Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ташландыҡ күсемһеҙ милеккә эйә булыу мөмкинме?

Район халҡы ташландыҡ ер участкаларын үҙ милкенә алыу мөмкинлеге менән йыш ҡына ҡыҙыҡһына. Был һорауға БР Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығының Мәсетле районы буйынса бүлеге начальнигы Ольга Кондратьева яуап бирә:

Ташландыҡ күсемһеҙ милеккә эйә булыу мөмкинме?
Ташландыҡ күсемһеҙ милеккә эйә булыу мөмкинме?

“Районыбыҙҙың күпселек ауылдарында ташландыҡ ер участкалары бар. Хужаһының булмауы арҡаһында улар төҙөкләндерелмәй һәм маҡсатлы тәғәйенләнеше буйынса файҙаланылмай. Ғәҙәттә, бындай участкаларҙы йыш ҡына шәхси милеккә алырға теләйҙәр. Ләкин, хужаһы булмаһа ла, ашығырға ярамай. Ташландыҡ күсемһеҙ милеккә нисек эйә булырға һәм шул уҡ ваҡытта нимәне иҫәпкә алырға кәрәк:

1-се ысул. Милек хужаһын табып, ерен һатып алыу.
Тәүҙә ташландыҡ йорттоң һәм ер участкаһының хужаһы булыу-булмауын асыҡларға кәрәк. Бының өсөн түбәндәге ғәмәлдәрҙе башҡарырға:
- ташландыҡ милек урынлашҡан ауыл биләмәһе хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә;
- ер участкаһының һәм йорттоң кадастр номерҙары буйынса асыҡ кадастр картаһында эйәһе тураһында мәғлүмәт эҙләргә;
- Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан күсермә һорарға (был биләмәлә йөкләмәләрҙең булыу-булмауын тикшереү мөмкинлеге лә бирәсәк).
Әгәр күсемһеҙ милек объектының хужаһы булыуы асыҡланһа, йортто һәм ер участкаһын гражданлыҡ-хоҡуҡи килешеү, йәғни һатыу-һатып алыу килешеүе нигеҙендә генә алырға мөмкин. Ер кодексында билдәләнеүенсә, әгәр ер участкаһы ла, унда урынлашҡан йорт та милексе хоҡуғында булһа, ер участкаһының һәм уға ныҡлы бәйле объекттарҙың яҙмышы бер үк. Был осраҡта йортҡа милек хоҡуғын рәсмиләштергәндә, уны йорт урынлашҡан участканы ла һатып алыу һәм уға хоҡуҡты рәсмиләштереү менән бергә башҡарырға кәрәк.
Яҡтар хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүе өсөн кәрәкле документтар пакетын әҙерләргә тейеш.

2-се ысул. Хужа буш участканан баш тартырға тейеш.
Был вариант практикала һирәк ҡулланыла, әммә осрап ҡуя. Бының өсөн участка хужаһы үҙе участканан баш тартыу тураһында ғариза менән Росреестрға мөрәжәғәт итергә тейеш. Ул ваҡытта бындай ер участкаһына милек хоҡуғы теркәлә, мәҫәлән, ошо участка урынлашҡан муниципалитеттың хоҡуғы теркәлә (бер үк ваҡытта унан баш тартҡан элекке хужаһының хоҡуғын туҡтатыу менән). Һуңынан уны һатыуға ҡуялар йәки яңы милексегә ҡуртымға бирәләр.

3-сө ысул. Участканы тартып алғандан һуң алыу.
Закон буйынса, әгәр ер участкаһы торлаҡ йәки башҡа төҙөлөш, баҡсасылыҡ өсөн тәғәйенләнеп, маҡсатлы тәғәйенләнеше буйынса 3 йыл файҙаланылмаһа (әгәр закон менән оҙайлы срок билдәләнмәһә), тартып алыныуы ихтимал. Ләкин шуны иҫтә тотоу зарур: ер участкаларын тартып алыу – сикке сара. Ул милексе хоҡуҡ боҙоуҙы бөтөрөү тураһында күрһәтмәне үтәмәгән осраҡта ғына һәм суд ҡарары нигеҙендә ҡулланыла.
Ерҙе мәжбүри алыу процедураһы асыҡланған боҙоуҙарҙы бөтөрөүҙән баш тартҡанда һәм административ яуаплылыҡҡа тарттырғанда ғына ҡулланыла.
Әгәр ер участкаһы тартып алынһа, ул муниципаль милектең бер өлөшөнә әйләнә һәм ҡыҙыҡһынған кеше уны һатып алыу мөмкинлегенә эйә була.

4-се ысул. Әгәр ерҙең хужаһын табып булмаһа, уны рәсмиләштереү.
Әгәр күсемһеҙ милек объекты хужаһы табылмаһа, был, бәлки, хужаһыҙ милектер.
Закон буйынса хужаһы булмаған, хужаһы билдәле булмаған йәки милек хоҡуғынан баш тартҡан объект хужаһыҙ тип ҡарала. Был осраҡта бина ғына (мәҫәлән, йорт) хужаһыҙ тип таныла ала, ер участкаһы хужаһыҙ тип таныла алмай.
Бындай күсемһеҙ милекте һатып алыу буйынса эштәр алгоритмы ябай түгел. Тәүҙә хужаһыҙ объект хаҡында мәғлүмәттәр Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына индерелергә тейеш. Хужаһыҙ объектты иҫәпкә ҡуйыу тураһында хоҡуҡтарҙы теркәү органына ғариза менән хужаһыҙ объект урынлашҡан муниципаль орган мөрәжәғәт итә.
Хужаһыҙ күсемһеҙ милек объектын иҫәпкә ҡуйғандан һуң бер йыл үткәс, муниципаль орган уға ҡарата муниципаль милек хоҡуғын таныу тураһында талап менән судҡа мөрәжәғәт итә ала.
Судтың законлы көсөнә ингән ҡарарын алғас, муниципалитет ошо объектҡа муниципаль милек хоҡуғын теркәү тураһында ғариза менән Росреестрға мөрәжәғәт итә.
Шунан һуң йорт менән бергә ерҙе сауҙалашыуҙа һатып алырға, ҡуртымға алырға йәки һатып алырға мөмкин.
Шул уҡ ваҡытта хужаһыҙ күсемһеҙ милекте милеккә теркәгәндән һуң, көтөлмәгәндә элекке хужаһының табылыуы ихтимал. Бындай хәлдәр бик һирәк күҙәтелә. Элекке хужаның үҙ хоҡуғын тергеҙеү теләге булыуы ихтимал. Был осраҡта мәсьәлә суд тәртибендә хәл ителә.
5-се ысул. Милек менән күптәнән файҙаланыу.
Был – ташландыҡ дача участкаһының (йорттоң) законлы хужаһы булыу өсөн тағы ла бер ысул. Рәсәй Федерацияһы Граждандар кодексының 234-се статьяһы положениеларына ярашлы, рәсми мөлкәттең милексеһе булмаған, ләкин 15 йыл дауамында уның менән үҙ милке кеүек өҙлөкһөҙ һәм намыҫлы файҙаланған граждан йәки юридик берәмек, күптәнән файҙаланыу сәбәпле, уға милек хоҡуғын теркәй ала.
Бының өсөн документтар пакеты әҙерләргә һәм ошондай мөлкәт урынлашҡан урын буйынса дөйөм юрисдикция судына ғариза менән бергә тапшырырға кәрәк. Суд ҡарарын алғандан һуң, милек хоҡуғын теркәү өсөн, Росреестрға мөрәжәғәт итергә мөмкин. Ғәҙәттә, ябайлаштырылған производствола бындай эштәр судҡа ғариза килгән мәлдән алып ике ай эсендә ҡарала.
Лариса РИЗВАНОВА
әҙерләне.

Автор:Лариса Михалькова