Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
31 Ғинуар 2022, 11:45

Һөт кухняһы продукцияһын алыу өсөн документтар һаны кәмене

Ҡануниәттә бушлай һөт аҙыҡтарын алыу өсөн документтар исемлеген кәметеүсе үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде.

Һөт кухняһы  продукцияһын алыу өсөн  документтар һаны кәмене
Һөт кухняһы продукцияһын алыу өсөн документтар һаны кәмене

Башҡортостан Хөкүмәтенең 2019 йылдың 30 декабрендә ҡабул ителгән 784-се ҡарарына үҙгәрештәр индерелде. Тап уға ярашлы, аҙ тәьмин ителгәндәр категорияһына ҡараған өс йәшкә тиклемге балалар, йөклө ҡатындар, сабый имеҙгән әсәйҙәр һөт продукцияһы, ҡоро ҡушымталар менән бушлай тәьмин ителә.
– Ташламаларға эйә булыу өсөн документтар менән эш итеүҙең нисек мәшәҡәтле икәнлеген иҫәпкә алып, был процедураны мөмкин тиклем ябайлаштырырға тырышабыҙ, – тине республиканың сауҙа һәм хеҙмәт министры Алексей Гусев. – Шуға күрә беҙ документтар исемлегенән тағы ла бер белешмәне алыу инициативаһы менән сығыш яһаныҡ.
– Бушлай һөт аҙығы алыу өсөн кәрәкле документтар исемлегенән Башҡортостан Республикаһы территорияһында йәшәү йәки булыу фактын раҫлаусы документ – ғаилә составы тураһында белешмә алынған. Өс йәшкә тиклем балалары булған ғаиләләр был документты үҙҙәренең инициативаһы буйынса тапшыра ала, – тип аңлатма бирҙе Баш-ҡортостан Республикаһы Күп функциялы үҙәге директоры Наталья Куприянова.
Шулай итеп, аҙ тәьмин ителгән граждандар категорияһына ҡараған йөклө ҡатын-ҡыҙҙар һәм бала имеҙгән әсәләргә был хеҙмәт менән файҙаланыу өсөн махсус туҡланыу һорап ғариза яҙыу, шәхесте раҫлаусы документ (паспорт) һәм мөмкин булғанса медицина ойошмаһынан белешмә тапшырыу талап ителә. Өс йәшкәсә балаларға туҡланыу алыу өсөн баланың тыуыу тураһында таныҡлығын күрһәтергә кәрәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: бушлай туҡланыу алыуға ғаризаны “Минең документтарым” күп функциялы үҙәгенең Баш- ҡортостан Республикаһы буйынса бөтә офистарында, шулай уҡ “Һөт кухняһы”ның таратыу пунктында бирергә мөмкин.
Хеҙмәт һәм документтар исемлеге буйынса өҫтәмә мәғлүмәтте күп функциялы үҙәктең рәсми сайтында “Хеҙмәттәр каталогы” бүлегендә алыр-ға була. Йә Бәйләнеш үҙәге телефонына шылтыратырға: 8 (347) 246-55-33, 8 (927) 3333 100.
Таратыу пункттарының адрестары менән “Һөт кухняһы” milkrb.ru рәсми сайтының “Ҡулланыусылар өсөн” бүлегендә таныша алаһығыҙ.
Башҡортостан
Республикаһы
Күп функциялы үҙәгенең матбуғат хеҙмәте.

Фото

 

Автор:Лариса Михалькова