Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
9 Февраль 2022, 10:15

Килем тураһында отчет бирергә ваҡыт

Декларация кампанияһы башланды 2021 йылда алынған килем тураһында декларацияны 2022 йылдың 4-се майына тиклем тапшырырға кәрәк. Уны биреү һәм НДФЛ түләү ваҡытын үтмәгән осраҡта, һалым түләүсенең штраф һәм пеня рәүешендә яуаплылыҡҡа тарттырылыуы ихтимал.

Килем тураһында отчет бирергә ваҡыт
Килем тураһында отчет бирергә ваҡыт

Шәхси эшҡыуарҙар, шәхси практика менән шөғөлләнеүсе нотариустар, адвокат кабинетын асҡан адвокаттар үҙҙәренең килеме тураһында мәғлүмәт бирергә бурыслы. Айырым осраҡтарҙа был граждандарға ла ҡағыла.
Мәҫәлән, минималь ҡулланыу ваҡытынан аҙыраҡ милектә булған күсемһеҙ милекте һатыу, яҡын булмаған туғандан ҡиммәтле бүләк алыу, лотереяла бәләкәй сумма отоу, мөлкәтте ҡуртымға биреү йәиһә сит ил сығанаҡтарынан килем алыу. Йылына 1 миллион һумға тиклем суммаға күсемһеҙ милек, 250 мең һумға тиклем суммаға башҡа мөлкәт һатҡан осраҡта һалым түләүсегә 3-НДФЛ декларацияһын тапшырырға кәрәкмәй.
Декларация кампанияһы сиктәрендә үҙмәшғүл булараҡ килем алған физик берәмектәр декларация бирмәй һәм улар тураһында отчет бирергә тейеш түгел.
3-НДФЛ формаһын иҫәптә торған урын буйынса һалым органына йәиһә Күп функциялы үҙәктә бирергә була. Декларацияны шулай уҡ физик берәмектәр өсөн һалым түләүсенең “Шәхси кабинеты”нда йәиһә “Декларация” программаһы аша онлайн тултырырға мөмкин. Бының өсөн Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең 2021 йылдың 15 октябрендәге ЕД-7-11/903@ һанлы бойороғо менән раҫланған 3-НДФЛ формаһы тултырыла.
Декларацияла иҫәпләнгән һалымды 2022 йылдың 15 июленә тиклем түләргә кәрәк.
Әгәр һалым агенты һалым түләүсенең килеменән НДФЛ тотоп алып ҡалмаһа, һалым түләүсе үҙ аллы декларация тапшырып, һалымды түләргә тейеш. Быны һалым агенты Рәсәйҙең Федераль һалым хеҙмәтенә һалымды тотоп ҡалыу мөмкинлеге булмауы һәм тотоп ҡалынмаған НДФЛ суммаһы тураһында хәбәр иткән осраҡта ғына эшләргә кәрәк. Әгәр ул ошо бурысты үтәһә, һалым органы гражданға һалым белдереүе ебәрә, уның нигеҙендә 2022 йылдың 1 декабренән дә һуңға ҡалмайынса һалым түләргә кәрәк була.
Шуға иғтибар итегеҙ: декларация тапшырыуҙың сикке срогы һалым тотоп ҡалын-ған аҡсаны ҡайтарыуға ҡағылмай. Бының өсөн декларацияны йыл дауамында теләгән ваҡытта ебәрергә мөмкин.

Надежда ГАЛАНОВА
әҙерләне.

Автор:Лариса Михалькова