Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
24 Ғинуар 2022, 14:30

2022 йылда беҙҙе ниндәй үҙгәрештәр көтә

2022 йылдың 1 ғинуарынан илебеҙҙә яңы закондар һәм закондарға төҙәтмәләр үҙ көсөнә инде. Был үҙгәрештәр һеҙҙең өсөн көтөлмәгән хәл булмаһын өсөн, беҙ ун әһәмиәтле яңылыҡты йыйҙыҡ.

2022 йылда беҙҙе ниндәй үҙгәрештәр көтә
2022 йылда беҙҙе ниндәй үҙгәрештәр көтә

Эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары электрон буласаҡ
2022 йылдың башынан сирләү сәбәпле ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы үткәндәрҙә ҡала, уның урынына электрон варианты мотлаҡҡа әйләнә. Табип уға электрон ҡултамға ҡуя һәм Социаль страховкалау фондының мәғлүмәт системаһында урынлаштыра, пациентҡа һанлы бюллетень номеры күрһәтелгән ҡағыҙ бирелә.
Сирләү сәбәпле ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы астырыу тураһында 2022 йылдан эш урынына хәбәр итеү кәрәкмәй. Был хаҡта мәғлүмәт поликлиниканан Социаль страховкалау фондына килә, ул эш биреүсегә үҙе хәбәр итә һәм, кәрәк булған осраҡта, пособие тәғәйенләү өсөн етмәгән мәғлүмәттәрҙе, әйтәйек, эш хаҡы һәм стаж тураһында һорай.
Эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы буйынса түләүҙәр күләме һуңғы ике йылдағы уртаса эш хаҡына бәйле. 2022 йылда көнөнә иң күбе 2572 һум 60 тингә йәки айына иң күбе 80 мең һумға иҫәп тоторға мөмкин.
Тағы ла бер яңылыҡ йөклөлөк һәм бала табыу буйынса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын тултырған ҡатындарға ҡағыла. 1 ғинуарҙан уны башҡаса бирергә кәрәкмәй, Социаль страховкалау фонды аҡсаны автоматик рәүештә күсерә. Кәрәкле бар мәғлүмәт медицина ойошмаһынан, шулай уҡ ЗАГС органдарының мәғлүмәт системаһынан килә.

Өйләнешеүгә йәки айырылышыуға ғариза биреү ябайлаша
Хәҙер законлы никах, айырылышыу йәки бала тыуыу тураһында таныҡлыҡ алыу өсөн йәшәү урыны буйынса ғына түгел, ә теләһә ниндәй ЗАГС органына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Бындай закон 2021 йылдың июлендә ҡабул ителде һәм 2022 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инде.
Документта башҡа юридик әһәмиәтле ғәмәлдәр өсөн дә экстерриториаллек ҡаралған. Мәҫәлән, уллыҡҡа алыу, үлем, исем алмаштырыу, белешмәләр һәм хоҡуҡи төҙәтмәләр индереү, акт яҙмаларын тергеҙеү йәки ғәмәлдән сығарыу өсөн теләгән ЗАГС органына мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Мотлаҡ техник тикшереү бөтөрөлә
2022 йылдың 1 ғинуарынан автомобиль һәм мотоцикл йөрөтөүселәргә ОСАГО полисы алыу һәм юлға сығыу өсөн техник тикшереү үтергә һәм диагностикалау картаһын алырға кәрәкмәй.
Техник тикшереү дүрт йылдан күберәк файҙаланыуҙа булған транспорт сараһын иҫәпкә ҡуйыу йәки хужаһын алмаштырыуға (һатыуға) бәйле теркәү талап ителгәндә генә мотлаҡ ҡала. Бынан тыш, төп агрегаттарҙың конструкцияһы үҙгәргәндә йәки алмаштырғанда процедура мотлаҡ булып ҡала. Шулай уҡ такси, автобустар һәм йөк машиналары өсөн техник тикшереү мотлаҡ.

Банкка һалынған аҡсаға һалым
Тимәк, хәҙер вклад һалыусыларға банк депозиттары буйынса килемгә һалым түләргә онотмаҫҡа кәрәк. Улар һалым һалынмай торған лимиттан артығыраҡ бөтә суммаларҙың 13 процентын дәүләткә үҙ аллы күсерергә тейеш буласаҡ. Һалым һалынмаған сумманы иҫәпләп сығарыу өсөн бер миллион һумды Рәсәй банкының депозиттан килем алған йылдың 1 ғинуарына билдәләнгән төп ставкаһына ҡабатларға кәрәк. Тәүге тапҡыр бындай һалым 4,25 процент ставкаһы буйынса түләнә. Шулай итеп, 2021 йылда һалым түләнмәгән вклад буйынса иң ҙур килем 42,5 мең һум тәшкил итә. Һалым декларацияһын тапшырырға кәрәкмәй – банк бөтә нәмәне Федераль һалым хеҙмәтенә йылдың 1 февраленән дә һуңға ҡалмайынса тапшырырға тейеш. Шунан һуң, Федераль һалым хеҙмәте аҡса һалыусыға НДФЛ түләү өсөн белдереү ҡағыҙы ебәрә. Шулай уҡ уны һалым түләүсенең шәхси кабинетында табырға мөмкин.

Бурыслыларға йәшәү минимумы ҡалдырыла
1 февралдә бурыслыларҙың килемен приставтарҙың тотоп алып ҡалыуынан һаҡлауҙы күҙ уңында тотҡан закон үҙ көсөнә инә. Барыһын да түгел, әлбиттә – иң кәрәклегә генә. Сумма эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумы менән билдәләнде. Эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумы юғарыраҡ булған төбәктәрҙә (ә ул төрлө ерҙә төрлө) иҫәптә күберәк аҡса ҡала.
Был ҡағиҙә бөтә бурыстарға ла ҡағылмай – алимент түләтергә, енәйәт арҡаһында килтерелгән зыянды һәм һаулыҡҡа килтерелгән зыянды ҡаплатырға, әхлаҡи зыянды ҡаплатырға, ҡараусының үлеүе менән бәйле зыянды ҡаплатырға, административ һәм суд штрафтары түләргә кәрәк булған осраҡтарға сикләү ҡағылмай.
Водителдәр өсөн медицина белешмәһе алыу процедураһы ҡатмарлаштырыла
2022 йылдың 1 мартынан Рәсәйҙә водителдәр өсөн медицина белешмәһен алыу тәртибе үҙгәрә. Иҫерек булыу сәбәпле таныҡлығын алдырған йәки медицина тикшереүенән баш тартҡан водителдәргә ҡан һәм бәүелде анализға тапшырырға тура киләсәк. Ә укол эҙҙәре табылғандарҙы ҡиммәтле лаборатор анализға ебәрәләр. Шулай уҡ водителдә үтә ныҡ тирләү, эмоциональ тотороҡһоҙлоҡ, сиктән тыш түбән пульс, йоҡо баҫыу йәки ҡуҙғыу, ҡул ҡалтырауы, эмоциональ тотороҡһоҙлоҡ һәм наркоманияның, алкоголизмдың башҡа клиник билдәләре һиҙелһә, уны был процедураға ебәреүҙәре ихтимал. Автомобилсе бөтә кәрәкле анализдарҙы тапшырғас, уның яҙмышын махсус комиссия хәл итә.

Балкондарға быяла ҡуйыу ҡағиҙәләре үҙгәрә
2022 йылдың 1 мартынан балкондарҙы быяла менән ябыу ҡағиҙәләре яңыра. Дөрөҫөрәге, был бер ниндәй яңылыҡ түгел – “дөрөҫ булмаған” һәм фасадтың тышҡы йөҙөн законһыҙ үҙгәрткән өсөн штраф 2006 йылдан алып ҡулланыла, ә хәҙер улар юридик шәхестәргә лә ҡағыласаҡ.

Рәсәйҙә пенсия йәшен арттырыу дауам итә
Рәсәйҙә ҡартлыҡ буйынса пенсияға сығыу йәшен арттырыуҙың күсеү осоро дауам итә. 2022 йылдың тәүге ярты йыллығында ул ҡатын-ҡыҙҙар өсөн – 56,5, ир-егеттәр өсөн 61,5 йәш тәшкил итә. 37 йыл йәки унан күберәк хеҙмәт стажы булған ҡатын-ҡыҙ пенсияға элеккесә 55 йәштә сыға ала. 60 йәштә хаҡлы ялға сығыу өсөн ир-егеттәрҙең 42 йыл хеҙмәт стажы булырға тейеш. Бынан тыш, бөтә категория граждандары өсөн пенсия коэффициенты (21-ҙән 23,4 балға тиклем) һәм пенсия тәғәйенләү өсөн минималь стаж (12-нән 13 йылға тиклем) бер аҙ арттырыла

2022 йылдың башынан бер төркөм һалым кәметелә
Һалым кодексына индерелгән төҙәтмәләргә ярашлы, 2022 йылдың 1 ғинуарынан дөйөм туҡланыу өлкәһе предприятиелары НДС түләүҙән азат ителә. Был ресторандарға һәм башҡа йәмәғәт туҡланыу объекттарына, шул иҫәптән күсмә хеҙмәтләндереү пункт-тарына ҡағыла. Ойошмалар теркәү урыны буйынса һалым инспекцияһынан тыш, башҡа дәүләт органдарына бухгалтер иҫәп-хисабын тапшырыу кәрәклегенән азат ителә.

Судҡа хәҙер онлайн бирергә мөмкин
Яңы федераль закон дәғүәләрҙе һәм башҡа документтарҙы электрон төрҙә судҡа бирергә рөхсәт итә. Был норма 1 ғинуарҙан ғәмәлгә инде. Документтарҙы “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы йәки Юғары суд билдәләгән башҡа мәғлүмәт системаһы, шулай уҡ процеста ҡатнашыусының электрон документтар әйләнеше системаһы аша судҡа тапшырырға була. Уларға ябай электрон ҡултамға ҡуйырға мөмкин. Судта техник мөмкинлек булған осраҡта, суд процеста ҡатнашыусыларға эш материалдарын электрон төрҙә тәҡдим итергә хоҡуҡлы. Дәғүәселәргә, яуап биреүселәргә һәм процесҡа ҡағылышы булғандарҙың барыһына ла хәҙер суд ултырыштарында ситтән тороп ҡатнашырға, судтарҙа бындай техник мөмкинлек булған осраҡта веб-конференция ярҙамында рөхсәт ителә. Шул уҡ ваҡытта, законға ярашлы, судья төрлө ҡағиҙә боҙоуҙар өсөн уларҙы видео-элемтәнән өҙөү юлы менән ултырышта ҡатнашыуҙан сығарырға хоҡуҡлы.
Надежда ГАЛАНОВА
әҙерләне.

Фото

Автор:Лариса Михалькова