Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
14 Март 2022, 11:55

Һаҡ булығыҙ: фейк!

Ни өсөн бөтә мәғлүмәтте тикшерергә кәрәк? Һуңғы көндәрҙә социаль селтәр һәм мессенджерҙар ялған яңылыҡтар менән тулды. Уларҙы ебәреүселәрҙең күбеһе быны аңлы рәүештә эшләй. Ә таң ҡалып, тикшерелмәгән мәғлүмәтте артабан ебәреп таратҡандар төймәгә баҫыр алдынан уның дөрөҫмө-юҡмы икәнлеген уйлап та тормай.

Һаҡ булығыҙ: фейк!
Һаҡ булығыҙ: фейк!

Мәҫәлән, һуңғы ваҡытта интернетта хеҙмәткә саҡырыу йәшен 18-ҙән 16 йәшкә тиклем кәметеүҙәре тураһында ялған мәғлүмәт бик киң таралды. Был ялған мәғлүмәттең маҡсаты: йәмғиәттә борсолоу тыуҙырыу, ҡәнәғәтһеҙлек булдырыу.
Киң таралған икенсе ялған яңылыҡ: банкта валютаны тартып алырға өлгөргәнсе, уны ашығыс рәүештә иҫәптән алырға кәрәк, тиелә. Был яңылыҡ республика халҡын үҙ иҫәптәрендә тотҡан аҡсаларын тиҙ арала алырға мәжбүр итте. Ундай ялған хәбәргә ышанған кешеләр бик күп булып сыҡты. Улар үҙҙәре ышанып ҡына ҡалманы, ә шунда уҡ таныштарына хәбәр итергә тотондо.

Ялған хәбәр таратыусыларға нимә янай?
Фейк авторҙары һәм таратыусыларға бының зыянһыҙ шөғөл түгеллеген иҫтә тоторға кәрәк. Илебеҙ ҡануниәтендә ялған мәғлүмәттең нимә икәнлеге аныҡ билдәләнгән. Беҙҙең ҡануниәт буйынса, дөрөҫлөккә тап килмәгән мәғлүмәт – ул ышаныслы хәбәр рәүешендә таратылған мәғлүмәт. Әгәр бындай мәғлүмәт граждандарҙың ғүмеренә, һаулығына, мөлкәтенә зыян килтерһә, йәмәғәт тәртибен боҙоу хәүефе тыуҙырһа, йәшәү тәьминәте, транспорт, социаль инфраструктура объекттары, кредит ойошмалары, энергетика, элемтә объекттары эшенә ҡамасаулыҡ тыуҙырһа йәиһә эшләүен туҡтатһа, закон буйынса яза ҡаралған.
Ялған яңылыҡтарҙы киң мәғлүмәт саралары аша, шулай уҡ интернетта таратыу – ул Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодекстың 13.15-се статьяһында билдәләнгән административ хоҡуҡ боҙоу. Штраф күләме ялған мәғлүмәт таратыу арҡаһында тыуған эҙемтәләргә бәйле. Уның граждандар өсөн – 400 мең һум, чиновниктар өсөн – 900 мең һум, юридик шәхестәр өсөн 10 миллион һумға етеүе ихтимал.
Дәүләт Думаһы депутаттары Ҡораллы Көстәрҙең эшмәкәрлеге тураһында ялған мәғлүмәт таратҡан һәм уларҙы дискредитациялау, шулай уҡ Рәсәйгә ҡаршы санкцияларға саҡырған өсөн енәйәт яуаплылығы индереү тураһында төҙәтмәләрҙе ҡарай. Һүҙ штрафтың биш миллион һумға тиклем етеүе хаҡында бара. Ауыр эҙемтәләргә килтергән осраҡта – 15 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү.

Мәғлүмәтте нисек тикшерергә?
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең “Аңлатабыҙ.рф” (“Объясняем.рф”) порталы эшләй башланы, унда көнүҙәк мәсьәләләр буйынса дөрөҫ мәғлүмәт урынлаштырыла. Яңы портал – тикшерелгән, рәсми һәм, иң мөһиме, реаль ваҡыт режимында яңыртылған оператив мәғлүмәт сығанағы.
Яңы мәғлүмәт ресурсы “Стопкоронавирус.рф” порталы кеүек эшләй. Бында финанс тотороҡлолоҡ мәсьәләләренән алып транспорт бәйләнеше һәм төбәктәрҙә уҡыу йорттарының эшенә тиклем бөтә өлкәләр буйынса граждандарҙың иң көнүҙәк һорауҙарына яуап табырға мөмкин буласаҡ. Шуның менән бергә, рәсәйҙәргә кире бәйләнеш булдырыла. Һорауҙы “Аңлатабыҙ.рф” порталына Telegram, “Бәйләнештә”, “Класташтар” һәм Viber кеүек социаль селтәр аша ебәрергә мөмкин.
Башҡортостан Республикаһында ла “Аңлатабыҙ. Башҡортостан” (“Объясняем. Башкортостан”) ресурсы һәм паблигы эш башланы, ул киҫкен мәсьәләләр буйынса халыҡҡа мәғлүмәт бирә. Портал Telegram, “Бәйләнештә”, “Класташтар” һәм Viber кеүек социаль селтәрҙәрҙә бар.
Шулай уҡ Башҡортостан халҡына республика һәм тотош илдең социаль-иҡтисади хәле тураһында һорауҙарға яуап алырға ярҙам итәсәк.
Был ресурстарҙың сығанағы итеп республиканың власть һәм урындағы үҙидара органдары һайланған.

Фейктарға ҡаршы көрәш
Шулай уҡ интернетта “Фейктарға ҡаршы көрәш” ресурсы барлыҡҡа килде, унда Украинала Рәсәй Ҡораллы Көстәренең эшмәкәрлеге тураһында ялған мәғлүмәт фашлана. Проект авторҙары белдереүенсә, улар сәйәсәт менән шөғөлләнмәй. Уларҙың бурысы – ябай граждандар-ҙы тикшерелмәгән һәм дөрөҫ булмаған бик күп яңылыҡ арҡаһында килеп тыуған ығызығынан ҡотҡарыу. “Фейктарға ҡаршы көрәш” сайты һәм Telegram-канал Украиналағы низағ барышы, Рәсәй Ҡораллы Көстәре эшмәкәрлегенә бәйле хәлдәрҙе дәлилләп, яңылыҡтар баҫтырып сығара.
Фейктарға ҡаршы көрәште ойоштороусылар билдәләүенсә, махсус операция башланғандан алып социаль селтәрҙә ваҡиға урынынан фото һәм видеоматериалдар күренә башлаған. Әммә ысынында улар башҡа низағ ваҡытында төшөрөлгән һәм хатта Украинала ла түгел. Быны сит ил киң мәғлүмәт саралары ла раҫлай. Мәҫәлән, ВВС ике тикшереү үткәреп, унда иҫке роликтарҙы нисек ҡулланыу һәм фотоларҙы нисек мөхәррирләүҙәрен күрһәтте.
– Украина һәм Донбасс биләмәһендә барған ваҡиғалар тураһында объектив мәғлүмәт биреү мөһим тип иҫәпләйбеҙ. Беҙҙең бурыс – мәғлүмәт киңлегендә объектив яңылыҡтар булһын өсөн барыһын да эшләү, сөнки ниндәйҙер сәйәси технологиялар Сберҙы SWIFT-тан өҙөү тураһында мәғлүмәт ташлауы арҡаһында, ололарҙың һуңғы аҡсаһын банк иҫәбенән алыуын күргебеҙ килмәй. Мәғлүмәт һуғыштары арҡаһында ябай кешеләрҙең хәүеф һәм паника тойоуын теләмәйбеҙ, – тип белдерә проект авторҙары.
Светлана СЕРГЕЕВА
әҙерләне.

Фото

Автор:Лариса Михалькова