй эшләмәй, һөҙөмтәлә насар еҫ тә юғала.
Ни өсөн хайуандарға вакцина эшләргә кәрәк? Уларға ниндәй прививкалар талап ителә?
Вакцинация хайуандарҙың инфекцион ауырыуҙарын иҫкәртеү өсөн ҡулланыла. Хайуандарҙың һәр төрө өсөн был исемлек шәхсән. Йорт бесәйҙәре, эттәр өсөн ҡотороуға ҡаршы прививка мотлаҡ булып ҡала. Дәүләт ветеринария клиникаларында бындай вакцина бушлай ҡуйыла. Шулай уҡ үҙеңдең йән эйәһен башҡа инфекцияларҙан: бесәйҙе – йоғошло ринотрахеит (герпесвирус), калицивирус инфекцияһы, панлейкопения һәм хламидиоздан, этте чума, йоғошло гепатит, парвовирус энтериты, парагрипп, лептоспироздан һаҡларға кәрәк.

Мәсетле районы ветеринария станцияһы бесәй һәм эттәрҙе льготалы стерилләү айлығы – “Март бесәй-ҙәре” акцияһын оҙайта. Алдан яҙылыу өсөн телефон: 8 (34770) 2-12-52. Инә бесәйҙе стерилләү хаҡы – 1000 һум, ата бесәйҙе – 400 һум, ата этте – 500 һум, инә этте – 1500-3000 һум (ҙурлығына ҡарап). Чип хаҡы – 130 һум.
Һеҙҙе йорт хайуандары менән Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Сауҙа урамы, 1 адресы буйынса Мәсетле районы ветеринария станцияһында көтәбеҙ.
1020200785296 һанлы ОГРН.
Реклама нигеҙендә

Фото

Автор:Лариса Михалькова