Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
22 Март 2022, 16:05

Ер пайҙарын (участкаларын) ҡуртымға биргән граждандар иғтибарына

РФ Ер кодексының 22-се статьяһының 2-се пунктына ярашлы, ер участкалары милекселәренең уларҙы ҡуртымға бирергә хоҡуҡтары бар. Ҡуртымға биреү шарттары, шул иҫәптән ҡуртым хаҡын түләү ҙә, ҡуртым килешеүендә яҙыла.

Ер пайҙарын (участкаларын) ҡуртымға биргән граждандар иғтибарына
Ер пайҙарын (участкаларын) ҡуртымға биргән граждандар иғтибарына

РФ Һалым кодексында билдәләнеүенсә, физик шәхес-тәрҙең килеменә һалым (НДФЛ) буйынса һалым базаһын билдәләгәндә һалым түләүсенең аҡсалата, әйберләтә формала алған бөтә табышы йәиһә идара итеү хоҡуғы иҫәпкә алына.
Ҡуртымға биреүсенең бының өсөн алған аҡсаһы – ҡуртымсының килеме булып тора һәм уға һалым һалынырға тейеш. НДФЛ һалым агенты тарафынан иҫәпләнә һәм тотоп ҡалына (РФ Һалым кодексының 226-сы статьяһының 1-се пункты).
Ауыл хужалығы предприятиелары производствоны тәьмин итеү өсөн ауыл хужалығын үҙгәртеп ҡороу процесында ер пайҙарын алып ҡалған физик шәхестәрҙән ер участкаларын ҡуртымға ала. Ҡуртымға бирелгән ер участкаһы (пай) өсөн аҡсалата түләргә лә, шулай уҡ ҡуртымға алыусының үҙ продукцияһы формаһында булыуы ла мөмкин. Граждандарҙан ауыл хужалығы ерҙәрен ҡуртымға алғанда тап һуңғы түләү формаһы йышыраҡ ҡулланыла. Бындай шарт килешеүҙә мотлаҡ билдәләнергә тейеш.
Табыш алыуҙың был ысулы граждандарҙы һалым түләүҙән азат итмәй. Атап әйткәндә, РФ Һалым кодексының 228-се статьяһындағы 1-се пункттың 4-се подпунктына ярашлы, граждандарҙың ойошманан (шул иҫәптән ауыл хужалығы тауары формаһында) алған килеме шулай уҡ физик шәхестең табышына һалым һалыу объекты тип таныла. Шул уҡ ваҡытта һалым базаһы ауыл хужалығы продукцияһы менән алынған хаҡ булараҡ билдәләнә. Уның хаҡы Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының 40-сы статьяһында ҡаралған тәртиптә билдәләнә.
Килем алыу көнө тип продукцияны фактик тапшырыу көнө билдәләнә (РФ Һалым кодексының 223-сө статьяһы 1-се пунктының 2-се подпункты).
Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының 226-сы статьяһының 4-се пунктына ярашлы, граждандарға ҡуртым түләүен түләгән ойошмалар (крәҫтиән-фермер хужалыҡтары башлыҡтары) һалым агенты тип таныла һәм килемгә һалым тотоп алып ҡалырға тейеш.
Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының 226-сы статьяһы 5-се пунктына ярашлы, һалым түләүсенән иҫәпләнгән һалым суммаһын ала алмаған осраҡта һалым агенты, тейешле йөкләмәләр килеп сыҡҡан көндән алып бер айҙан да һуңға ҡалмай, һалым суммаһын ала алмау һәм һалым суммаһы тураһында һалым түләүсенең һәм үҙенең иҫәп урыны буйынса һалым органына яҙма хәбәр итергә тейеш.
Шуға бәйле, РФ Һалым кодексының 228-се статьяһының 4-се подпунктына ярашлы, әгәр ойошма – һалым агенты (ҡуртымға алыусы) ер пайҙарын ҡуртымға алған өсөн граждандарға килемде ауыл хужалығы продукцияһы (иген, шәкәр һ.б.) менән түләгәндә, физик шәхестең ер пайын ҡуртымға биргән өсөн килеменән һалым тотоп алып ҡалмаһа, граждандар НДФЛ суммаһын үҙ аллы иҫәпләп сығарырға һәм иҫәптә торған урын буйынса һалым органына тейешле һалым декларацияһын тапшырырға тейеш.
Шулай итеп, ер участкаһын (пайҙы) ҡуртымға биреүҙән килем алған физик шәхестәргә, һалым агенты ҡуртымға алыусы) тарафынан НДФЛ тотоп ҡалынмаһа, һалым декларацияһын киләһе йылдың 30 апреленән дә һуңға ҡалмай тапшырырға кәрәк. Йәғни 2021 йылда алынған килем буйынса декларацияны 2022 йылдың 30 апреленән дә һуңға ҡалмай тапшырырға, ә һалым декларацияһынан сығып иҫәпләнгән һалым суммаһын 2022 йылдың 15 июленән дә һуңға ҡалмай түләргә кәрәк.
Декларацияны билдәләнгән ваҡытта тапшырмаған осраҡта, уны тапшырыу өсөн билдәләнгән көндән алып һәр тулы йәки тулы булмаған ай өсөн был декларация нигеҙендә түләнергә тейешле һалым суммаһының 5 проценты күләмендә, әммә күр-һәтелгән сумманың 30 процентынан күберәк һәм 1000 һумдан кәм булмаған штраф ҡаралған.
Пенсионерҙарҙың ер пайҙарын ҡуртымға биреүҙән алынған килеменә бәйле һалымдан азат итеү тураһында әйткәндә, шуны билдәләп үтергә кәрәк: Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының 210-сы статьяһының 1-се пунктына ярашлы, физик берәмектәрҙең килеменә һалым буйынса һалым базаһын билдәләгәндә улар алған бөтә төр килем иҫәпкә алына. Физик берәмектәрҙең килеменә һалым һалынмай торған килемдәр исемлеге Һалым кодексының 217-се статьяһы менән билдәләнгән. Физик берәмектең, шул иҫәптән пенсионерҙың ҡуртымға биргән ере өсөн түләү, шул иҫәптән ауыл хужалығы продукцияһы менән түләү Һалым кодексының 217-се статьяһында һалым түләнергә тейеш булмаған килем булараҡ күрһәтелмәгәнлектән, уның өсөн һалым түләнергә тейеш. Шуны ла билдәләргә кәрәк, Һалым кодексының 218-се статьяһының 1-се һәм 2-се подпункттарына ярашлы, һалым базаһының күләмен билдәләгәндә Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары – 3000 һум, I һәм II төркөм инвалидтары 500 һум күләмендә стандарт һалым ҡайтармаһын алыу хоҡуғына эйә. Кодекстың 218-се статьяһының 3-сө пунктына ярашлы, стандарт һалым ҡайтармаһы һалым түләүсегә уның яҙма ғаризаһы һәм ошондай тотоп ҡалынған аҡсаға хоҡуҡты раҫлаған документтары нигеҙендә уның һайлауы буйынса һалым агенттарының береһе тарафынан түләнә.
Татьяна ФЕФЕЛОВА,
юрист-консультант.

Фото

Автор:Лариса Михалькова