Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
3 Ғинуар 2022, 11:00

2022 йылға йондоҙнамә

Иғтибар

2022 йылға йондоҙнамә
2022 йылға йондоҙнамә

Ҡуҙы. Яңы йыл Ҡуҙы билдәһе аҫтында тыуғандар өсөн иң уңышлы йылдың береһе буласаҡ. Йыл башында һеҙҙең бөтә эштәрҙе ситкә ҡуйып, рәхәтләнеп ял итеү теләге тыуыр. Яңы энергия менән тулырға ваҡыт етте. Ял итеү өсөн кеше күп булмаған урын – утрау, диңгеҙ буйындағы ҡала йәки урман янындағы дача һайлағыҙ. Апрель айында иң ҡыйыу теләктәр менән йәшәргә була. Улар тормошҡа ашһын өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар.
Ҡуҙыларға әһәмиәтле ваҡиғаларҙы май айынан, Юпитерҙың (уңыш планетаһы) һеҙҙең билдәгә ингәс, көтөргә кәрәк. Был ваҡиға һеҙгә яңы мөмкинлектәр бүләк итер. Үҫеш һәм уңышҡа күп ҡалмай. Карьера баҫҡысы буйлап күтәрелергә йәиһә эшегеҙҙе алмаштырырға әҙер булығыҙ. Бынан тыш, күп кенә Ҡуҙылар 2022 йылда рухи яҡтан үҫешер, ҡайһылары мөхәббәтен осратыр. Күсеп китеү тураһында уйлар өсөн дә был бик яҡшы йыл.

Буға. Күпселек Буғаларҙы 2022 йылда үҙгәрештәр һәм көтөлмәгән ваҡиғалар тура килеүе көтә. Был һеҙҙең билдәлә ике тапҡыр ай тотолоу һәм ғинуар-ҙа йыл ярымға Буға билдәһенә ингән Ай карма нөктәһе менән аңлатыла. Юлбарыҫ йылы күңелле лә, бик үк күңелле лә булмаған бик күп сюрприздар алып киләсәк. Әммә, һөҙөмтәлә һеҙҙең өсөн барыһы ла яҡшы буласаҡ.
Атап әйткәндә, мөнәсәбәттәр еңел яйға һалыныр. Дуҫтарығыҙҙың даирәһе һиҙелерлек киңәйәсәк һәм тормошоғоҙҙа яңы ышаныслы фекерҙәштәр барлыҡҡа киләсәк. Өҫтәүенә 2022 йылда Буға яҡшы эшлекле партнер табыуҙан тыш, уңышлы кейәүгә сыға ала.
Йондоҙҙар дистанцион эштән ҡурҡ-маҫҡа кәңәш итә. Ул үҙ бизнесығыҙҙы алып барғанда ла, ялланма хеҙмәткәр сифатында ла һәйбәт һөҙөмтәләр һәм килем килтерәсәк.

Игеҙәктәр. Был билдә вәкилдәре 2022 йылда ысын йондоҙ буласаҡ – уларҙың тормошонда иң ҙур үҙгәрештәр көтөлә. Зәңгәрһыу Юлбарыҫ йылы иң иҫтә ҡалырлыҡ йылдарҙың береһе булмаҡсы. Сөнки 2022 йылда күп кенә Игеҙәктәр карьера баҫҡысы буйлап ярайһы уҡ алға китер һәм статусын алмаштырыр. Юлбарыҫ йылында эш йәки уҡыу урынын алмаштырыу сәбәпле алыҫ илгә йәшәргә күсеү, шулай уҡ күсемһеҙ милек һатып алыу мөмкинлеге булыр. Бынан тыш, никахҡа инеү һәм бала тыуыу мөмкинлеге юғары.
Юлбарыҫ йылы Игеҙәктәр өсөн үҙ-үҙеңде күрһәтеү, үҙ-үҙеңде эҙләү, рухи үҫеш һәм үҙеңдең һаулығың тураһында хәстәрлек күреү билдәһе аҫтында үтәсәк. Күптәр эш һәм туҡланыу режимын алмаштырыр, насар ғәҙәттәр-ҙән баш тартып, үҙҙәре хаҡында хәстәрлек күреүгә күберәк ваҡыт бүлә башлар. Игеҙәктәргә үҙ-үҙен күрһәтеүгә иғтибарҙы күберәк бүлергә кәрәк. Әйтәйек, йондоҙҙар ошо билдә вәкилдәренә 2021 йылдың декабренән 2022 йылдың ғинуар аҙағына тиклем төп иғтибарҙы эшкә йүнәлтергә, ә шәхси тормошто икенсе планға күсерергә кәңәш итә.

Ҡыҫала. Яңы йыл Ҡыҫалалар өсөн яңы сағыу төҫтәр менән башланыр. 2022 йылда улар бөтөн иғтибарын ижадҡа һәм балаларға бүлер. Ҡыҫалалар үҙҙәренә яңы дуҫтар табыр, үҙ мөхәббәттәрен осратыу мөмкинлеге бар.
Эске һиҙемләүегеҙҙе тыңлаһағыҙ, тормош бик яҡшы, шыма барыр. Ҡыҫалаларға Зәңгәрһыу Юлбарыҫ йылы – уҡырға инеү йәиһә тупланған белемдәре менән бүлешеү өсөн иң яҡшы осорҙарҙың береһе. Үҙ блогын булдырырға йәиһә китап яҙырға теләгәндәргә әүҙемерәк эшләргә кәрәк, тип аңлата йондоҙҙар. Мөмкинлегегеҙ булһа, йәйгеһен сит илдә ял итегеҙ – ул һеҙҙең көсөгөҙҙө тергеҙер һәм тор-мошҡа яңы һулыш өҫтәр.
Әйткәндәй, мөхәббәт планетаһы Венера Ҡыҫала билдәһендә дүрт ай торасаҡ, был уның шәхси тормошона, шулай уҡ финанс өлкәһендә лә уңыштар килтерәсәк. Статусығыҙҙы үҙгәртә алаһығыҙ, фекерҙәштәрегеҙҙе осратырһығыҙ. Башҡа үҙгәрештәр ҙә – йөклөлөк тураһында хәбәр йәиһә яҡшы килем килтереүсе мауығыуҙың барлыҡҡа килеүе ихтимал.

Арыҫлан. Күпселек Арыҫландар 2022 йылда ысын ҡаҙаныш- тарға өлгәшеүсе буласаҡ. Улар-ҙы статус һәм карьера алмашыныуы көтә, шулай уҡ ҡай-һы берәүҙәр күсемһеҙ милек мәсьәләләрен хәл итәсәк. Әммә төп баҫым эш өлкәһендә ҡала. Арыҫландар көндәлек эшмәкәрлектән ҡотолорға теләйәсәк һәм, ниһайәт, күптәр үҙ бизнесын асырға хәл итәсәк. Был билдә вәкилдәренең ошондай ҡаҙаныштарға һәләте, көсө һәм энергияһы етәрлек. Шулай уҡ табышығыҙ партнер йәиһә ата-әсәләрегеҙ арҡаһында артыуы ихтимал. Һәр хәлдә, матди хәл яҡшырасаҡ.
Юлбарыҫ йылында Арыҫландарҙың һиҙемләү һәләте айырыуса үҫешәсәк. Шуға күрә тирә-яҡтағылар менән аралашҡанда тәьҫораттарығыҙға таянығыҙ – тап улар иң дөрөҫө буласаҡ. Шулай уҡ ҙур һатып алыуҙар менән иғтибарлыраҡ булыу зарур. Арыҫландар киң ҡолас ташлап йәшәргә ярата. Әммә берәй нәмә һатып алыу йәиһә кредит алыр алдынан, һеҙ һуңынан бурыстарығыҙҙы ҡаплай алаһығыҙмы, юҡмы икәнен яҡшылап уйлағыҙ.

Ҡыҙ. Юлбарыҫ йылы Ҡыҙға мөхәббәт эштәрен яйға һалыу өсөн бик яҡшы мөмкинлек бирә. Был билдә вәкилдәренә күптән көтөлгән никахҡа инеү һәм балаға уҙыу, бала табыу мөмкинлектәре булыр.
Был эштәр барыһы ла яңы йылда Ҡыҙҙар өсөн хәл иткес түгел. Ниндәй ҙә булһа яңы нәмә башлау, контракт һәм килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу уңайлы: бизнесмы ул, әллә яллаусының алмашыныуымы. Ниһайәт, байтаҡ Ҡыҙҙар һаулыҡ менән етди шөғөлләнәсәк һәм матди хәлен яҡшыртасаҡ. Зәңгәрһыу Юлбарыҫ йылы мөмкинлектәргә бай, шуға күрә Ҡыҙҙарҙың күп кенә күптәнге хыялдары көтөлмәгәнсә тормошҡа ашасаҡ.

Үлсәү. 2022 йылда Үлсәүҙәргә матди хәленә икенселәй ҡарарға тура киләсәк. Был билдәнең күп кенә вәкилдәре, ниһайәт, “күҙҙәрен асыр” һәм яңы финанс кимәленә сыға алыр. Уларға байтаҡ әүҙем эш башҡарыу бурысы тора.
Шулай уҡ Зәңгәрһыу Юлбарыҫ йылы Үлсәүҙәргә партнерлыҡ һәм никахҡа инерлек яҡшы мөнәсәбәттәр өсөн уңайлы. Бының өсөн йылдың икенсе яртыһы уңайлы булыр. Уның ҡарауы, 2022 йылдың башында һеҙ йүнәтеү, хатта күсеү менән әүҙем шөғөлләнә алаһығыҙ. Әгәр һеҙ йорт хайуаны алырға күптән хыялланһағыҙ, тимәк, дүрт аяҡлы дуҫты өйгә килтереү ваҡыты еткән. Йондоҙҙар, йәй һәм көҙ миҙгелендә ғаилә составы үҙгәреүе ихтимал, тип иҫкәртә. Был яҡындарығыҙҙың ҡайҙалыр күсеп китеүе, йөклөлөк менән бәйле күңелле мәшәҡәттәр ҙә булыуы ихтимал. Әйткәндәй, Үлсәүгә бала сағы үткән тыуған яғына йыш ҡына ҡайтып әйләнеү бик уңайлы булыр. Был уларға бер йылға етерлек көс һәм энергия бирер.

Саян. Зәңгәрһыу Юлбарыҫ йылы күпселек был билдә вәкилдәре өсөн һынылыш йылы буласаҡ. Сөнки Саянға Айҙың дүрт тап-ҡыр тотолоуы тәьҫир итәсәк. Шуға күрә һеҙҙең өсөн был йылға төп бурыс – теләһә ниндәй хәлдә лә оптимист булып ҡалыу һәм тыныс ҡараш һаҡлау. Шуны иҫтә тотоу мөһим: барыһы ла һеҙҙең ҡулда һәм һәр төрлө мәсьәлә лә хәл ителә. Был мөхәббәт, эш һәм, дөйөм алғанда, кешеләр менән мөнәсәбәттәргә ҡағыла. 2022 йылда ихтыяр көсө күрһәтергә кәрәк булырына әҙерләнегеҙ, ләкин был һеҙҙә ышаныс ҡына уятыр.
Саяндарға Зәңгәрһыу Юлбарыҫ йылы күңелле сюрприз әҙерләгән. Һеҙҙе мөхәббәт һәм ижад көтә. Был һеҙҙе бәхет ҡанаттарында осорған романтик мажара булыуы ла мөмкин. Һеҙ шулай уҡ яратҡан эшегеҙҙе үҙләштерә алаһығыҙ. Ул һеҙгә күңел тыныслығы ғына түгел, ә яҡшы табыш та килтерәсәк. Ваҡиғалар өйөрмәһенә ташланырға ҡыйыуыраҡ булығыҙ.

Уҡсы. Ағымдағы йылда күпселек Уҡсылар йолаға ингән көндәлек йөкләмәләрҙе көтөлмәгән, әммә ылыҡтырғыс нәмәгә алмаштырасаҡ. Йондоҙҙар хатта был билдәнең иң консерватив вәкилдәренә күсеп китеүҙе фараз итә. Әйткәндәй, яңы йәшәү урыны икенсе илдә булыуы ла мөмкин.
Үҙ эшегеҙҙе асығыҙ, эш урынын алмаштырығыҙ, ҡыйыу эш итегеҙ – был йыл һеҙҙеке. Уҡсыларға бынан тыш аралашыу даирәһен радикаль рәүештә алмаштырыуға әҙерләнергә кәрәк һәм был тик яҡшыға ғына. Яңы йылда спорт менән шөғөлләнеү, туҡланыу менюһын алмаштырыу һәм яман ғәҙәттәрҙән арыныу яҡшы булыр. Ғаиләгеҙгә күберәк иғтибар бүлегеҙ – үҙ-ара мөнәсәбәттәр яҡшырыр.

Ылаҡ. Ылаҡтар Яңы йылда иғтибарын тағы күберәк эшкә бүлер. Һеҙгә яуаплылыҡ күрһәтергә һәм күп төрлө бурыстар-ҙы үтәргә тура киләсәк. 2022 йылдың икенсе яртыһында тормош яңы буяуҙар менән балҡыр. Һеҙ аҡса тәмен һиҙерһегеҙ. Көтөлмәгән мираҫ алыу, уңышлы бизнес башлау йәиһә карьера баҫҡысы буйлап күтәрелеү ихтимал. Ылаҡтарға финанс азатлығы алыу өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Был ваҡиға һеҙҙең тормошоғоҙҙо тамырынан үҙгәртәсәк. Зәңгәрһыу Юлбарыҫ йылы бик әүҙем буласаҡ, бик күп көс кәрәк булыр, шуға ял тураһында онотмағыҙ.
Бынан тыш, йондоҙҙар һеҙгә уҡып сығырға, белем камиллаштырырға кәңәш итә. Сит тел курстары булһынмы ул, әллә ғәмәли күнекмәләрме. Был күнекмәләрҙең ни тиклем кәрәк булыуын яңы йылда бер нисә тапҡыр һиҙерһегеҙ.

Һыуғояр. Һыуғоярға ғаилә һәм йәшәү урыны 2022 йылда төп йүнәлеш буласаҡ. Шулай уҡ был билдәнең күп кенә вәкилдәре эшен алмаштырыр йәиһә карьера өлкәһен үҙгәртер. Һеҙҙең бик күп яңы идеяларығыҙ бар, ә билдәләнгән маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн иң мөһим мөмкинлектәр етерлек. Шик юҡ, юҡҡа борсолмағыҙ – йәшәү шарттары яҡшы яҡҡа үҙгәрер.
Йылдың тәүге яртыһында һеҙҙе эш хаҡының әкренләп артыуы көтә. Байтаҡ Һыуғоярҙар үҙ эшен асырға хәл итәсәк йәки инвестициялау менән шөғөлләнәсәк. Ошо маҡсатҡа һалын-ған барлыҡ саралар ҙа тулыһынса ҡапланасаҡ.
Әммә ағымдағы йылда Һыуғоярға ғаилә составын алмаштырыу һәм күсеү темаһы мөһимерәк булыр. Был билдә вәкилдәренә яуаплыраҡ та булырға кәрәк. Тышҡы шарттар һеҙҙе үҙгәртер тип көтмәгеҙ, үҙегеҙ үҙгәрегеҙ. Никах-ҡа инеүгә, бала тыуыуға һәм йыл дауамында бер урындан икенсе урынға күсеүгә әҙерләнегеҙ. Бер юлы “бер нисә өйҙә” йәшәүегеҙ ихтимал.

Балыҡ. Балыҡтар өсөн яңы йыл иң бәхетле йылдарҙың береһе булыуы көтөлә. Май айы урталарынан бәхет алып килгән Юпитер планетаһы июль айы тамамланғансы һеҙҙең билдәгә инер. Был осор иң әһәмиәтлеһе буласаҡ, уның ваҡиғаларына иғтибарлыраҡ булырға кәрәк. Балыҡ вәкилдәренә үҙҙәренең булмышын тапҡан хәл иткес осор булыр һәм ул һеҙҙе бик ғәжәпләндереүе лә мөмкин. Уңышлы хеҙмәттәшлек карьераның яңы йүнәлешенә күсә, ә осраҡлы танышыу өйләнешеү менән тамамланырға мөмкин. Балыҡтарҙың күбеһе үҙҙәренең ғәҙәти йәшәгән урынын ҡалдырып китергә теләр һәм артабан ҡайҙа барырға кәрәклеген аңлар.
Килемдең үҫеше йылдың икенсе яртыһына фаразлана. Быға Балыҡ билдәһенә ингән Юпитер булышлыҡ итә. Һеҙ йәмәғәтселектә танылыу яулар-һығыҙ. Һеҙҙең проектҡа берәйһе инвестиция йүнәлтер, тип өмөтләнергә лә була. Яҡшы союздаштар идея һәм кәрәкле бәйләнештәр менән ярҙам итәсәк. Һаулыҡ тейешле кимәлдә буласаҡ, һеҙҙең ниәтегеҙгә тотонорға көсөгөҙ етәсәк. Йыл аҙағына йөклө булыуығыҙ тураһында хәбәр алыуығыҙ ихтимал.
Асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Лариса Михалькова